Новочеркасск станцияһы
Новочеркасск станцияһы — Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында урынлашҡан, Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Ростов төбәгендәге тимер юл станцияһы.
Станция Новочеркасск Лихая — Дондағы Ростов | |
Төньяҡ-Кавказ тимер юлы | |
Йәйәүлеләр үтеп йөрөү күперенән вокзал һәм перрон күренеше (көнсығыш яғы) | |
ДЦС: |
ДЦС-1 Ростов |
---|---|
Регион ж. д.: |
Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Ростов төбәге |
Асылған: | |
Тип: |
Пассажирҙар, йөк |
Платформалар һаны: |
2 |
Юлдар һаны: |
6 |
Платформаның тибы: |
Ҡабырғала һәм утрауҙа |
Платформаның формаһы: |
Бөгөлгән |
Платформанан сығыу йүнәлеше: |
Вокзальная ул. |
Расположение: |
Новочеркасск, Ростов өлкәһе |
Расстояние до Мәскәү: |
1173 км |
Расстояние до Дондағы Ростов: |
52 км |
Станция коды: |
513503 |
Код в АСУЖТ: | |
«Экспресс-3» коды |
2064230 |
Викискладе | на
Тарихы
үҙгәртергәТимер юл станцияһы ҡалала 1864 йылда, Дон ғәскәре наказной атаманы Хомутов Михаилдың хәрби министр исеменә яҙған үтенесе буйынса, Аҡсай-Новочеркасск-Александровск-Грушевский (хәҙер — Шахты) тимер юлы төҙөлгәндән һуң барлыҡҡа килә. Был үтенесен атаман Хомутов, әлеге Шахты ҡалаһы районында (ул ваҡытта — Грушевская станицаһы) урынлашҡан күмер сығарған урындан күмерҙе Дондағы баржаларға алып барыу кәрәклеге менән нигеҙләй. 1860 йылдың май уртаһында Грушевский-Дон тимер юлын төҙөү тураһында указ сыға. Төҙөлөш алып барыу өсөн махсус комитет ойошторола. Юл төҙөлөшө өсөн яуаплы итеп Дон ғәскәре өлкәһе инженер-полковнигы Панаев Валериан тәғәйенләнә. Төҙөлөш 1861 йылдың 2 апрелендә башлана[2].
Новочеркассктың эре сауҙагәрҙәре һәм сәнәғәтселәре төҙөлөштө шпал һәм металл материалдар менән тәьмин итеү бурысын үҙ өҫтөнә ала. Хәрәкәт итеүсе состав, гидравлик күтәреү крандары һәм пар машиналары Бельгиянан һатып алына. Магистраль төҙөлөшө бер нисә тапҡыр Новочеркасск казактары яғынан тәнҡиткә дусар була. Улар, тимер юл малды көтөүлеккә сығарыуға ҡамасаулай, казак cтаницаларына мәшәҡәт тыуҙыра, барлыҡ бесәнлек һәм һөрөнтө ерҙәрҙе Грушевка йылғаһы һыуы менән тәьмин итеү юлдарын киҫә, тип белдерәләр. Новочеркассктың 364 казагы протест документы аҫтына ҡултамғаларын ҡуя. Әммә халыҡтың юғары хөкүмәт органдарына күмәкләп яҙған үтенес хатының эш барышына бер ниндәй ҙә тәъҫире булмай. Аксайская (хәҙер — Аҡсай) һәм Грушевская станицаларын тоташтырыусы юлды тантаналы асыу 1863 йылдың 29 декабрендә ойошторола, ә поездарҙың даими хәрәкәте 1864 йылдың 1 ғинуарынан башлана. 1 февралдән юл буйынса хәрәкәт, йәкшәмбенән тыш, көн һайын була башлай. Новочеркассктан Грушевскаяға поезд 14:15 сәғәттә китә, ә Грушевскаянан Новочеркасскка 15:30 сәғәттә. Состав йыйылма була, пассажирҙар вагондарынан һәм йөк ташыу өсөн вагондарҙан тора.
XIX быуаттың 70-се йылдарында юл Мәскәүгә тиклем оҙайтыла. Хәҙер ҡала аша мөһим тимер юл магистрале (ике колеялы, үҙгәреүсән ток менән электрлаштырылған) үтә, ул Төньяҡ Кавказды илдең үҙәге менән бәйләй[3]. Новочеркасскта иң башта вокзал ағастан төҙөлгән була, уның урынына тиҙ арала таштан ике ҡатлы даими бина һалына. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында емерелә. Илленсе йылдар башында тимер юл вокзалы бинаһы өр-яңынан төҙөлә, пассажирҙар өсөн ул бөгөн дә хеҙмәт итә.
Пассажирҙар бәйләнеше[4]
үҙгәртергәНовочеркасск станцияһы аша Анапа, Санкт-Петербург, Новороссийск, Иркутск, Ейск, Санкт-Петербург, Адлер, Екатеринбург, Тамбов, Мәскәү, Мурманск, Пермь, Киров, Барнаул, Архангельск, Владикавказ, Түбәнге Новгород, Калининград, Гомель, Минск, Гродно, Череповец, Варна, Воркута, Усинск, Силәбе, Дондағы-Ростов, Минеральные воды, Грозный, Һамар, Сухум, Нальчик, Симферополь, Ставрополь, Сочи, Кисловодск, Тольятти йүнәлештәрендә поездар йөрөй.
2016 йылдың декабренә ҡарата станция аша алыҫҡа йөрөгән түбәндәге поездар үтә:
Йыл әйләнәһенә поездар
үҙгәртергәПоезд № | Хәрәкәт маршруты | Поезд № | Хәрәкәт маршруты |
---|---|---|---|
19 «Премиум» | Ростов-на-Дону — Мәскәү | 20 «Премиум» | Мәскәү — Ростов-на-Дону |
33 «Осетия» | Владикавказ — Мәскәү | 34 «Осетия» | Мәскәү — Владикавказ |
49 | Кисловодск — Санкт-Петербург | 50 | Санкт-Петербург — Кисловодск |
57 | Кисловодск — Иркутск | 58 | Иркутск — Кисловодск |
77 | Ставрополь — Мәскәү | 78 | Мәскәү — Ставрополь |
83 | Адлер — Мәскәү | 84 | Мәскәү — Адлер |
87 | Адлер — Нижний Новгород | 88 | Нижний Новгород — Адлер |
97 | Кисловодск — Тында | 98 | Тында — Кисловодск |
109 | Анапа — Мәскәү | 110 | Мәскәү — Анапа |
115 | Адлер — Санкт-Петербург | 116 | Санкт-Петербург — Адлер |
121 | Владикавказ — Санкт-Петербург | 122 | Санкт-Петербург — Владикавказ |
125 | Новороссийск — Мәскәү | 126 | Мәскәү — Новороссийск |
145 «Ингушетия» | Назрань — Мәскәү | 146 «Ингушетия» | Мәскәү — Назрань |
149 | Минеральные Воды — Минск | 150 | Минск — Минеральные Воды |
301 | Адлер — Минск | 302 | Минск — Адлер |
305 | Сухум — Мәскәү | 306 | Мәскәү — Сухум |
309 | Адлер — Воркута | 310 | Воркута — Адлер |
311 | Новороссийск — Воркута | 312 | Воркута — Новороссийск |
325 | Новороссийск — Пермь | 326 | Пермь — Новороссийск |
335 | Новороссийск — Екатеринбург | 336 | Екатеринбург — Новороссийск |
339 | Новороссийск — Түбәнге Новгород | 340 | Түбәнге Новгород — Новороссийск |
359 | Адлер — Калининград | 360 | Калининград — Адлер |
377 | Новороссийск — Мәскәү | 378 | Мәскәү — Новороссийск |
381 | Грозный — Мәскәү | 382 | Мәскәү — Грозный |
385 | Адлер — Архангельск | 386 | Архангельск — Адлер |
389 | Анапа — Минск | 390 | Минск — Анапа |
397 | Махачкала — Санкт-Петербург | 398 | Санкт-Петербург — Махачкала |
Миҙгелле поездар әйләнеше
үҙгәртергәПоезд № | Хәрәкәт маршруты | Поезд № | Хәрәкәт маршруты |
---|---|---|---|
151 | Анапа — Мәскәү | 152 | Мәскәү — Анапа |
155 | Анапа — Мәскәү | 156 | Мәскәү — Анапа |
187 | Новороссийск — Архангельск | 188 | Архангельск — Новороссийск |
201 | Адлер — Мәскәү | 202 | Мәскәү — Адлер |
221 | Анапа — Архангельск | 222 | Архангельск — Анапа |
225 | Адлер — Мурманск | 226 | Мурманск — Адлер |
227 | Новороссийск — Санкт-Петербург | 228 | Санкт-Петербург — Новороссийск |
231 | Ейск — Мәскәү | 232 | Мәскәү — Ейск |
233 | Адлер — Екатеринбург | 234 | Екатеринбург — Адлер |
237 | Анапа — Мәскәү | 238 | Мәскәү — Анапа |
241 | Адлер — Иркутск | 242 | Иркутск — Адлер |
251 | Адлер — Барнаул | 252 | Барнаул — Адлер |
259 | Анапа — Санкт-Петербург | 260 | Санкт-Петербург — Анапа |
261 | Адлер — Архангельск | 262 | Архангельск — Адлер |
269 | Адлер — Чита | 270 | Чита — Адлер |
273 | Адлер — Северобайкальск | 274 | Северобайкальск — Адлер |
281 | Адлер — Череповец | 282 | Череповец — Адлер |
285 | Новороссийск — Мурманск | 286 | Мурманск — Новороссийск |
289 | Анапа — Екатеринбург | 290 | Екатеринбург — Анапа |
369 | Баку — Харьков | 370 | Харьков — Баку |
401 | Адлер — Киров | 402 | Киров — Адлер |
403 | Адлер — Мәскәү | 404 | Мәскәү — Адлер |
419 | Анапа — Санкт-Петербург | 420 | Санкт-Петербург — Анапа |
459 | Адлер — Тамбов | 460 | Тамбов — Адлер |
463 | Адлер — Самара | 464 | Самара — Адлер |
467 | Адлер — Смоленск | 468 | Смоленск — Адлер |
469 | Новороссийск — Саратов | 470 | Саратов — Новороссийск |
471 | Адлер — Мәскәү | 472 | Мәскәү — Адлер |
473 | Анапа — Самара | 474 | Самара — Анапа |
475 | Адлер — Казань | 476 | Казань — Адлер |
477 | Адлер — Челябинск | 478 | Челябинск — Адлер |
479 | Сухум — Санкт-Петербург | 480 | Санкт-Петербург — Сухум |
481 | Новороссийск — Мәскәү | 482 | Мәскәү — Новороссийск |
489 | Адлер — Мәскәү | 490 | Мәскәү — Адлер |
495 | Адлер — Кострома | 496 | Кострома — Адлер |
497 | Адлер — Ижевск | 498 | Ижевск — Адлер |
505 | Новороссийск — Тамбов | 506 | Тамбов — Новороссийск |
507 | Новороссийск — Ижевск | 508 | Ижевск — Новороссийск |
511 | Адлер — Мәскәү | 512 | Мәскәү — Адлер |
513 | Анапа — Тамбов | 514 | Тамбов — Анапа |
515 | Адлер — Череповец | 516 | Череповец — Адлер |
517 | Анапа — Мәскәү | 518 | Мәскәү — Анапа |
525 | Адлер — Орск | 526 | Орск — Адлер |
527 | Новороссийск — Сосногорск | 528 | Сосногорск — Новороссийск |
531 | Адлер — Киров | 532 | Киров — Адлер |
533 | Адлер — Мәскәү | 534 | Мәскәү — Адлер |
535 | Анапа — Смоленск | 536 | Смоленск — Анапа |
539 | Анапа — Кострома | 540 | Кострома — Анапа |
543 | Анапа — Череповец | 544 | Череповец — Анапа |
547 | Анапа — Архангельск | 548 | Архангельск — Анапа |
549 | Адлер — Тольятти | 550 | Тольятти — Адлер |
555 | Адлер — Смоленск | 556 | Смоленск — Адлер |
557 | Адлер — Печора | 558 | Печора — Адлер |
579 | Сухум — Белгород | 580 | Белгород — Сухум |
583 | Анапа — Казань | 584 | Казань — Анапа |
591 | Анапа — Пермь — Приобье | 592 | Приобье — Пермь — Анапа |
595 | Анапа — Екатеринбург — Тюмень — Новый Уренгой | 596 | Новый Уренгой — Тюмень — Екатеринбург — Анапа |
597 | Адлер — Санкт-Петербург | 598 | Санкт-Петербург — Адлер |
Адресы
үҙгәртергәРостов өлкәһе, Новочеркасск ҡалаһы, Хотунок станцияһы; Телефон номерҙары: +7 (8635) 25-62-07, +7 (8635) 25-62-65;
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Железнодорожные станции СССР. Справочник. — М.: Транспорт, 1981
- ↑ Из истории Северо-Кавказской железной дороги . Новочеркасск — официальный сайт города. Дата обращения: 16 апрель 2017. 2017 йыл 16 апрель архивланған.
- ↑ Вокзал в Новочеркасске: ж/д вокзал Новочеркасск 2013 йыл 6 август архивланған.
- ↑ Расписание движения пассажирских поездов по станции Новочеркасск