Төп менюны асырға

Франко Ольга Фёдоровна (ҡыҙ фамилияһы Белевич; 24 июль 1896 йыл — 27 март 1987 йыл) — совет украин кулинары, аш-һыу әҙерләү буйынса белешмә китаптары авторы. Педагог, ғалим-химик һәм иҡтисадсы, эҙип, этнограф һәм йәмәғәт эшмәкәре Петр Иванович Франконың ҡатыны.

Ольга Франко
укр. Ольга Федорівна Франко
Ольга Франко (Білевич).jpg
Тыуғас бирелгән исеме:

Ольга Фёдоровна Белевич

Эшмәкәрлек төрө:

ашнаҡсы, яҙыусы

Тыуған көнө:

24 июль 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны:

Австро-Венгрия, Каменка-Буг районы, Выров ауылы

Гражданлығы:

Австро-Венгрия Австро-Венгрия
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Вафат булған көнө:

27 март 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (90 йәш)

Вафат булған урыны:

СССР, УССР, Львов ҡалаһы

Ире:

Пётр Иванович Франко

Commons-logo.svg Ольга Франко Викимилектә


БиографияһыҮҙгәртергә

Белевич Ольга Федоровна ул ваҡытта Австро-Венгрияға ҡараған Выров ауылында 1896 йылдың 24 июлендә тыуа, шәхси гимназияны тамамлай. 1917 йылда Петр Франкоға кейәүгә сыға. 1920 йылда Венаға күсенә, бында яраланғандан һуң ире дауаланған була. Венала Ауыл хужалығы юғары мәктәбе ҡарамағындағы ике йыллыҡ кулинар курстарын тамамлай.

Уның беренсе эше «Лагерҙәге кухня» (хәҙер раритет баҫма) була. «Тәүге украин дөйөм практик кухняһы» (Коломыя, 1929, баш һүҙҙең авторы — Петр Франко; тәүге ҡабатлап нәшер ителгән баҫма Икенсе донъя һуғышынан һуң донъя күрә — Львов, 1990, Оксана Сенатович әҙәби эшкәртеүе, «Практик кухня» исеме аҫтында) Франко Ольга яҙған китаптарҙың иң яҡшыһы тип һанала. Икенсе билдәлелек яулаған эше — «Бөтә халыҡтар кухняһы» (Львов, 1937). Структураһы буйынса был баҫма «Практик кухня» китабынан айырылып тора — баҫмала йыл миҙгелдәренә ярашлы комплекслы иртәнге аш, төшкө аш, киске аш тәҡдим ителә.

Ольга менән Петр Франколарҙың ике ҡыҙы булған. Ольга Франко 90 йәшенә тиклем ғаиләһе өсөн аш-һыу әҙерләгән. 1987 йылдың 27 мартында Львовта вафат булған.

КитаптарыҮҙгәртергә

  • Франко О. Всенародна кухня / Літ. опрацювання, післям. І. Лучука. — Тернопіль: Навчальна книга — Богдан, 2009.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә