Хажи Лойо
Сәлих Вилайетович (босн. Salih Vilajetović), шулай уҡ билдәле Хажи Лойо (босн. Hadži Lojo, нем. Hadschi Lojo; 1834—1887) — 1870-се йылдарҙа Сараевола боснийҙар лидеры.
Хажи Лойо | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Хажи Лойо Викимилектә | |
Билграфияһы
үҙгәртергәКарьерҙа эшсе булып эшләгәндән һуң, ялланған йөк ташыусы, мәҙрәсәлә мөҙәрис һәм башбоҙоҡ (Ғосман империяһында ялланған хәрби отрядтар) була. Лойо СараеволаТанзимат ғосман реформаларына ҡаршылыҡ хәрәкәтенә ҡушылғандан һуң билдәлелек ала. Ул 1872 йылда яңы православие сиркәүе төҙөлөшөнә оппозицияны етәкләгәндә тағы ла билдәлелек яулай. Артабанғы йылдарҙа Хаджи Лойо ғосман хөкүмәте менән асыҡ конфронтацияға инә, үҙенең бандаһы менән төрлө һөжүмдәр һәм талауҙар яһай, һөҙөмтәлә уны һәм уның бандаһын ғосман властары эҙәрлекләй.
Австро-Венгрия Босния һәм Герцеговинаны оккупациялағанға тиклем бер аҙ алдараҡ, Лойо австриялыларға ҡаршы тороу өсөн мосолмандарҙы, православие динендәгеләрҙе, йәһүдтәрҙе һәм хатта ҡайһы бер католиктарҙы үҙ тирәһенә туплай. Лойо 1878 йылда Мәхмәт Шемсикадич, Хафиз Каукчия һәм Хажи Ямакович кеүек шәхестәр менән бергә Сараевоны оккупациялауға мосолман ҡаршылыҡ хәрәкәтенең төп лидерҙарының береһе була. 28 июлдә оккупацияға ҡаршы тороусылар ҡалала үҙ хөкүмәтен ойоштора һәм хәрби хеҙмәткә һәләтле бөтә мосолмандарҙы һәм башҡа граждандарҙы мобилизациялау тураһында декрет сығара. Лойо ҡалалағы ихтилалда әүҙем ҡатнашмаһа ла, Австро-Венгрия хөкүмәте уны ихтилалдың төп ойоштороусыһы тип баһалай, шул уҡ ваҡытта баш күтәреүселәрҙең башҡа лидерҙары уны ялыҡтырғыс һәм файҙаһыҙ тип иҫәпләй. Улар хатта 1879 йылдың 14 авгусында Лойоны үлтерергә маташа. 16 августан 17 авгусҡа ҡараған төндә, яраланып, ул Сараевонан сығып, Рогатица һәм Горажде тирәһендә йәшеренә һәм шунда 2 сентябрҙә ҡулға алына[1].
Башта Лойо үлем язаһына хөкөм ителә, һуңынан ул биш йылға Богемияла Терезиндың төрмәһенә ултыртыла. Боснияға ҡайтырға рөхсәт ителмәгәнлектән, Лойо иреккә сыҡҡандан һуң Ғосман империяһына күсә, һәм Мәккә ҡалаһында вафат була.
Серб яҙыусыһы Бранислав Нушич 1908 йылда уның биографияһы мотивтары буйынса роман яҙа[2], ә 1982 йылда ошондай уҡ әҫәрҙе босний яҙыусыһы Решад Кадич та ижад итә[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Redakcija, Aura Ko je bio Salih Vilajetović – Hadži Lojo? Misteriozni hodža, hadžija i derviš koji se hrvao sa medvjedom (босн.). Aura. Дата обращения: 27 май 2022. Архивировано 22 март 2022 года. 2022 йыл 22 март архивланған.
- ↑ Kostić, Strahinja K. «Branislav Nušić.» Maske und Kothurn 30.1-2 (1984): 145—152.
- ↑ Rešad Kadić. Hadži Lojo. — Starješinstvo Islamske zajednice u Bosni i Hercegovini, Hrvatskoj i Sloveniji, 1982.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Schindler, John. «Defeating Balkan Insurgency: The Austro-Hungarian Army in Bosnia-Hercegovina, 1878-82.» Journal of Strategic Studies 27.3 (2004): 528—552.
- Bojic, Mehmedalija. «Armed Resistance in Bosnia and Herzegovina against the Austro-Hungarian Invasion in 1878.» Survey Sarajevo 6 (1979): 49.
- “Jedan znameniti Sarajlija: Hadži Hafiz Lojo: Vodja Sarajevskog ustanka protiv okupacije Bosne 1878. Život i djelovanje Hadži Hafiza Saliha Vilaetovića-Loje”. Muslimanska Svijest (1): 4–. 1936.