Хиросималағы Тыныслыҡ мемориаль музейы
Хиросималағы Тыныслыҡ мемориаль музейы (япон. 広島平和記念資料館Хиросима хэйва кинэн сирё:кан ) — музей Тыныслыҡ мемориаль паркында урынлашҡан. Бинаның архитекторы Японияның данлыҡлы оҫтаһы Кэндзо Тангэ. Музей комплексы ике корпустан тора — Төп (1 615 квадрат метр) һәм Көнсығыш (10 098 квадрат метр). Төп корпус шундай итеп проектланған, ер менән күтәрелгән иҙән араһындағы бушлыҡ кешенең көлдән дә ҡалҡып сыға алыу көсөн символлаштыра.
Хиросималағы Тыныслыҡ мемориаль музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1955 |
---|---|
Эшмәкәрлек төрө | ядерная бомбардировка Хиросимы[d] |
Дәүләт | Япония[1] |
Административ-территориаль берәмек | Накадзима-тё[d][1] |
Урын | Хиросималағы Тыныслыҡ мемориаль паркы |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Мотоясу[d] |
Ойошма ағзаһы | Japanese Liaison Council of History and Folk Museums[d][2] |
Хужаһы | Хиросима[d][3] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Хиросима[d], Япония |
Хеҙмәтләндереүсе | Hiroshima Peace Culture Foundation[d] |
Архитектор | Кэндзо Тангэ |
Рәсми асылыу датаһы | 24 август 1955[4] |
Смежное здание | Международный конференц-центр Хиросима[d] |
Мираҫ статусы | важный культурный памятник Японии[d][3] |
Адрес | 1-2 Nakajima-cho, Naka-ku һәм 広島県広島市中区中島町1-2[2] |
Почта индексы | 730-0811 |
Рәсми сайт |
hpmmuseum.jp hpmmuseum.jp/?lang=eng |
Содержит | Тени Хиросимы[d] һәм Peace Watch[d] |
URL-адрес онлайн-каталога |
hpmm-db.jp hpmm-db.jp/en/ |
Сайт официального магазина | hpmmuseum.jp/modules/sho… |
Хиросималағы Тыныслыҡ мемориаль музейы Викимилектә |
Төп корпуста Японияға атом бомбардировкаһы менән бәйле экспозиция урынлашҡан — унда шартлауҙың ҡот осҡос эҙемтәләре, янғындар, юғары радиация нурланышы һөҙөмтәләре һәм нур ауырыуы тураһында материалдар ҡуйылған. Экспозиция медиа-материалдарҙы — бомбаға тотоуҙың тере ҡалған шаһиттарының аудио һәм видео яҙмаларын күрһәтеү өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Көнсығыш залының экспозицияһы ттом бомбаһына тотоуҙың тәүшарттарына, Японияның Икенсе донъя һуғышында ҡатнашыуына, ядро быуаты тураһында дөйөм мәғлүмәттәргә — һүрәттәргә, моделдәргә, фотоларға арналған. Шунда уҡ документаль кино кинотеатры урынлашҡан, бомбардировканан һуң иҫән ҡалған граждандарҙы туплаған картина галереяһы, шулай уҡ уҡыусылар һәм студенттар өсөн белем биреү саралары ойошторолған конференц-залдар, китапхана бар. Хиросиманың Тыныслыҡ мемориаль паркына һәм Тыныслыҡ мемориаль музейына килеү Японияның мәктәп программаһына ингән[5].
2006 йылдың 5 июлендә Тыныслыҡ мемориаль музейының Төп корпусы бинаһы Японияның донъя мәҙәни ҡиммәттәре исемлегенә индерелгән. Был һуғыштан һуңғы осорҙа төҙөлгән биналарҙың мәҙәни мираҫ исемлегенә инеүенең беренсе өлгөһө[6].
Музей эргәһендә, Ота йылғаһының икенсе яғында атом бомбаһы ҡорбандарына ҡуйылған билдәле Гэмбаку көмбәҙе һәйкәле урынлашҡан.
Галерея
үҙгәртергә-
Хиросима атом бомбардировкаһына тиклем.
-
Хиросима атом бомбардировкаһынан һуң.
-
Бомбардировка ваҡытын күрһәтеп туҡтап ҡалған сәғәт.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 2,0 2,1 https://rekimin.com/place
- ↑ 3,0 3,1 https://kunishitei.bunka.go.jp/heritage/detail/102/00004081
- ↑ http://hpmmuseum.jp/modules/info/index.php?action=PageView&page_id=21
- ↑ Хәрби үткәнебеҙ Символы // Бойондороҡһоҙ гәзите
- ↑ Бүлек арналған музей 2011 йыл 17 апрель архивланған. рәсми сайтында Донъя паркының мемориаль.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Виртуальный гид по музею 2011 йыл 17 апрель архивланған. на официальном сайте.
- Фотографии Мемориального парка Мира в Хиросиме 2018 йыл 14 август архивланған. и окрестностей.