Харламов Юрий Ильич
Юрий Ильич Харламов (21 июнь, 1936 йыл Луганск — 8 август, 2014 йыл Генеральское ауылы Родионово-Несветайский районы Ростов өлкәһе) — рус совет шағире, драматург, прозаик. СССР, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы (1991). СССР кинематографистар союзы ағзаһы.
Юрий Ильич Харламов | |
Файл:Харламов Юрий 2.jpg Юрий Ильич Харламов | |
Тыуған көнө: |
21.6.1936 |
---|---|
Тыуған урыны: |
Луганск ҡалаһы |
Вафат булған көнө: |
8.9.2014 |
Вафат булған урыны: |
Ростов өлкәһе Родионово-Несветайский районы Генеральское ауылы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
прозаик |
Ижад йылдары: | |
Йүнәлеше: |
проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
русса |
Биографияһы
үҙгәртергәЮрий Ильич Харламов Луганск ҡалаһында 1936 йылдың 21 июнендә тыуа. Уның атаһы мәктәп директоры, ә әсәһе — уҡытыусы. Мәктәпте тамамлағас, Ю. Харламов ике йыл буйы Совет Армияһында хеҙмәт итә. «Патриот Родины» хәрби гәзитендә шиғырҙарын нәшер иттерә. 1958 йылда Дондағы Ростовҡа күсә. Ростовта ул туҡыу фабрикаһында машиналар көйләүсе, «Красный Дон» заводында режиссёр ярҙамсыһы һәм Ростов телевидениеһында кино төркөмө етәксеһе булып эшләй, ҡала комсомол комитетының Йәш яҙыусылары клубында шөғөлләнә. Ижад иткән әҫәрҙәрен өлкә гәзиттәрендә, «Дон» журналында, Ростов китап нәшриәтендә баҫтырып сығара. 1966 йылда Ростов нәшриәтендә уның «Да будет день» тигән беренсе китабы нәшер ителә.
1961—1965 йылдарҙа Ю. Харламов Бөтә Союз дәүләт кинематография институтының сценаристар бүлегендә (педагог Алексей Каплер класында) уҡый, һуңғараҡ СССР кинематографистар союзына ҡабул ителә.
Тиҙҙән йәш яҙыусы Ростовтан Сочиға күсә. Сочи ҡалаһы телевидение студияһында әшләй, һуңынан Тажикстанда «Комсомолец Таджикистана» гәзитендә эшләй, «Памир» журналы проза бүлегенең мөдире, Тажик ССР-ының кинематография министры ярҙамсыһы була.
ХХ быуаттың 80-се һәм 90-сы йылдарында Ю. Харламов өлкәндәр һәм балалар өсөн әкиттәр китабын, «Не прощайте нас, птицы» шиғырҙар йыйынтығын сығара. Яҙыусының пьесалары буйынса Дүшәмбе ҡалаһы театрҙарында спектаклдәр ҡуйыла. «Таджикфильм» һәм «Таджиктелефильм» студияларында уның сценарийҙары буйынса 30-ға яҡын нәфис, документаль һәм мультипликациялы фильмдәр төшөрөлә, шул иҫәптән «Требуется тигр», «Пусть прилетают чайки», «Горная станция», «Чинар», «Принцесса коз», «Нерабочая погода», «Построй корабль» һәм башҡалар.
1991 йылда Харламов Урта Азиянан Ростов өлкәһенә ҡайта һәм Родионово-Несветайский районының Генеральский ауылында йәшәй башлай. Бында яҙыусы әҙәбиәт менән шөғөлләнеүен дауам итә.
2000 йылда Мәскәүҙә, М. Горький исемендәге МХАТ сәхнәһендә Харламов пьесаһы буйынса Нурек ГЭС-ын төҙөүселәр тураһында «Высотка» спектакле ҡуйыла.
Дондағы Ростов һәм Төмән ҡалаларында уның өс әкиәттәр йыйынтығы сыға. «Сказки бабы Груши» йыйынтығы яҙыусыға Петр Ершов исемендәге Бөтә Рәсәй конкурысында еңеү килтерә.
Юрий Ильич Харламов 2014 йылдың 8 авгусында вафат була. Уның үлеменән өс йылдан үткәс, ҡатыны ла вафат була. Улар икеһе лә Генеральское ауылы зыяратында бергә ерләнгән.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- Лауреат первой Всероссийской премии имени Петра Ершова за книги для детей и юношества за книгу «Сказки бабы Груши».
- Лауреат конкурса «Золотой листопад-2009» имени Г. Михасенко в номинации «Новое детство ждёт своих сказок».
- Премия имени А. Чехова за пьесу «Высотка».
Ижады
үҙгәртергәИзданы отдельные книги писателя и театральные сценарии:
Айырым китаптары
үҙгәртергә- Да будет день. Рассказы. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1966.
- Эхо в напёрстке. Сказки. — Душанбе: изд-во «Памир», 1980.
- В лесу исчезнувшего тигра. Повесть-сказка. — Душанбе: изд-во «Ирфон», 1986.
- Не прощайте нас, птицы. — Душанбе: изд-во «Адиб», 1990.
- Деревенский декамерон. Сказки для взрослых. — Ростов-н/Д: изд-во «Новая книга», 2005.
- Сказки бабы Груши. Сборник сказок. — Тюмень: изд-во «Ишим», 2007.
- Зелёный мальчик. Повесть-сказка. — Ростов-н/Д: изд-во «Книга», 2007.
- Девочка и царь. — Ишим: изд-во «Конёк-Горбунок», 2010.
Театр спектаклдәре
үҙгәртергә- Волшебное зёрнышко. Пьеса для детей. — Таджикский республиканский театр кукол, г. Душанбе, 1986.
- Жених с компьютером. Трагикомедия. — Русский драматический театр им. Маяковского, г. Душанбе, 1990.
- Высотка. Драма. — МХАТ им. М.Горького, г. Москва, сезоны 2000—2009 гг.