Халыҡ-ара ерле халыҡтарҙың теле йылы

2019 йыл БМО тарафынан халыҡ-ара ерле (аҫаба) халыҡтар теле йыл (ингл. International Year of Indigenous Languages) тип иғлан ителә. Ошо йылда үткәрелгән сараларҙың төп бурысы булып йәмәғәтселектең бөтөн донъяла юҡҡа сығыу алдында торған автохтон телдәрҙең торошо тураһындағы мәғлүмәтен арттырыу, шулай уҡ тел, йәмғиәттең үҫеше, тыныс йәшәү һәм низағтарҙы көйләү аһында бәйләнештәр урынлаштырыу тора[2][3].

Халыҡ-ара ерле халыҡтарҙың теле йылы
Төп тема автохтонные языки[d]
Ваҡиға ваҡыты 2019
В память о автохтонные языки[d]
Рәсми сайт en.iyil2019.org
fr.iyil2019.org[1]
es.iyil2019.org

Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар теле йылы 2019 йылдың 28 ғинуарында ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында[4] һәм 1 февралдә БМО-ның Нью-Йорк<тағы штаб-фатирында асыла[5].

Элек тә БМО Халыҡ-ара ерле халыҡтар теле (1993 йыл) һәм Халыҡ-ара телдәр йылын (2008 йыл) иғлан итә.

2019 йылдың ноябрендә БМО 2022—2032 йылдарҙы Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар теле ун йыллығы тип иғлан итте[6][7].

2016 йылдың 19 декабрендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ерле халыҡтар мәсьәләләре буйынса БМО-ның Даими Форумы резолюцияһы нигеҙендә (Резолюция 71/178) 2019 йылды Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар теле йылы тип иғлан итте. Генераль Ассамблеяһы резолюцияһында был ваҡиғаны ойоштороу буйынса әйҙәүсе ойошма итеп ЮНЕСКО-ны тәғәйенләүҙе тҡдим итә[3].

2019 йылда «ЮНЕСКО Курьер» журналының беренсе һаны Халыҡ-ара ерле халыҡтар теленә арнала[8].

Маҡсаттары

үҙгәртергә

Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар теленең төп маҡсаты — ерле телдәр дусар ителгән хәүефкә, бигерәк тә уларҙың үҫешкә, тейешле идара итеүгә, аңлашмаусылыҡты көйләүгә һәм тыныслыҡ тәьмин итеүгә йоғонто яһағандарына иғтибар йәлеп итеү. Йылд маҡсаттары йәшәү сифатын яҡшыртыуҙы, халыҡ-ара кимәлдә киң хеҙмәттәшлекте һәм мәғлүмәтлелекте тәьмин итеү, аҫаба халыҡтарҙың теле һәм мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ булыуын раҫлау өсөн мәҙәниәттәр диалогын көсәйтеүҙе үҙ эсенә ала[9].

Эшмәкәрлектең биш төп йүнәлеше билдәләнә[10][11]:

  1. Үҙ-ара аңлашыуҙы көсәйтеү, низағтарҙы уңышлы көйләү һәм халыҡ-ара бәйләнештәргә булышлыҡ итеү;
  2. ерле телдәргә ҡарата белем менән алмашыу һәм уңышлы стратегияларҙы таратыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу;
  3. ерле халыҡтар телен стандарттар булдырыу процесына интеграциялау;
  4. ҡеүәтте арттырыу ярҙамында мөмкинлектәрҙе арттырыу;
  5. яңы белемде аныҡлау аша үҫеү һәм үҫешеү.

Йыл саралары

үҙгәртергә

Был йыл планына 2010 йылдың тотороҡло үҫеш һәм тотроҡло үҫештең 17 маҡсатын үҙ эсенә алған түбәндәге темаларға бағышланған саралар үткәреү инә:

  • Тел, мәғлүмәт һәм коммуникация технологияларын ҡулланып күп күләмле материалдар һәм киң хеҙмәт спектры булдырыу ярҙамында ревитализацияланыуға һәм ерле телдәргә ярҙам итергә («Ярҙам»).
  • Ерле телде һаҡлау, ерле халыҡтар тураһындағы һәм ерле телдәр вәкилдәре өсөн (балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр) ошо телдәге мәғарифҡа, мәғлүмәт һәм белемгә алыуҙы тәьмин итеү, мәғлүмәт йыйыу һәм таратыу ысулдарын яҡшыртыу («Файҙаланыу»)
  • Ерле халыҡтың ҡиммәттәрен һәм белемен киңерәк социомәҙәни, иҡтисади һәм сәйәси өлкәләргә индереү, шулай уҡ традицион спорт төрҙәре һәм уйындары кеүек мәҙәни практикаларҙы үҫтереү («Үҫеш»)

Сараларҙы үткәреүҙә аҫаба халыҡтар вәкилдәре, БМО ойошмалары системаһы, ғилми берләшмәләр, дәүләт һәм шәхси ойошмалар, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша[2][3].

Рәсәйҙә ерле халыҡтар теле йылы

үҙгәртергә

РФ-ның Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы һәм РФ мәғариф министрлығы «Сахалин Энерджи» һәм «Лукойл» компаниялары ярҙамында Рәсәйҙә Халыҡ-ара ерле халыҡтар теле сайтын эшләй[12][13].

21 февралдә, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, рәсми рәүештә Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телен һаҡлау һәм өйрәнеү фонды теркәлә.

Рәсәйҙә Халыҡ-ара ерле халыҡтар теле йылы 2019 йылдың 21 мартында Ханты-Манси автономиялы округы — Юграла рәсми асыла[14].

Ерле халыҡтар теле йылын үткәреү планы үҙ эсенә 700-ҙән ашыу сараны ала. Улар төбәк һәм федераль кимәлдә үтә. 4-6 апрелдә РФА-ның тел ғилеме институтында Рәсәйҙә һәм унан ситтә ерле халыҡтың телен өйрәнеү, һаҡлау һәм уҡытыу проблемаларына арналған «Лингвистик форум 2019: Рәсәйҙең һәм донъяның ерле халыҡтары теле» халыҡ-ара конференция үтә[15][16][17][18].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ерле халыҡтарҙың хоҡуҡтары тураһында декларация
  • Халыҡ-ара туған телдәр көнө
  • Донъяның халыҡ-ара ерле халыҡтары көнө
  • Телдәрҙе тергеҙеү
  • Юғалып барған телдәр

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://fr.unesco.org/IY2019/
  2. 2,0 2,1 2019 the Year of Indigenous Languages IY2019 – Language Magazine, Language Magazine (7 сентябрь 2018). 10 октябрь 2018 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 3,2 Donovan, Sophie. Get talking – are we losing indigenous languages? – Geographical. 10 октябрь 2018 тикшерелгән. 2019 йыл 27 май архивланған.
  4. В Париже прошло официальное открытие международного года языков коренных народов
  5. «Есть народы, где число носителей языка можно сосчитать по пальцам». В ООН дали старт Международному году языков коренных народов
  6. A/C.3/74/L.19/Rev.1 — R — A/C.3/74/L.19/Rev.1
  7. Генеральная Ассамблея ООН провозгласила период 2022—2032 годы Международным десятилетием языков коренных народов 2019 йыл 20 ноябрь архивланған.
  8. Latest articles | ЮНЕСКО
  9. Lesson planning – events and themes for 2018 (билдәһеҙ) // Australian Council for Educational Research – ACER. — 2018.
  10. Резолюция, принятая Генеральной Ассамблеей 19 декабря 2016 года.
  11. Международный день коренных народов мира 9 августа.
  12. В России создали фонд поддержки языков коренных народов
  13. ФАДН и Минпросвещения РФ создали фонд поддержки родных языков
  14. Международный год языков коренных народов в России
  15. Международная конференция «Лингвистический форум 2019: Коренные языки России и мира»
  16. Ногайские идиомы и трансформацию кетского фольклора обсудят на лингвофоруме в Москве
  17. На лингвистическом форуме в Москве обсудят коренные языки России и мира
  18. Title 2020 йыл 27 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә