Хризанте́ма (лат. Chrysánthemum, грек. χρῡσανθής, «алтын сәскә» − Ойошма сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған әремдеке кеүек әскелтем еҫле, киртләс япраҡлы, ялбыр сәскәле декоратив емлек; алтын сәскә[1]; ойошма сәскәлеләр ғаиләһендәге бер йыллыҡ, күп йыллыҡ үлән йә иһә ярымҡыуаҡсыҡ үҫемлек. 150 төрҙө уҙ эсенә алған үҫемлек ырыуы; башлыса, Европа, Азия, Африкала; БДБ илдәрендә 70-80 төрө үҫә.
Хризантеманың япраҡтары тоташ йә иһә киҫкәләнгән ситле, ҡуйы йәшел төҫтә. Сәскәләре ябай һәм суҡлы, төрлө формалары (эре сәскәле, вак сәскәле) һәм төҫтәре (аҡ, алһыу, һары, алтынһыу-ҡыҙғылт, ҡыҙыл һ.б.) менән айырылалар. Емеше - орлоҡ. Эре сәскәле сорттары бер ботаҡлы, һирәгерәк 3-4 һабаҡлы ҡыуаҡ төрөндә, вак сәскәлеләре ҡыуаҡ формаһында була. Асылмалы, энәле, батынҡы, көпшә һамаҡ сорттары бик киң таралған. Шулай уҡ сәскәләре түбәнгә таба каскад һамаҡ урынлашҡан алтын сәскә үҫтерелә. Асыҡ грунтта үрсетелә, орлоҡтары көҙҙән, яҙ көнө йә иһә үренте түтәленә сәселә.
Сәскә түтәлдәренә, клумба һәм сүлмәктәргә күсереп ултыртыла һәм киҫелгән килеш сәскә бәйләмдәре яһау өсөн файҙаланыла. Грунтта үҫә торған күп йыллыҡ хризантеманың эре, асыҡ ҡыҙыл, киҫкәләнгән ситле япраҡлы төрҙәре киң таралған, уларҙы ҡыуаҡты айырыу һәм сыбыҡсалар ярҙамында үрсетәләр (орлоҡтан үрсетеү ысулы селекция максаттарында ҡулланыла). 10 меңләгән сорты сығарылған. Августтан декабрьгә тиклем сәскә ата, сәскә атыу ваҡыты буйынса иртә (август - октябрь уртаһы), уртаса (октябрь аҙағы - ноябрь), һуңғы (декабрь) сәскәләргә айырыла.
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
- Киселёв Г.Е. Цветоводство. М., 1964; Энциклопедия цветовода. СПб., 2000.