Хань Фэй

Боронғо Ҡытай легистарының төп идеологы

Хань Фэй (ҡыт. ғәҙәти 韓非, ябайл. 韩非, пиньин: Han Fei) — Боронғо Ҡытай легистарының төп идеологы, идаралыҡтың деспотик формалары яҡлы була. Уның фекерҙәре «Хань Фэй-цзы» трактатында сағылыш таба һәм Ҡытайҙы берләштергән Цинь Ши Хуандың сәйәси ҡараштарының үҙәген тәшкил итә.

Хань Фэй
ҡыт. 韓非
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ Хань (царство)[d]
Тыуған көнө б. э. т. 280[2][3][4]
Тыуған урыны Хань (царство)[d], Чжоу, Китайская империя[d]
Вафат булған көнө б. э. т. 233[2][3][4]
Вафат булған урыны Цинь[d], Чжоу, Китайская империя[d]
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе отравление[d]
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө фәлсәфә
Кемдә уҡыған Сюнь-цзы[d]
Сәләмәтлек торошо заикание[d][5]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Хань Фэй Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Хань батша ғаиләһендә тыуа. Хань Фэй үҙ заманының төп Конфуцийсыһы Сюнь-цзыла уҡый, уның менән бергә Ли Сы ҙа белем ала. Әллә телмәр етешһеҙлегенән, әллә Хань хакимы яғынан үҙенең ҡараштарына ҡыҙыҡһыныу күрмәүенәнме, Хань Фэй яҙма ижадҡа тотона. Уның хеҙмәттәрен һөйөүселәр араһына буласаҡ император Цинь Ши Хуан да инә.

Цинь Ши Хуан Хань дәүләтенә бәреп ингәс, Хань Фэйҙы император менән һөйләшергә ебәрә. Цинь Ши Хуанға философтың үҙенә иғтибары оҡшай, уны яҡынайтырға тырыша, ә көнәркәшлектән ҡурҡҡан Ли Сы Хань Фэйҙы, ике йөҙлөлөктә ғәйепләп, һаҡ аҫтына алырға бойора һәм уны ағыу эсергә мәжбүр итә.

Ҡараштары үҙгәртергә

Төп хеҙмәте — «Хань Фэй-цзы» трактаты, 55 бүлектән тора, унда Хань Фэй Конфуцианлыҡ догмаларын тәнҡитләй. Уға был догмаларҙың консервативлығы һәм ҡатып ҡалғанлығы оҡшамай. Тәртип нормалары бөтөнләй үҙгәрешһеҙ түгел, улар иҡтисади шарттарға бәйле. Уңышлы йылда кешеләр йомарт һәм ҡунаҡсыл була, ас йылда һәм кем үҙе тураһында ғына уйлай.

Конфуций өйрәтеүенсә, хакимдың власть вәкәләттәре уның игелеклелегенә бәйле. Лайыҡһыҙ хакимға бер кем дә буйһонорға бурыслы түгел. Был пунктта ла Хань Фэй элгәренән айырыла. Власть ғәҙеллекте һәм яҡшылыҡҡа ынтылыуҙы раҫларға тейеш түгел. Хакимдың әхлаҡ сифаттары подданныйҙарының уның бойороҡтарына эйәрергә тейешлегенә бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай.

Хань Фэй, донъя ҡоролошоноң төп һәм үҙгәрешһеҙ принцибы подданныйҙың — хакимға, улдың — атаһы, ә ҡатындың иренә буйһоноуынан тора, тип яҙа. Шул уҡ ваҡытта хакимға буйһоноу ғаилә бурыстарынан мөһимерәк.

Йәмғиәттә тәртипте закондар тота, уларҙы хаким ҡабул итә. Закон ғәмәлдән сығарылғанға тиклем һәр кем, шулай уҡ хаким үҙе лә, закондың ғәҙел булыу-булмауына ҡарамаҫтан, уны үтәргә тейеш.

Хань Фэй ғилеменең төп төшөнсәһе булып «идара итеү техникаһы» (шу) тора. Үҙ хакимлығын юғалтырға теләмәһә һәм үҙенә буйһонғандарҙың аманатына әйләнергә теләмәһә, хаким бер кемгә лә ышанырға тейеш түгел. Батшаның һәм подданныйҙарының мәнфәғәттәре тәбиғәте менән бер-береһенә тап килешле түгел. Бер чиновниктың ҡулына күп власть бирергә ярамай. Чиновник хакимдың күрһәтмәһен үтәп еткермәһә лә, арттырып үтәһә лә, язаға тарттырылырға тейеш.

Дәүләт эсендә тыныслыҡ һәм һиллек урынлашһа, хаким дәүләт сиктәрен хәрби саралар менән киңәйтеү тураһында сара күрергә хоҡуҡлы. Хәрби ҡеүәт хужалыҡ сәскә атҡан ерҙә барлыҡҡа килә. Шуға хаким подданныйҙарының берҙән-бер файҙалы эше тип ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүен иҫәпләргә хоҡуҡлы. Бөтә башҡа шөғөлдар, айырыуса ғилми эштәр, туҡтатылырға тейеш.

Фәҡирҙәргә хәйер биреү аҡылһыҙлыҡ һәм ғәҙелһеҙлек, байҙарҙың килемдәрен ярлыларға өләшеү ҙә шулай уҡ. Хань Фэй һүҙҙәре буйынса, был тәләфселдәрҙе һәм ялҡауҙарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн хужалыҡсылдарҙы һәм тырыштарҙы талауға тиң.

Телдә сағылышы үҙгәртергә

Ҡытай телендә «юйҙа уйнаған булып күренеү» (ҡыт. 滥竽充数) чэнъюйы тигән образлы һүҙ бар, ул эксперттар араһына ҡыҫтырылған бер белемһеҙ кешене йә тулы иҫәп өсөн яҡшы менән насарҙы бергә бутауҙы аңлата. Ул «Хань Фэй-цзы» трактатының «Эске фекерләүҙәрҙең беренсе өлөшө» (ҡыт. 内储说上) тигән бүлегенән килеп сыға. Риүәйәт буйынса, Һуғышыусы батшалыҡтар осоронда Ци кенәзлегенән ван Сюань[zh] юй тигән тынлы музыка ҡоралында уйнаусы 300 музыканттан торған оркестр йыя, улар араһына уйнай белмәгән, ә бары тик уйнаған булып ҡыланған Наньго тигән әфәнде лә эләгә[6]:812[7]:94—96.

«Хань Фэй-цзы» трактарының «Биш серек урын» (ҡыт. 五蠹) тигән бүлегенән «ҡуян көтөп төпсөк артынан күҙәтеү» (ҡыт. 守株待兔) тигән чэнъюй сыға, ул әүҙем тырышлыҡ һалмайынса уңышҡа тарырға теләүҙе, осраҡлы файҙа көтөүҙе аңлата. Ул Һуғышыусы батшалыҡ осорондағы Сун батшалығы крәҫтиәне тураһындағы тарихҡа нигеҙләнгән, был крәҫтиән төпсөккә бәрелеп үлгән ҡуянды күрә лә, ауыл хужалығы ҡоралдарын ситкә ҡуйып, ошондай тағы бер осраҡты көтә башлай[6]:1257[7]:189—191.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Хань Фэй в Британской энциклопедии
  • Иванов А. И. Материалы по китайской философии. Школа Фа. Хань Фэй-цзы.(недоступная ссылка) СПб., 1912.
  • Ксензов, П. В. Цитаты из Лао-Цзы в трактате «Хань Фэй-Цзы» и их соотношение с полными версиями «Дао-дэ цзина» // Вестник Московского университета: Сер.13:Востоковедение . — 07/2003 . — N3 . — С.95-102 .
  • Корешкова Ю. О. Отражение культуры государственного управления Древнего Китая в трактате «Хань Фэй-Цзы» // В сборнике: Древо познания и дерево знания. Магистерские исследования Иркутск, 2015. С. 232—241.
  • Burton Watson (1964). Han Fei Tzu: Basic Writings. New York: Columbia University Press. ISBN 978-0-231-08609-7.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 ХАНЬ ФЭЙ // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  3. 3,0 3,1 Hsiao K., Ames R. T. Han Feizi // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. 4,0 4,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  5. 趙崇絢 (unspecified title) (билдәһеҙ)
  6. 6,0 6,1 现代汉语词典 (Сяньдай ханьюй цыдянь). — 5-е изд. (2005). — Пекин: Шану иньшугуань, 2010. — ISBN 9787100043854.
  7. 7,0 7,1 Zhang Ciyun. Chinese Idioms and Their Stories. — Shanghai Translation Publishing House, 2015. — (Ancient Chinese Wisdom). — ISBN 978-7-5327-6889-9.