Хаятов Нуриәхмәт Шәрәфхаят улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Хаятов Нуриәхмәт Шәрәфхаят (Шәфихаят) улы(1906 йыл-1987 йыл)-Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, шайморатовсы, рядовой,ҡыҙылармеец.

Хаятов Нуриәхмәт Шәрәфхаят улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Йәнәби-Урсай, Миәкә районы, СССР
Вафат булған көнө 1987
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы

үҙгәртергә

Хаятов Нуриәхмәт Шәрәфхаят улы 1906 йылда Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы Йәнәби ауылында тыуа.[1] 1941 йылда Миәкә районының хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.[1] Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында хеҙмәт итә.[1] 1943 йылда демобилизациялана. Һуғыштан һуң,1946-1947 йылдарҙа Украинаның Донецк өлкәһенә шахтаға эшкә ебәрелә.[1] Миәкә районының «Юлдаш» колхозында эшләй.[1] 1987 йылда тыуған ауылында ерләнә.[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы [1]

Хаятов Нуриәхмәт Шәрәфхаят улының исеме «Они вернулись с победой. Списки военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.» баҫмаһының 8-се томына [2] индерелгән һәм Миәкә районыны Йәнәби ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташтағы исемлеккә индерелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 воины 112-й Башкирской кавалерийской дивизии. Хаятов Нуриахмет Шарафхаятович
  2. [редкол.: Х. Х. Ишмуратов и др.]. - Уфа : Китап, 2001-. - 25 см. Т. 8: Российская Федерация. Республика Башкортостан. Город Кумертау, Кушнаренковский, Куюргазинский, Малеузовский, Мечетлинский, Миякинский районы. - 2004 (Уфим. полигр. комб.). - 653, [1] с.; ISBN 5-295-03393-7

Һылтанмалар

үҙгәртергә