Элизабета Хессельблад

Швед шәфҡәт туташы һәм изге католик монахиняһы
(Хессельблад Элизабета битенән йүнәлтелде)

Элизабета Хессельблад (швед. Maria Elisabeth Hesselblad; 4 июнь 1870 йыл, Фоглавик, Вестра-Гёталанд, Швеция — 24 апрель 1957 йыл, Рим, Италия) — швед шәфҡәт туташы, католик монахиняһы, Сальваторе ди Санта Бригитта орденының Римдың Фарнезе майҙанындағы монастыре етәксеһе. 2000 йылда Рим папаһы Иоанн Павел II тарафынан беатификацияланған һәм 2016 йылда Рим папаһы Франциск тарафынан изгеләр иҫәбенә индерелгән (Праведник мира).

Элизабета Хессельблад
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция[2]
Тыуған көнө 4 июнь 1870({{padleft:1870|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[3][4]
Тыуған урыны Фоглавик[d], Вара[d], Скараборг[d], Швеция
Вафат булған көнө 24 апрель 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[3][5][4] (86 йәш)
Вафат булған урыны Рим, Италия
Һөнәр төрө медсестра, монахиня, основатель католической религиозной общины
Монашеский орден Бригиттки[d]
Статус канонизации святой[d]
Праздник святого 24 апрель
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Элизабета Хессельблад Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Мария Элизабета Хессельблад 1870 йылдың 4 июнендә Фоглавикта лютерандар ғаиләһендә тыуған һәм 13 баланың бишенсеһе була. 1888 йылда АҠШ-ҡа китә, Нью-Йоркта Рузвельт исемендәге больницала ауырыуҙарғы тәрбиәләргә өйрәнә. Һуңыраҡ Хессельблад Америка католиктары менән эшләй башлай, был уның католиктар сиркәүенә күсеүенә килтерә. 1902 йылдың 15 авгусында Вашингтонда Georgetown Visitation Preparatory School монастырендә (монастырь Посещения) католиктар йолаһына күсә[6].

1904 йылдың 25 мартында Римға килә һәм 1906 йылда Сальваторе ди Санта Бригитта орденына инә[6]. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Италияға немец ғәскәрҙәре ингәс, монастырҙың етәксеһе булараҡ, бында йәһүдтәрҙе һәм сәйәси ҡасаҡтарҙы йәшереп тота[7].

Римда 1957 йылдың 24 апрелендә вафат була[6].

Беатификация 2000 йылдың апрелендә Иоанн Павел II тарафынан башҡарыла. 2004 йылдың 9 авгусында Израилдәге Катастрофа һәм батырлыҡ институты «Яд ва-Шем» Элизабета Хессельбладҡа Холокост ваҡытында йәһүдтәргә күрһәткән ярҙамы өсөн «Донъя халыҡтары әхлағын һаҡлаусы» («Праведники мира») исемен бирә[7].

2016 йылдың 5 майында Ватиканда мәҙәниәт министры Алис Ба Кунке һәм Швед евангелист лютерандар сиркәүе архиепископы Антье Якелен алдында Рим папаһы Франциск тарафынан Элизабета Хессельблад изгеләр иҫәбенә индерелә[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Hesselblad Elisabetta (1870 - 1957 ) // The Righteous Among the Nations Database (ингл.)
  2. LIBRISНациональная библиотека Швеции, 2016.
  3. 3,0 3,1 Elizabeth Hesselblad // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. 4,0 4,1 Maria Elizabeth Hesselblad // GCatholic.org — 1997.
  5. Schäfer J. Maria Elisabeth Hesselblad // Ökumenisches Heiligenlexikon — 1998.
  6. 6,0 6,1 6,2 Maria Elisabetta Hesselblad (ингл.). vatican.va. Дата обращения: 2015-7-19.
  7. 7,0 7,1 Hesselblad Elisabetta (1870—1957)
  8. Папа Римский провозгласил святыми двух христианских подвижников из Польши и Швеции. Дата обращения: 4 июнь 2016.
  • Agneta af Jochnick Östborn. For Sweden, I have given God my life! Elisabeth Hesselblads calling and Birgittine mission in Sweden. — Skellefteå: Artos, 1999.
  • Called to Holiness. Blessed Elizabeth Hasselblad. — Vejbystrand: Catholica, 2000.
  • Lars Cavallin: «Mother Mary Elisabeth Hesselblad OSsS from Fåglavik — pioneer of modern monastic life in Sweden» in Johnny Hagberg (editor): Monasteries and Monastic Life in the Medieval Diocese of Skara, Skara County Historical Society 2007.
  • Marguerite Tjäder: Mutter Elisabeth — Die neue Blüte des Ordens saints Birgitta . EOS-Verlag, Sankt Ottilien 2002, ISBN 3-8306-7116-4.
  • J. Berdonces, Hesselblad, Maria Elisabeth, in Dictionary of the institutes of perfection, vol. IV, Pauline Editions, Milan, 1977, coll. From 1530 to 1531.

Һылтанмалар

үҙгәртергә