Тәржемәсе көнө

(Халыҡ-ара тәржемәсе көнө битенән йүнәлтелде)

Халыҡ-ара тәржемәсе көнө (Journée mondiale de la traduction , International Translation Day) — телдән һәм яҙма тәржемәселәрҙең һөнәри байрамы 30 сентябрҙә билдәләнә (Библияны латин теленә тулыһынса тәржемә иткән Изге Иероним Стридонскийҙың 419 йәки 420 йылда вафат булған көнө). Һөҙөмтәлә «Вульгата», йәғни латинсанан Biblia Vulgata «Дөйөм ҡабул ителгән Библия» барлыҡҡа килә, шуға бәйле Иероним Стридонский тәржемәселәрҙе ҡурсалаусы изге йән тип иҫәпләнелә. Байрам Халыҡ-ара тәржемәселәр федерацияһы (FIT) тарафынан 1991 йылда ойошторола. Байрамдың мәртәбәһе йылдан-йыл күтәрелә бара.

Тәржемәсе көнө
Нигеҙләү датаһы 24 май 2017[1]
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған тәржемә
Нигеҙләүсе Международная федерация переводчиков[d]
Төп тема тәржемә[2]
Башланыу датаһы 1991[3]
В память о тәржемә[2]
Йылдың көнө 30 сентябрь[2]
Ойоштороусы БДО[2]
Рәсми сайт es.fit-ift.org/dia-inter…

2017 йылда БМО Генераль ассамблеяһының 71-се сессиянда Резолюция A/RES/71/288[4] бер тауыштан ҡабул ителә, унда профессиональ тәржемәнең халыҡтарҙы берләштереүсе роле, уның тыныслыҡ урынлаштырыуға, бер-береңде аңлауға һәм үҫешкә булышлыҡ итеүе таныла, ә 30 сентябрь Халыҡ-ара тәржемәләр көнө тип һәм уның БМО сиктәрендә билдәләнеүе иғлан ителә[5].

Байрамдың девиздары

үҙгәртергә
  • 2004 — «Тәржемә — телдәрҙең һәм мәҙәниәттәрҙең күп төрлөлөгө нигеҙе» (МФП).

«Тәржемәселәр даими рәүештә аралашыу процесының үҙәгендә тора. Идея һәм һәр төрлө эшмәкәрлектәрҙе тирә-йүнгә таратыусы булараҡ, улар беҙ йәшәгән донъяны ойоштора. Шулай итеп, тәржемә күп телле аралашыуҙы тәьмин итеүсе фактор булараҡ, асыҡлыҡ һәм демократия үҫешен сағылдыра.» (МФП 2004 пресс-релизынан).

  • 2005 — «Тәржемәсенең һөнәренә һәм йәмғиәт алдында яуаплылығы» (МФП).
  • 2006 — «Күп телдәр — бер һөнәр».
  • 2007 — «Сапҡынға атмағыҙ».
  • 2008 — «Терминология: һүҙҙәр мәғәнәгә эйә».
  • 2009 — «Бергә эшләйек».
  • 2010 — Рәсәй тәржемәселәре союзы тәҡдим иткән девиз: «Күп тауышлы донъяла сифат стандарты» (ингл. Quality Standard for a Variety of Voices).
  • 2011 — «Мәҙәниәттәр араһында бәйләнеш булдырыу» (ингл. Bridging Cultures).
  • 2012 — «Мәҙәниәттәр араһындағы бәйләнеш булараҡ тәржемә»[6].
  • 2013 — «Берләштерелгән донъя лингвистик кәртәләрҙән тыш» (ингл. Beyond Linguistic Barriers — A United World).
  • 2014 — «Телгә хоҡуҡ: кешелек хоҡуҡтарының нигеҙе» (ингл. Language Rights: Essential to All Human Rights).
  • 2015 — «Телдән һәм яҙма һәм тәржемәнең үҙгәрә барыу күренеше» (ингл. The changing face of translation and interpretation).
  • 2016 — «Яҙма һәм телдән тәржемә: донъяны тоташтырыусы» (ингл. Translation and Interpreting: Connecting Worlds).
  • 2017 — «Тәржемә һәм төрлөлөгө» (ингл. Translation and Diversity)
  • 2018 — «Тәржемә: үҙгәрештәр дәүерендә мәҙәни мираҫтың үҫешенә булышлыҡ итеү» (ингл. Translation: promoting cultural heritage in changing times).
  • 2019 — «Халыҡ-ара ерле халыҡтар теле йылында ерле халыҡ теле һәм уларҙың тәржемәһе» (ингл. Translation and Indigenous Languages during International Year of Indigenous Languages)
  • 2020 — «Көрсөктә тыныслыҡ булдырыу өсөн һүҙ табыу» (ингл. Finding the words for a world in crisis)
  • 2021 — «Тәржемәлә берҙәмлек» (ингл. United in translation)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә