Фукуока башняһы (япон. 福岡タワ, тава фукуока) — 234 метр бейеклектәге башня[4][5], япон ҡалаһы Фукуоканың Момотихама районында урынлашҡан. Японияның иң бейек яр буйы башняһы. Уны төҙөү 1989 йылда тамамлана. 14 ай төҙөлә һәм 6 000 000 000 иена китә (2015 йыл курсы буйынса $50 000 000). Башняның проектын Никкэн Сэккэй фирмаһы төҙөй.

Фукуока башняһы
Нигеҙләү датаһы 14 октябрь 1987
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Япония
Административ-территориаль берәмек Momochi-hama[d][1]
Урын Seaside Momochi[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәтләндереүсе Fukuoka Tower Co., Ltd.[d][2]
Архитектор Nikken Sekkei[d]
Рәсми асылыу датаһы март 1989[1]
Смежное здание TNC TV Building[d] һәм RKB Mainichi Hōsō Kaikan[d]
Нимә менән тоташа Jigyō-momochi Street[d], Momochi 1st Pedestrian Path[d], Central Plaza of Seaside Momochi Seaside Park[d], Momochi-hama 2790th Street[d], Momochi-hama 2788th Street[d], Seaside Momochi Seaside Park[d], RKB Mainichi Hōsō Kaikan[d] һәм TNC TV Building[d]
Бейеклеге/буйы 234 метр
Адрес 814-0001福岡市早良区百道浜二丁目3番26号[3] һәм 3-26, Momochi-hama 2-chōme, Sawara-ku, Fukuoka City 8140001
Рәсми сайт fukuokatower.co.jp
Вид в ночное время
Асылған күренеш Port of Hakata[d], Hakata Bay[d], Noko Island[d], Shika Island[d], Umi no Nakamichi[d], Island City[d], Kashii-hama Futō[d], Hakozaki Futō[d], Higashihama[d], Okihamamachi[d], Chikkō-honmachi[d], Hakata Port Tower[d], Nanotsu[d], Aratsu[d] һәм Atago[d]
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Вид из этого места
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Fukuoka Tower[d]
Карта
 Фукуока башняһы Викимилектә

Тасуирлама

үҙгәртергә

Сисайдо Момотэ яры буйы урамының өлөшө булып тора, Фукуокнаы ҡала итеп иғлан итеүҙең йөҙ йыллығы уңайынан 1989 йылда Азия-Тымыҡ океан күргәҙмәһе өсөн майҙансыҡ булараҡ төҙөлгән. Башня янында, Хакат ҡултығы яры буйында яһалма пляж һуҙылған, ә уның буйында парк Момотихама урынлашҡан.

Фукуока башняһы биш ҡаттан тора. Беренсе ҡатында магазиндар, икенсе ҡатта — төрлө маҡсат өсөн зал, ә өсөнсө ҡаттан бишенсе ҡатҡа тиклем — өс күҙәтеү майҙансығы урынлашҡан: беренсеһе — 116 м бейеклектә, икенсеһе — 120 м бейеклектә ресторан, өсөнсө — ер өҫтөнән 123 метр. Күҙәтеү майҙансыҡтарынан килеүселәр Фукуока ҡалаһының түңәрәк панорамаһын һәм Хакат ҡултығын күрә ала, ә аяҙ көндә Дадзайфу ҡалаһына тиклем бөтә юлды күрергә мөмкин.

Бөтә йыл дауамында төрлө яҡтыртыу шоуҙар үткәрелә, улар араһында тематик һәм байрамдарға тап килтерелгәндәре, мәҫәлән, Раштыуа һәм Танабат.

Бина өсмөйөш форманан ғибәрәт, ә өҫкө йөҙөн 8 000 ярым көҙгөләр ҡаплай. Шуға күрә Фукуока башняһы рәсми булмаған «Көҙгөлө елкән» исемен алған. Ер аҫты өлөшөнөң ауырлығы — 25 000 тонна, ер өҫтөндәге өлөшө өсөн был күрһәткес 3500 тонна тәшкил итә.

Проект буйынса башня рихтер шкалаһы буйынса 7 баллға тиклем ер тетрәүҙе һәм 65м/сек тиҙлектәге елде күтәрә. Был районда теркәлгән иң көслө ер тетрәү 6 балл, ә иң көслө ел 49 м/с. тиҙлектә булған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 https://www.fukuokatower.co.jp/company/
  2. https://www.houjin-bangou.nta.go.jp/henkorireki-johoto.html?selHouzinNo=4290001005643
  3. https://www.fukuokatower.co.jp/
  4. Fukuoka Tower. Nefer`s Journal (18 июнь 2012). Дата обращения: 30 ноябрь 2015.
  5. Fukuoka Tower - Fukuoka/Hakata Tourist Information Site YokaNavi. yokanavi.com. Дата обращения: 30 ноябрь 2015.