Фәнүс (ғәр. فانوس‎ — фонарь, шәм, яҡтыртҡыс, маяҡ‎) — Изге Рамаҙан айы башланыуы айҡанлы Мысырҙа һәм башҡа ғәрәп илдәрендә йәшәүселәр тарафынан Фатимиҙар заманынан ҡабыҙыла торған ғәжәйеп формалағы төҫлө фонарҙар.

Фәнүс
Рәсем
 Фәнүс Викимилектә
Мысыр, Ҡаһирә. Рамаҙан айының фәнүс биҙәүестәре

Фараздар

үҙгәртергә

Фәнүстарҙың килеп сығышы тураһында бер нисә версия бар. Уларҙың береһенә ярашлы, Фатими хәлифә Әл-Хәким би-Әмриллаһ идара иткән осорҙа ҡатын-ҡыҙҙарға Рамаҙан айында ғына мәхрәмдәре оҙатыуһыҙ өйҙәренән сығырға рөхсәт ителә. Әммә уның алдынан бәләкәй малай баҡыр фонарь тотоп барырға, урамдарҙағы ир-аттарға юл бирергә кәрәклеген иҫкәртергә тейеш була. Кешеләргә фонарҙар шул тиклем оҡшай, был закондар йомшартылғандан һуң да һәр Рамаҙанда уларҙың балалары урамда фәнүс йөрөтөүен дауам итә[1]. Икенсе версия буйынса, 972 йылда яңы баш ҡалаһына тантаналы рәүештә ингән фатими хәлифә әл-Мүғизде мысырҙар төрлө төҫтәге фонарҙар менән ҡаршы ала[2].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Фәнүс формаһы буйынса ҡәлғә башняһын хәтерләтә. Мысыр оҫталары йоҡа металл пластиналарҙан һәм төрлө төҫтәге быяланан фонарҙар эшләй. Фонарҙарҙың нигеҙен һәм өҫкө өлөшөн быялаға алтын буяу менән каллиграфик яҙып төшөрөлгән ҡатмарлы нағыштар, Ҡөрьән аяттары биҙәй. Иң ҙур фонарҙар ике метр бейеклеккә етә. Элек фәнүстың уртаһына шәм йәки факел ҡуйғандар. Әлеге ваҡытта башлыса пластмассанан эшләнгән һәм батареялар ҡулланылған ҡытай күсермәләре һатыла[3].

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Рамадан шагает по планете — Египет. islam.uz (15 июль 2013). Дата обращения: 7 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 7 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 7 ғинуар архивланған.
  2. Месяц Рамадан в Египте — символы и традиции, сохраняющиеся веками. РИА Новости (19 сентябрь 2007). Дата обращения: 7 ғинуар 2014. Архивировано 7 ғинуар 2014 года.
  3. Рамадан в Египте. О рамадане. Дата обращения: 7 ғинуар 2014. Архивировано 7 ғинуар 2014 года.