Фәхретдинова Динара Йәлил ҡыҙы

Фәхретдинова Динара Йәлил ҡыҙы (рус. Фахретдинова Динара Жалиловна; 20 ноябрь 1992 йыл) — Рәсәй спортсыһы. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Ҡаяға үрмәләү буйынса Европа чемпионы (2013). Ҡаяға үрмәләү буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы (2013, 2014, 2018) һәм күп тапҡыр Рәсәй чемпионаты призеры (2008, 2009, 2010, 2011, 2012, 2015, 2021, 2022). Ҡаяға үрмәләү буйынса Рәсәй кубогы еңеүсеһе (2017, 2021, 2022).

Фәхретдинова Динара Йәлил ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 20 ноябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (31 йәш)
Тыуған урыны Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ҡаяға үрмәләүсе
Спорт төрө үрмәләү[d]
Бейеклеге/буйы 152 сантиметр[1]
 Фәхретдинова Динара Йәлил ҡыҙы Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Динара Йәлил ҡыҙы Фәхретдинова 1992 йылдың 20 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһында тыуған. 4 йәшендә ғаиләһе менән Ямал-Ненец автономиялы округының Губкинский ҡалаһына күсә. 6 йәштән акробатика менән шөғөлләнә башлай. Атаһы спортсы була, ул Динараға 7 йәш булғанда вафат була. 10 йәшенән ҡаяға үрмәләү спорты менән шөғөлләнә. 16 йәшендә Мәскәүгә күсә.

2006, 2008 һәм 2009 йылдарҙағы үҫмерҙәр араһында донъя беренселектәрендә тиҙлеккә үрмәләү буйынса дисциплинала өс тапҡыр еңеү яулай. Ә 2010 йылда донъя беренселегендә ауырлыҡҡа үрмәләү буйынса дисциплинала бронза миҙалын яулай.

Ҡаяға үрмәләү буйынса Рәсәй чемпионаттарында күп тапҡыр уңышлы сығыш яһай. Ауырлыҡҡа үрмәләү дисциплинаһында өс тапҡыр — 2013, 2014 һәм 2018 йылдарҙа Рәсәй чемпионы титулын яулай. Ошо уҡ дисциплинала 2008, 2009, 2011, 2012, 2015, 2021 йылдарҙа көмөш, ә 2010 һәм 2022 йылдарҙа бронза миҙалдарына эйә була.

2012 йылда ҡаяға үрмәләү буйынса донъя кубогы этабында 3-сө урынға эйә була.

2013 йылда рәсәйлеләрҙән беренсе булып Европа чемпионатында ауырлыҡҡа үрмәләү дисциплинаһында 1-се урын яулай һәм ошо уҡ дисципланала Бөтә донъя уйындарынан бронза миҙалын алып ҡайта.

2015 йылдың ноябрендә Мәскәүҙә уға бысаҡ менән һөжүм итәләр, дауаханала операция яһайҙар. 2016 йылдың йәйендә йәнә халыҡ-ара спорт ярыштарында ҡатнаша башлай.

2017, 2021 һәм 2022 йылдарҙа ҡаяға үрмәләү буйынса Рәсәй кубогы еңеүсеһе була.

Боулдеринг буйынса ла уңыштары бар — Динара 2021 йылда Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яулай һәм 2022 йылда Рәсәй кубогында 2-се урынға эйә була.

2021 йылда Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары араһынан тәүгеләрҙән булып 9а «Макс Фактор» категорияһын үтәй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә