Хажиева Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы

(Хазиева Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы битенән йүнәлтелде)

Хажиева Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы (15 август 1930 йыл — 18 август 2021 йыл) — бейеүсе. 1952—1972 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, 1972 йылдан бөгөнгө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. 1975—1985 йылдарҙа Әбйәлил районы хужалыҡтарының бейеү ансамблдәре етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1967). Йәштәр һәм студенттарҙың VII Бөтә донъя фестивале лауреаты (Вена, 1959).

Хажиева Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 август 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Ибраһим, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 август 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (91 йәш)
Һөнәр төрө актёр
Эш урыны Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы Хажиева 1930 йылдың 15 авгусында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында тыуған.

1952 йылда Өфө театр-художество училищеһын (1952; педагогы Х.Бухарский) тамамлай.

Ошо йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей, 1972 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһында, 1975—1985 йылдарҙа Әбйәлил районында эшләй, С. М. Киров исемендәге колхоз, «Красная Башкирия» һәм «Урал» совхоздары бейеү ансамблдәре етәксеһе була.Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге менән хеҙмәттәшлек итә[1]. CCCР-ҙың халыҡ артисы Мәхмүт Эсамбаев менән бергә сығыш яһай. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (Мәскәү, 1955), БАССР-ҙың мәҙәниәт көндәрендә (Ульяновск, 1968; Ленинград, 1969) ҡатнаша. СССР буйлап һәм донъяның 30 илендә гастролдәрҙә сығыш яһай.

Бейеүҙәре

үҙгәртергә

Рәүилә Хажиеваның таланты башҡорт ҡыҙҙарының романтик һәм тәьҫирле образдарын тыуҙырыуҙа асыла, уның бейеүҙәренә виртуозлыҡ һәм сағыу темперамент хас була. Үҙе ҡуйған «Озон сэс» бейеүендә Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы ошо сифаттарын тулыһынса күрһәтә[2].

«Биҙрә менән бейеү», «Дуҫлыҡ», «Зарифа», «Ҡороҡсолар», «Шаян ҡыҙҙар» һәм башҡа башҡорт бейеүҙәрендә соло партияларын башҡара; СССР халыҡтары бейеүҙәрен, көнсығыш бейеүҙәрен (катхакали стилендәге һинд, лаос, елпеүестәр менән корея бейеүе) башҡара.

Раүилә Хажиева «Оҙон сәс», «Һалдат ҡайтты» (А. Н. Фәхретдинов менән берлектә) соло бейеүҙәрен; «Илгәҙәк», «Хәйерниса-Гөлниса», «Себер татарҙары» күмәк бейеүҙәрен сәхнәгә ҡуя.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1967)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1955)
  • Йәштәр һәм студенттарҙың VII бөтә донъя фестивале лауреаты (Вена, 1959)[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә