Чертково станцияһы

Чертково станцияһы — Ростов өлкәһенең Чертковский районы Чертково ҡасабаһында урынлашҡан, Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Ростов төбәгендәге тимер юл станцияһы. Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлы менән тоташтырған станция булып тора.

Станция Чертково
Мәскәү-Ҡазан — Ростов-Главный
Төньяҡ-Кавказ тимер юлы
ДЦС:

ДЦС-1 Ростов

Регион ж. д.:

Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Ростов төбәге

Асылған:

1871[1]

Платформалар һаны:

2

Платформанан сығыу йүнәлеше:

Меловое ауылына

Расположение:

Чертково ҡасабаһы, Чертковский районы, Ростов өлкәһе

Расстояние до Россошь:

115 км 

Расстояние до Миллерово:

66 км 

Станция коды:

586203

Код в АСУЖТ:

586203

«Экспресс-3» коды

2064603

[{{fullurl:commons:Category: Chertkovo railway station Викимилектә|uselang=ru}} Станция Чертково] на Викискладе
Вокзал бинаһы, 1895 йыл
Диспетчер хеҙмәте бинаһы

Рәсәй Федерацияһы (Ростов өлкәһе, Чертковский районы, Чертково) һәм Украина (Луганск өлкәһе, Меловский районы, Меловое) сиге буйында урынлашҡан (вокзал — Рәсәй яғында).

Станцияға 1869 йылдың 14 авгусында, Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлының көньяҡ тармағын төҙөгәндә, Дон ғәскәре өлкәһе һәм Харьков губернаһы сигендә нигеҙ һалына. Станция Ғәскәри атаман Чертков Михаил Иванович хөрмәтенә аталған, уның үтенесе буйынса тимер юл линияһы төҙөлә башлаған була[2].

1873 йылда икенсе класлы Чертково станцияһында вокзалдың бер ҡатлы таш бинаһы, ике тауар һәм бер пассажир платформаһы, 12 локомотивҡа паровоз депоһы, һыу өсөн резервуар, ике таш һәм һигеҙ ағас ҡаралтылары, мунса, өс мейес менән кер йыуыу йорто һәм башҡа ярҙамсы биналар була. Станцияла буфет, китап һәм гәзит киоскылары эшләй. Бөтә линияның, шул иҫәптән Чертково станцияһының техник йыһазландырылышы шул осорҙоң иң яңы үҫеш йүнәлешенә тап килә: Морзе азбукаһы ярҙамында мәғлүмәттәр алмашыуҙы тормошҡа ашырыусы Маркони радиотелеграф аппараты ҡулланыла. Чертково тимер юл станцияһы шул исемдәге ауыл тарихына нигеҙ һала. XX быуат башында станция тирәләй, сиркәүе, сәй эсеү йорто һәм ҡуналҡаһы булған, ҙур булмаған эшселәр ҡасабаһы үҫеп сыға. Шул саҡта уҡ дауахана төҙөлә башлай, тимер юл мәктәбе һәм бер класлы училище асыла.

2009 йылдың авгусында вокзал алды майҙанында ҡасабаға нигеҙ һалыусы Михаил Иванович Чертков бюсы асыла. Бюст асыу сараһы Чертково ҡасабаһына нигеҙ һалыныуҙың 140 йыллығын байрам итеү менән тап килтерелә[3].

Ҡала яны маршруттары

үҙгәртергә

Станция буйынса алыҫҡа йөрөүсе поездар

үҙгәртергә

2016 йылдың декабренә ҡарата станция аша түбәндәге алыҫҡа йөрөгән поездар үтә:

Йыл әйләнәһенә йөрөүсе поездар

үҙгәртергә

Миҙгелле поездар әйләнеше

үҙгәртергә

Украина сиген урап үткән Журавка — Миллерово участкаһын төҙөү тамамланғандан һуң (яҡынса 2018 йылда) Чертково станцияһы пассажирҙар маршрутынан ситтә ҡала[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Железнодорожные станции СССР. Справочник. — М.: Транспорт, 1981
  2. Из истории посёлка Чертково 2017 йыл 14 апрель архивланған.
  3. Историческая справка. Муниципальное образование Чертковского района. Дата обращения: 14 апрель 2017. 2017 йыл 14 апрель архивланған.(урыҫ.). Муниципальное образование Чертковского района. 14 апрель 2017 тикшерелгән.
  4. Поезд ушёл.

Һылтанмалар

үҙгәртергә