Фёдорова Нина Михайловна
Нина Михайловна Фёдорова (1933) — совет сәнәғәте хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Фёдорова Нина Михайловна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 15 сентябрь 1933 (88 йәш) |
Тыуған урыны | Һамар өлкәһе, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
БиографияһыҮҙгәртергә
Нина Михайловна Фёдорова 1933 йылдың 15 сентябрендә Куйбышев өлкәһе Чапаевск ҡалаһында тыуған, хәҙерге Һамар өлкәһендә тыуған.
Һуғыштан алда һәм һуғыш йылдарында ғаилә Краснодар крайында Адыгейҙа йәшәй, һуғыштан һуң ата-әсәһе репрессиялана. Нина тыуған яғына ҡайта һәм үҙәсәһенең һеңлеһе- үҙенең апаһында йәшәй. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң, 1953 йылда Куйбышев нефть технологияһы техникумын тамамлай һәм бүлеү буйынса Новокуйбышевск ҡалаһына төҙөлөп ятҡан нефть эшкәртеү заводына эшкә ебәрелә. Ун һигеҙ йәшендә ошо заводты төҙөүсе тотҡондар бригадаһы менән етәкселек итә. Бер нисә тапҡыр ҡатмарлы ситуацияға эләгә, әммә унан сыға белә. Новокуйбышевск нефть эшкәртеү заводының газ ҡоролмалары цехын һәм крекингтарын төҙөй[1]
Һуңынан Нина Михайловнаны бер сменала өлкән оператор итеп тәғәйенләйҙәр. АГФУ-1 һәм АГФУ-2 өлкән оператор булып бэшләй. Бер нисә етди аварияны бөтөрөүҙә ҡатнаша, шул иҫәптән янғындар менән көрәшә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 20 апрелендәге Указы менән биш йыллыҡ пландың производство заданиеларын үтәүҙә, хеҙмәттә алдынғы ысулдар индереүҙә ҙур уңыштары һәм нефть эшкәртеү һәм нефть-химия сәнәғәтендә юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшеүе өсөн Фёдорова Нина Михайловнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Производство менән бер рәттән, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Хеҙмәтсәндәрҙең ҡала советы депутаты итеп һайлана, КПСС өлкә комитетында ағза булып тора, партия съезы, СССР ДОСААФ IX һәм Х IX съездары делегаты итеп һайлана. Йәштәрҙең остаздар советы рәйесе, мәктәптә штаттан тыш тәрбиәсе була. Ун йыл дауамында заводтың остаздар советы рәйесе, профактивтарҙың халыҡ унгиверситеты факультеты деканы була. Егерме биш йылдан артыҡ һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының ҡала советы рәйсе урынбаҫары була. Һуғыш ветерандары һәм Новокуйбышевск нефть эшкәртеү заводының тыл хеҙмәтсәндәре тураһында «Опалённые войной» китабының авторы[2]
Ярты быуат самаһы нефть эшкәртеү заводында эшләп, хаҡлы ялға сыға һәм Новокуйбышевск ҡалаһында йәшәй.[1]
Миҙалдар һәм «СССР нефть һәм химия сәнәғәте министрлығы алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнә (1966). Новокуйбышевск ҡалаһының почетлы гражданы (2006).[3]
БиблиографияҮҙгәртергә
- Трудовая слава Самары. Альманах. Выпуск 3. Самара, 2014.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Золотой сентябрь жизни 2020 йылдың 18 март көнөндә архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «rosgeroika» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑ Опаленные войной : очерки, статьи, стихи о ветеранах войны и тружениках тыла, работавших на Новокуйбышевском НПЗ / Самара : Офорт, 2010. — 323 с. ISBN 978-5-473-00624-7.
- ↑ Федорова Нина Михайловна
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Фёдорова Нина Михайловна
- Линии жизни любимого города. Новокуйбышевску – 65 лет. 2020 йылдың 24 март көнөндә архивланған.
- На создание летописи города вдохновило нефтяное производство 2020 йылдың 24 март көнөндә архивланған.
- Экскурсия ветеранов в музей Управления Федеральной Службы Безопасности по Самарской области