Хотунок (станция)

станция

Хотунок — Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Каменоломни — Кизитеринка һыҙығындағы тмиер юл станцияһы. Новочеркасск ҡалаһының Хотунок биҫтәһендә урынлашҡан. Алыҫ түгел Тузлов йылғаһы аға.

Хотунок
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Новочеркасск
Хужаһы Северо-Кавказская железная дорога[d]
Рәсми асылыу датаһы 1930
Киләһе туҡталыш НЭВЗ[d] һәм Новочеркасск станцияһы
Тимер юл һыҙаты Каменоломни — Кизитеринка[d]
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Код станции 51340
Карта
 Хотунок Викимилектә

Хәҙерге заман

үҙгәртергә

Станцияла 8 юл бар. Станциянан Новочеркасск ГРЭС-ына тармаҡ китә[1]

Хотунок станцияһы төрө буйынса йөк станцияһы булып тора. Дөйөм ҡулланышта булмаған урындарҙағы асыҡ һәм ябыҡ келәттәрҙән ваҡ һәм вагон оҙатыуҙарҙы-ҡабул итеүҙәрҙе һәм башҡа операцияларҙы башҡара. Урта тоннажлы һәм ауыр тоннажлы контейнерҙарҙа йөктәрҙе ташыу мөмкинлеге бар. Шулай уө урындағы предприятиеларҙың ҡабул итеү-ебәреү йөктәре башҡарыла.

Хотунок станцияһы аша Каменоломни, Ростов-Главный, Лихая, Чертково туҡталыш пункттарына тиклем ҡала яны электропоездары йөрөй. Билеттарҙы вокзалдың кассаһында һатып алырға мөмкин. Хотунок станцияһынан алыҫ түгел элеватор урынлашҡан. Унан ашлыҡ оҙатыла. Хәҙерге ваҡытта элеватор эшләмәй.[2]

2019 йыл башында станция бинаһына капиталь ремонт башҡарыла.

Коммерция операциялары

үҙгәртергә
  • Станцияның асыҡ майҙандарында һаҡланыуға мөмкин булған вагон йөктәрен ҡабул итеү-биреү.
  • Тик инеү урындарында һәм дөйөм ҡулланышта булмаған майҙансыҡтарҙа вагондарға тейәлә торған йөктәрҙе ҡабул итеү-биреү.
  • Станцияла 3 һәм 5 тонна күләмендәге универсаль контейнерҙарҙа йөктәрҙе ҡабул итеү-биреү.
  • Станцияла 20 т күләмендәге универсаль контейнерҙарҙа йөктәрҙе ҡабул итеү-биреү.[3]

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

1981 йылдың 19 авгусында станция биләмәһенән билдәле совет сериялы кеше үлтереүсе Анатолий Нагиев ҡаса. Тиҙҙән ҡулға алына һәм атып үлтерелә. [4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә