Фәнзил (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Фәнзил(неол.) — ғәрәп сығанаҡлы башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.
Этимологияһы
үҙгәртергәФәнзил — фәнле, ғилемле тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Ғәбиҙуллин Фәнзил Нәғим улы (26.02.1939), мәғариф хеҙмәткәре. 1971—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы мәғариф бүлеге мөдире, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Санъяров Фәнзил Бүләк улы (17.02.1953), ғалим-филолог, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доценты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы[1].
- Мөғәллимов Фәнзил Мәүләүи улы (1950), ғалим-инженер-электромеханик. 1993 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; 1994—1996 йылдарҙа Үткәргес торба системаларын диагностикалау үҙәге директоры, 2003—2004 йылдарҙа төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 2002 йылдан «Востокнефтегаз» фәнни техник фирмаһының генераль директоры. Техник фәндәр докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2000). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983).
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |