Фэрбрюк монастыры
Фэрбрюк монастыры (нем. Kloster Fährbrück) — августин ирҙәр монастыры. Һаузен-бай-Вюрцбург (Түбәнге Франкония) бавария коммунаһы территорияһында урынлашҡан; барлыҡҡа килгән датаһы аныҡ билдәле түгел — урындағы хаж ҡылыу сиркәүе тураһында иҫкә алыу документтары 1164 йылға ҡарай. 58 метр бейеклегендәге манаралы собор бындағы иҫтәлекле урын булып тора; Фэрбрюкка ғибәҙәт ҡылыу кәм тигәндә XIV быуаттан бирле килә. Монастырға 1867 йылда нигеҙ һалынған; 1934 йылда уның биналар комплексы үҙгәртеп ҡоролған.
Фэрбрюк монастыры | |
Нигеҙләү датаһы | 1164 |
---|---|
Дәүләт | Германия |
Административ-территориаль берәмек | Хаузен-Вюрцбург[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q1831958? |
Мираҫ статусы | Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d][1] |
Адрес | Fährbrück 1 |
Страница учреждения на Викискладе | Wallfahrtskirche Fährbrück, Hausen bei Würzburg |
Фэрбрюк монастыры Викимилектә |
Тарихы һәм тасуирламаһы
үҙгәртергәФэрбрюктағы хаж ҡылыу сиркәүенең теүәл килеп сығыу тарихы һәм йәше документлаштырылмаған, ләкин тикшеренеүселәр фекеренсә, бында хаж ҡылырға сама менән XIV быуаттан башланған. 1164 йылда урындағы аристократ фон Викершаузен Нойштадт-ам-Майн ҡалаһындағы биләмәләрен бенедикт монастырына тапшырған. Бенедиктлылар бында, үҙҙәренең ауыл хужалығы эшселәре өсөн Изге Григорий һәм Вольфгангҡа арналған сиркәү төҙөгәндәр. Фэрбрюкта 250 йыл йәшәгәндән һуң, бенедиктлылар 1414 йылда, үҙ биләмәләрен тапшырып, ҡалдырып Фербрюктан киткәндәр: Изге Григорий сиркәүе мәхәллә сиркәүе булыуҙан туҡтаған.
Документтарҙың наҡыҫлығына ҡарамай, тикшеренеүселәр фекеренсә, 1525 йылғы Крәҫтиән һуғышына тиклем урындары Фербрюк танылған хаж ҡылыу урыны булған. Реформация һәм һуғыш барышында, сиркәү бер нисә күрше йорттар менән бергә тулыһынса яндырылған һәм емерелгән. Кенәз-епископ Юлиус Эхтер фон Меспельбрунн ҡорамды тергеҙеп тормаған һәм 1580 йылда Һаузендән алыҫ булмаған усадьбаны Вюрцбургтағы госпиталгә тапшырған. Әммә хаж ҡылыу — сиркәү булмауына ҡарамаҫтан— дауам иткән: ул 1525 йылдан 1651 йылға саҡлы таныҡланған.
Һуңынан динлеләрҙең туҡтауһыҙ ағымы сиркәү етәкселеген иҫке урында яңы сиркәү һалырға кәрәк тигән фекергә килтергән. Уға нигеҙ ҙә һалынған, төҙөлөш материалдары ла килтерелгән булған —әммә швед ғәскәрҙәренең баҫып инеүе төҙөлөштө туҡтатҡан. Протестант һалдаттарҙы ҡыуғандан һуң ғибәҙәтхананы сираттағы тергеҙергә маташыу ойошторолған, әммә Утыҙ йыллыҡ һуғыштың хәрби хәрәкәттәре был пландарҙың бойомға ашырылыуына ҡамасаулаған. Фәҡәт 1648 йылда ғына төҙөүселәр майҙансыҡҡа әйләнеп ҡайта алған: 1651 йылға тиклем яңы ағас хаж ҡылыу сиркәүе төҙөлгән һәм киләһе йылға Фербрюкка 3000-дән алып 4000-гә тиклем хаж ҡылыусылар килгән. 1653 йылда инде яңы сиркәүҙе ике тапҡыр киңәйтергә тура килгән — 1656 йылда 1 октябрендә Вюрцбург епархияһының ярҙамсы епискобы киңәйтеләгн сиркәүҙе тантаналы рәүештә изгеләндергән.
XVII быуаттың икенсе яртыһында хаж ҡылыу үҫеш кисерә: кенәз-епископ Иоһанн Готфрид фон Гуттенберг (1684—1698) Римгә динлеләрҙең әүҙемлеге тураһында хәбәр иткән. 1867 йылда монастырға нигеҙ һалынған, әммә тиҙҙән Культуркампф барышында монахтар ҡыуылған. Августиндар монастырҙы 1880 йылда биләгән. 1934 йылда биналар комплексы үҙгәртеп ҡоролған: хәҙер унда гимназияға инергә әҙерләнеүсе 25 уҡыусы өсөн урын булдырылған. Монахтарға һорау булмау сәбәпле, 1962 йылда мәктәпте ябырға тура килгән. 2011 йылда, монахтарҙы бинаны һаҡлау хәстәрлегенән азат итеү маҡсатында урындағы епархия монастырҙы ордендан һатып алған. Һөҙөмтәлә монастырь башлығы Кристоф Вебербауэрҙан тыш монастырҙа алты монах йәшәй, Фербрюкта хаж ҡылыу һәм пастырлыҡ эшмәкәрлеген дауам итә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Fährbrück. Kirche, Kloster, Pfarrverband. Festschrift aus Anlaß der Altarweihe in der Wallfahrtskirche und der 100-Jahr-Feier des Augustinerklosters (Hg. Augustinerkloster Sankt Gregor, Fährbrück), Würzburg 1981.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Christine Riedl-Valder. Hausen, Augustinerkloster Fährbrück – Seelsorge für die fränkischen Pilger (нем.). hdbg.eu. Haus der Bayerischen Geschichte. Дата обращения: 25 апрель 2019.