Хажимөхәмәт (Ырымбур өлкәһе)

Ырымбур өлкәһе
(Хажмөхәмәт (Ырымбур өлкәһе) битенән йүнәлтелде)

Хажимөхәмәт (рус. Хазимухаметово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл.

Хажимөхәмәт
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы һәм Ырымбур өлкәһе

Географияһы үҙгәртергә

Хажимөхәмәт ауылы ул саҡта Ҡыуандыҡ районына ингән Оло Сурай (Сурай) ауылынан 19 км алыҫлыҡта ятҡан тип яҙған төбәк тарихы белгесе С. М. Стрельников[1]. 1901 йылғы сығанаҡта ауыл Ҡатралы (рус. Катрала) йылғаһы буйында урынлашҡан тип яҙылған, мәгәр был йә хата, йә ауыл аҙаҡ был урындан Һаҡмар ҡушылдығы Саҡмағош йылғаһы буйына, һуңғараҡ йәшәгән урынына күсенгән булғандыр, тигән ул.

Тарихы үҙгәртергә

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, ауыл тәүге тапҡыр 1901 йылдағы документта урыҫ телендә Хазимухаметово тип телгә алынған. 1968 йылғы исемлектәрҙә — Хазмухаметово. Ауыл 1972 йылда, унда йәшәгән һуңғы кеше — башҡорт милләтле Илдар исемле кеше яҡындағы Кесе Сурай ауылына күсеп киткәс, йәшәүҙән туҡтаған[2].

Этимологияһы үҙгәртергә

Ойконим Хажимөхәмәт тигән башҡорт исеменән барлыҡҡа килгән. Т. Кусимова, С. Бикҡолова төҙөгән «Башҡорт исемдәре» һүҙлегендә был андронимға шундай аңлатма бирелә: Хажимөхәмәт — ғәрәп теленән ингән, хажи+мөхәмәт тигән ике өлөштән тора[3]

Шул уҡ ваҡытта ауылдың рәсми булмаған Саҡмағош тигән атамаһы ла булған, быныһы инде ауыл халҡы һыулаған йылға исеменән бирелгән. С.М. Стрельников Саҡмағош тигән топонимдарҙың Башҡортостанда ла осрауын һәм «Башҡорт АССР-ы топонимдары» һүҙлегендә[4] тасуирланыуын хәбәр итә. Был һүҙлектә топонимдың башҡорт телендәге ике һүҙҙән — саҡма һәм ҡош (ҡыуыш) тигәндән килеп сығыуы мәғлүм ителә. 2 томлыҡ "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә саҡма һүҙе былай тип аңлатыла: Саҡма (рус. кремень) — сағып, һыҙа һуғып, ут тоҡандырыр өсөн ҡулланылған махсус таш; мылтыҡтың пистонға һуға торған өлөшө [5].

Тимәк, йылғаның атамаһы саҡма ҡыуыш тигәндән килеп сыҡҡан[6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  2. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  3. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 111-се бит
  4. Словарь топонимов Республики Башкортостан — Уфа: Китап, 2002. — 171-се бит. — 256 б. — ISBN 5-295-03192-6.
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 161-се бит
  6. Название происходит от башкирского мужского личного имени Хазимухаммет. У селения было и другое, неофициальное наименование (от речки) — Сакмагуш. По речке получила наименование несуществующая ныне д. Сакмагуш (официальное название — Хазимухаметово). Авторы «Словаря топонимов Башкирской АССР» сопоставляют топоним Сакмагош (так называют еще и правый приток Белой в Башкортостане) с башкирским сакма — «кремень», «кресало», кош — «шалаш», «балаган». Следовательно, переводить можно «Кремневый шалаш». Подобные названия широко распространены в Башкортостане. — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 29-сы бит
  • Словарь топонимов Республики Башкортостан — Уфа: Китап, 2002. — 171-се бит. — 256 б. — ISBN 5-295-03192-6.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 161-се бит