Ханука (йәһ. חֲנֻכָּה‎‎ (Ханука́[1] йәки Ха́нука[2], грек. τά έγαίνια, арам. חֲנֻכְּתא «яңы итеү, яңынан итеү/яңынан изге итеү») — йәһүд байрамы. Байрам көндәре: 25-се кислев — 2-се йәки 3-сө тевет (барыһы 8 көн).

Ханука менораһы

2011 йылда Ханука байрам ваҡыты: 20 аҡъюлай — 27 аҡъюлай.

Байрам б.э.т II быуатта барлыҡҡа килгән. Б. э. т 165 йылда грек-сирия һәм йәһүд ғәскәрен тар-мар итеп — Иерусали́м Храмы таҙарыныу, ҡорбан хайуандарын яндырыу урынын ru: Жертвенник всесожжения изге итеү, ғибәҙәтханаға мәхәллә ҡылыу хөрмәтенә үткәрелгән байрам. 25-се Кислов көнөнә тиклем, 3 йыл алда, Антоих Епифон Израильдең иң изге урынын мәсхәрә иткән.

Байрам исеме

үҙгәртергә

Хануки һүҙе «хануккат һа-мизбеах» (изге итеү) әйтеменән килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Икенсе фараз буйынса חנוכה=חנו כ"ה , йәғни Кислев айының 25-се көнөндә дошмандарҙан арындыҡ тигәнде аңлата. Байрамдың икенсе исеме — Хаг Урим, Ут байрамы тигәнде аңлата.

Маккавейҙәр ихтилалы

үҙгәртергә

Б. э. т. 170 йылда Иерусалим Ҡорамын Селевкид династияһынан Антиох Эпифан яулап ала һәм храм йыһаздарын һәм шул иҫәптән алтын Менораны ru:Менора (ете олонло шәм) Сирияға оҙата. Б. э. т 167 йылда халыҡ (Маккавейҙәр) ихтилалы күтәрелә һәм Иерусалим Ҡорамын Селевкид династияһы хакимлегенән азат итә. Маккавейҙәр храм йыһаздарын яңырта һәм ете олонло Менора шәмен тоҡандырыу йолаһын яңырта.

Ханука мөғжизәһе

үҙгәртергә

Риүәйәт буйынса Маккавейҙәр Храмды азат иткәс, ете олонло Менора шәмен тоҡандырырға таҙа май таба алмағандар, икән. Эҙләй торғас бәләкәй генә май көршәге тапҡандар. Көршәк бик бәләкәй булған, ундағы май шәмдә бер генә көн яндырырға еткән. Шулайҙа Маккавейҙәр шәмде тоҡандырырға була. Шул ваҡытта мөғжизә тыуа — яңы май әҙерләргә һигеҙ көн кәрәк була, әҙ генә май теүәл һигеҙ көн буйы яна. Бынан һуң Ханука байрамы һигеҙ көн байрам ителә.

Ханукия шәмен ҡабыҙыу

үҙгәртергә

Ханукия байрамында шәм ҡабыҙыу йолаһы бар. Шәмдәрҙе тоҡандырыу тәртибе былай: беренсе көн бер шәм тоҡандырыла, икенсе көн — ике … шулай итеп һигеҙгә тиклем. Туғыҙынсы көндә бөтә шәмдәрҙә яндырыла. Дөйөм шәмдәр иҫәбе — 44.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Электрон Йәһүд Энциклопедияһындағы Ханукка мәҡәлә
  2. «Новейший словарь иностранных слов и выражений» (Мәскәү: АСТ һәм Минск: Харвест, 2001)


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.