Хиросималағы Тыныслыҡ мемориаль паркы
Хиросималағы Тыныслыҡ мемориаль паркы (япон. 広島平和記念公園Хиросима хэйва кинэн ко:эн ) — 1945 йылда Японияның Хиросима ҡалаһының атом бомбардировкаһы һөҙөмтәһендә тулыһынса юҡ ителгән элекке накадзима округы территорияһында урынлашҡан парк. 122 000 квадрат метр (12,2 гектар) майҙанда Тыныслыҡ мемориаль музейы, бик күп һәйкәл, йола ҡыңғырауы һәм кенотаф бар.
Хиросималағы Тыныслыҡ мемориаль паркы | |
япон. 広島平和記念公園 япон. 平和記念公園 япон. 平和公園 | |
Нигеҙләү датаһы | 1 апрель 1954 |
---|---|
Дәүләт | Япония |
Административ-территориаль берәмек | Нака[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Кюота[d] һәм Мотоясу[d] |
В память о | ядерная бомбардировка Хиросимы[d] |
Мираҫ статусы | Place of Scenic Beauty[d][1] |
Майҙан | 122 100 квадрат метр |
Рәсми сайт | city.hiroshima.lg.jp/sit… |
Ландшафтный архитектор | Кэндзо Тангэ, Такаси Асада[d], Сатио Оотани[d] һәм Norikuni Kimura[d] |
Хиросималағы Тыныслыҡ мемориаль паркы Викимилектә |
Парктың архитектура ансамбле Японияның танылған архитектура оҫтаһы, Токио университеты профессоры Кэндзо Тангэ һәм тағы ла 145-се кеше ҡатнашҡан махсус конкурстан тәҡдимдәре һайлап алынған өс белгес проекты буйынса эшләнгән[2].
Мемориалдар
үҙгәртергәПарктағы иң билдәле һәйкәл — Сасаки Садако, Хиросимала йәшәгән, шартлау эпицентрынан ни бары километр ярымда ғына булған япон ҡыҙы иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл. Фажиғәнән һуң 10 йыл үткәс ул нур ауырыуынан вафат була. Садако менән матур һәм моңһоу тарих бәйле: ул үҙенең иң яҡын дуҫынан бер легенда ишетә. Уға ярашлы, мең ҡағыҙ торна эшләгән кеше теләк теләһә, ул мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ, икән. легенда Садакоға ныҡ тәьҫир итә һәм л ҡулына эләккән ҡағыҙ киҫәктәренән торналар эшләй башлай. «Садако һәм мең ҡағыҙ торна» китабындағы легенда буйынса, ул 644 торна ғына эшләп өлгөрә. Унң эшен дуҫтары таммалап ҡуя һәм Садаконы мең ҡағыҙ торна менән бергә ерләйҙәр.
«Тыныслыҡ ялҡыны» монументында, уны ҡабыҙғандан — 1964 йылдың 1 авгусынан алып ут даими яна. Паркты ойоштороусылар идеяһы буйынса, ул «Ерҙәге барлыҡ атом ҡоралы тулыһынса юҡ ителгәнсе» янасаҡ. Мемориалға килеү Японияның мәктәп программаһына индерелгән.
Парк ҡаршыһында, Ота йылғаһының икенсе яғында билдәле Гэмбаку көмбәҙе — Хиросиманың үҙәгендәге, шартлауға бирешмәй һаҡланып ҡалған биналарҙың береһе тора[3].
1970 йылдың 10 апрелендә Япониялағы корей диаспораһы Айой күпере эргәһендә, янған Корея принцы Ву табылған урында Хиросималағы атом шартлауы һөҙөмтәһендә һәләк булған милләттәштәре иҫтәлегенә Корея мемориалын урынлаштыра[4][5]. Япония протектораты ваҡытында бик күп кореец Японияға эш эҙләп килә йәки япондар тарафынан призывниктар сифатында мәжбүри килтерелә. Стела нигеҙгә гөбөргәйел рәүешендә ҡуйылған. Ундағы яҙыу раҫлауынса, вафат булғандарҙың йәндәре ожмахҡа гөбөргәйел өҫтөндә инә, имеш. 1999 йылдың 21 июлендә, оҙаҡ һөйләшеүҙәр алып барғандан һуң, һәйкәл Хиросимаға, Тыныслыҡ мемориаль паркына күсерелә[4][6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Тыныслыҡ паркы (Нагасаки)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://kunishitei.bunka.go.jp/heritage/detail/401/00003522
- ↑ バーチャルツアー . www.pcf.city.hiroshima.jp. Дата обращения: 22 апрель 2018. 2011 йыл 17 апрель архивланған.
- ↑ Хәрби үткәнебеҙ Символы // Бойондороҡһоҙ гәзите
- ↑ 4,0 4,1 [세계일반]반쪽난 히로시마 위령비를 아십니까 (кор.). h21.hani.co.kr. Дата обращения: 22 апрель 2018.
- ↑ 한일 양국의 '무시와 방치'...밀항서 법정투쟁까지 . 오마이뉴스. Дата обращения: 22 апрель 2018.
- ↑ 수요기획 . www.kbs.co.kr. Дата обращения: 21 апрель 2018.(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергәХиросималағы Тыныслыҡ мемориаль паркы Викимилектә |
- Официальный сайт Мемориального парка Мира в Хиросиме (яп.) (инг.)
- Виртуальная экскурсия по парку и музею 2011 йыл 17 апрель архивланған. на официальном сайте.
- Фотографии Мемориального парка Мира в Хиросиме 2018 йыл 14 август архивланған. и окрестностей.
- Подборка посвященных трагедии фотографий из разных источников.