Футбол буйынса Косово йыйылма командаһы

Футбол буйынса Косово йыйылма командаһы — өлөшләтә танылған Косово дәүләтенең халыҡ-ара футбол ярыштарында үҙен танытҡан йыйылма командаһы, ул Косово Футбол федерацияһы етәкселеге аҫтында туплана.

Футбол буйынса Косово йыйылма командаһы
Флаг
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Косово
Квалифицирован для мужской футбол[d]
Спорт төрө Футбол
Спорт рейтингы 190[1], 190[2], 183[3], 184[4], 180[5], 170[6], 165[7], 165[8], 165[9], 166[10], 172[11], 164[12], 164[13], 173[14], 168[15], 174[16] һәм 177[17]
Дәүләт  Косово
Етәксе орган Косово Футбол федерацияһы[d]
Баш тренер Примож Глиха[d]
Капитан Самир Уйкани[d]
Рәсми сайт ffk-kosova.com
Код страны ФИФА KVX[18]
 Футбол буйынса Косово йыйылма командаһы Викимилектә

Ҡыҫҡаса тарихы үҙгәртергә

1993 йылда Югославия тарҡалғандан һуң, Косовола үҙенең футбол буйынса танылмаған йыйылма командаһы барлыҡҡа килә, ул үҙенең тәүге уйынында албандарға ҡаршы сығыш яһай (уйын Албанияның еңеүе менән тамамлана — 3:1). Әлеге ваҡытта Косово командаһы ни бары бер нисә генә уйынын үткәрҙе, уларының күбеһе профессиональ клубтарға ҡаршы уйналды. Команданың иң ҙур еңеүе булып Мөхәррәм Сәхити етәкселегендә Монако йыйылма командаһын 7:1 иҫәбе менән еңеү тора. Косово йыйылма командаһы уйнаған әллә ни күп булмаған турнирҙарҙың береһе — ул 2005 йылдың ноябрь башында Төньяҡ Кипр Футбол федерацияһының 50 йыллығығы айҡанлы үткәрелгән турнир. Беренселекте турнир хужаларына биреп, һәм Лапландия командаһын уҙып, Косова йыйылма командаһы икенсе урынға сығыуға өлгәште[19].

2008 йылдың 6 майында Косово вәкилдәре үҙҙәрен ФИФА-ның тулы хоҡуҡлы ағзалары итеп таныуҙы, УЕФА зонаһында донъя һәм Европа чемпинаттарның һайлап алыу уйындарында ҡатнашырға рөхсәт итеүҙе һорап, ФИФА-ға хат ебәрә. Косово Футболы федерацияһы берләшмәһе президенты Фадиль Вокри был ваҡиғаны «тарихи мәл» тип атаны һәм Косовоның ФИФА составына тиҙ арала ҡабул ителәсәгенә ышаныс белдерҙе. Ләкин 2008 йылдың октябрендә ФИФА-нан килгән яуаптарҙың береһенә ярашлы, Косовоның был үтенесе ҡабул ителмәй. Косовоның үтенесе ФИФА регламентының 10-сы пунктын боҙғаны асыҡлана, ә был, үҙ нәүбәтендә, бары тик халыҡ-ара берләшмәләр тарафынан танылған дәүләттәр генә ФИФА ағзаһы була ала тигән ҡарарға ҡаршы килә[20]. Косовоның ФИФА-ға һәм УЕФА-ға алыуҙарын һорап биргән тағы үтенесе лә 2011 йылдың 22 октябрендә кире ҡағыла[21].

2012 йылдың декабрендә футбол донъя картаһында ғәмәлдә яңы дәүләт барлыҡҡа килде: Токиола үткән ФИФА башҡарма комитеты клубтарға, шулай уҡ Косовоның йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаларына ФИФА футбол ассоциацияһына ингән командалар менән иптәштәрсә матч үткәрергә рөхсәт итте[22].

2016 йылдың 3 майында Косово рәсми рәүештә ФИФА-ға ҡабул ителә.

Косово йыйылма командаһының донъя чемпионатына һайланма турнир сиктәрендә үткән рәсми кимәлдәге тарихи дебюты 2016 йылдың 5 сентябрендә Финляндияға ҡаршы уйналасаҡ 2018 йылғы донъя чемпионатына һайлап алыуҙың ҡунаҡтарса алышында үтте.

Баш тренерҙар үҙгәртергә

  •    Ает Шошоли (1993)
  •   Мухаррем Сахити (2005—2006)
  •   Эдмонд Ругова (2006)
  •    Куйтим Шала (2006—2008)
  •    Альберт Буньяки (2009—)

Йыйылма команда составы үҙгәртергә

Футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионаты матчында Исландия йыйылма командаһына ҡаршы уйнаясаҡ Косово йыйылма командаһы составына баш тренер Альберт Буньяки түбәндәге футболсыларҙы саҡырҙы (2017 йылдың 24 марты):

уйындар һәм голдар буйынса 2016 йылдың 16 ноябренә ҡарата мәғлүмәттәр:
Позиция Уйынсы Тыуған ваҡыты Матчтар Голдар Клуб
Вр Самир Уйкани   5 июль 1988 йыл 11 0   Пиза (Италия)
Вр Бледар Хайдини 19 июнь 1995 йыл 0 0   Трепча'89
Вр Адис Нуркович 28 апрель 1986 йыл 0 0   Травник
Защ Фаноль Пердедай 16 июль 1991 йыл 11 0   Мюнхен 1860
Защ Леарт Пакярада 8 октябрь 1994 йыл 8 0   Зандхаузен
Защ Альбан Пниши 20 октябрь 1990 йыл 6 0   Грассхоппер
Защ Амир Ррахмани 24 февраль 1994 йыл 5 0   Локомотива
Защ Бенджамин Кололли 15 май 1992 йыл 1 0   Лозанна
Защ Ардиан Исмайли 30 сентябрь 1996 йыл 0 0   Хайдук (Сплит)
Защ Мергим Войвода 1 февраль 1995 йыл 0 0   Мускрон
Защ Фидан Алити 3 октябрь 1993 йыл 0 0   Славен Белупо
ПЗ Бернард Бериша 24 октябрь 1991 йыл 7 0   Терек
ПЗ Берсант Целина 9 сентябрь 1996 йыл 5 1   Твенте
ПЗ Валён Бериша 7 февраль 1993 йыл 5 1   Ред Булл (Зальцбург)
ПЗ Милот Рашица 28 июнь 1996 йыл 5 0   Витесс
ПЗ Арбер Зенели 25 февраль 1995 йыл 4 0   Херенвен
ПЗ Херолинд Шаля 1 февраль 1992 йыл 4 0   Касымпаша
ПЗ Хекуран Крюэзиу 12 февраль 1993 йыл 3 0   Люцерн
Нап Ведат Мурики 24 апрель 1994 йыл 3 0   Генчлербирлиги
Нап Эльбасан Рашани 9 май 1993 йыл 2 2   Русенборг
Нап Донис Авдияй 25 август 1996 йыл 0 0   Шальке 04
Нап Атде Нухиу 29 июль 1989 йыл 0 0   Шеффилд Уэнсдей
Нап Бесарт Бериша 29 май 1985 йыл 0 0   Мельбурн Виктори

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә