Хацапетовка һауынсыһы

Хацапетовка һауынсыһы (рус. Доярка из Хацапетовки) – 2007 йыл экрандарға сығарылған Украина-Рәсәй телесериалы. Композиторҙары Мирослав Скорик менән Олег Скрипка.

Хацапетовка һауынсыһы
Атамаһы Доярка из Хацапетовки
Жанр мелодрама[d] һәм комедийный фильм[d]
Первоначальный вещатель «Россия-1»
Ил  Рәсәй
 Украина
Әҫәр яҙылған тел урыҫ теле
Башланыу датаһы 2007
Тамамланыу датаһы 2011
Нәшер ителеү ваҡыты 2007
Режиссёр Hanna Hres[d]
Ролдәрҙә Осипова, Евгения Андреевна[d]
Владимир Евгеньевич Жеребцов[d]
Эпизодтар һаны 4

Сюжеты үҙгәртергә

Катя Мәскәүгә Хацапетовканан килә. Уның хыялы – институтҡа инеү һәм күренекле ресторандың шеф-повары булыу. Ул имтихандар аша үтә алмай һәм ҙур ҡалала бер үҙе ҡала.

Бер саҡ Дима Булычёвты осрата. Ул – сәмле типтерергә яратыусы кеше, олатаһы уға үҙенең миллиондарын мираҫ итеп ҡалдырған. Берҙән-бер шарты шул булған: бер ай эсендә ейәне өйләнергә тейеш, юғиһә аҡсаһы Тәбиғәт Фондына күсәсәк. Йәш кешеләрҙең осрашыуы алдағы яҙмыштары өсөн яҡшы була. Дима Катяны ЗАГС-ҡа алып килә… Йәштәрҙән башҡа, никахтың фиктив икәнен, береһе лә белмәй.

Заманса Золушка үҙенең эгоист ирен яңынан тәрбиәләй, ә уның, ҡулына ниндәй хазина килеп эләккәнен белеп ҡалғас, Диманың үҙ ҡатынына һөйөүе асыла.

Ролдәрҙә үҙгәртергә

  • Евгения Осипова (рус.)баш. — Катя Матвеева
  • Кирилл Жандаров (рус.)баш. — Дима Булычёв
  • Владимир Стержаков — Александр Егорович Булычёв, Диманың атаһы
  • Татьяна Назарова — Людмила Сергеевна Булычёва, Диманың әсәһе
  • Наталья Гудкова — Анна Петровна
  • Валентина Ананьина — Нина Никитична, йорт эшсеһе
  • Владимир Жеребцов (рус.)баш. — Вася
  • Наталья Калатай — Даша Булычёва, Диманың һеңлеһе
  • Алексей Кашников — Семён Притыкин
  • Эвклид Кюрдзидис — Жерар Дюбуа, француз повары
  • Дмитрий Лаленков — Павел, һаҡсылар отряды башлығы
  • Леонид Неведомский — Егор Кузьмич
  • Дмитрий Персин — нотариус
  • Юрий Комиссаров — Фомич
  • Галина Опанасенко — Вера апа
  • Ольга Когут — эпизодта
  • Олег Скрипка — эпизодта

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә