Хоботок (тәбиғәт ҡомартҡыһы)

«Хоботок» урманы— Рәсәйҙең Ростов өлкәһе Каменск районы территорияһында урынлашҡан төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы комплексы[1]. Ростов өлкәһенең Тирә-яҡ мөхитте һәм тәбиғәт ресурстарын һаҡлау комитетына буйһона[2]. Урман 1965 йылда барлыҡҡа килә.

«Хоботок» урманы
Төп мәғлүмәт
Майҙаны31,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты1965 йыл йыл 
Идара итеүсе ойошмаРостов өлкәһенең Тирә-яҡ мөхитте һәм тәбиғәт ресурстарын һаҡлау комитеты 
Урынлашыуы
Яҡындағы ҡалаКаменск-Шахтинский 
 Хоботок Викимилектә

Һүрәтләнеше

үҙгәртергә

Тәбиғи урман Төньяҡ Донец йылғаһының һул яҡ ярында ҡала, ә уң яҡ ярҙы улар Хоботок хуторынан төньяҡтараҡ урынлашҡан Хоботок урманына инә. Урман Каменск территориаль урман хужалығы бүлегенең Калитва участка урмансылығының 70-се квадратына ҡарай. Дөйөм майҙаны 31,0 гектар[3]. Урман территорияһында Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән ике төр ҡош йәшәй: мәрйенгүҙ, ялан һары. Ағастарҙан тирәк, муйыл, имән, аҡ тал (өйәнке), терн, ҡарағас (берест), эт муйылы киң таралған. Йәнлектәр араһында ҡоралай, урман сысҡаны, ҡарабаш турғай, туҙбаш йылан, кеҫәртке, алатуба, ертишкес терпеләр бар. Урман һыу һаҡлау, дым тотоу функцияһынан тыш, тупраҡты ла һаҡлай. Был территорияла эрозияға ҡаршы көрәш һәм ташлы ерҙәрҙе рациональ файҙаланыу буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә. Объект тәбиғәтте, һыуҙы һаҡлау һәм фәнни әһәмиәткә эйә. Урман территорияһында мал көтөү, еләк-емеш йыйыу тыйыла. Бында, ошондай тәбиғәт һәйкәлдәренең тәбиғи һәм мәҙәни-этнографик үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт алырға теләүселәр өсөн экологик туризм үҫешә[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Урочище Хоботок//ООПТ России 2017 йыл 1 май архивланған.
  2. Урочище «Хоботок»//Бюро информационных технологий
  3. Сохранение почв как незаменимого компонента биосферы: функционально-экологический подход. Глеб Всеволодович Добровольский, Е. Д. Никитин Наука, /Интерпериодика", 2000 — с. 184
  4. Путеводитель по Ростову и Южному федеральному округу 2017 йыл 1 июнь архивланған.