Фразеология
Фразеология | |
Өйрәнеү объекты | фразеология[d] |
---|
Фразеология (грек. phrásis төшөнсә һәм λογος тәғлимәт) — лингвистиканың тотороҡло телмәр берәмектәрен — фразеологик берәмектәрҙе өйрәнеүсе бүлеге. Телдәге фразеологик берәмектәр йыйылмаһы уның фразеологияһы тип атала[1].
Айырым һүҙҙәрҙе өйрәнгән лексикологиянан һәм һүҙлек лексикаһынан айырмалы, фразеология телдең бер һүҙле берәмектәрен түгел, ә тотороҡло һүҙбәйләнештәрен өйрәнә:
- коллокациялар
- фразеологизмдар:
- идиомалар
- әйтемдәр
- мәҡәлдәр
- телмәр клишелары һәм фразеосхемалар һ.б.
Фразеология фразеологик һүҙбәйләнештәрҙе йәки айырым һүҙҙе яңыса аңлауҙы, яңы мәғәнә формалашҡанда компонент һүҙҙәрҙең үҙ‑ара синтагматик тәьҫир итешеүен; уларҙың функцияһын, мәғәнәһен, лексик компоненттарының структур‑семантик үҙенсәлектәрен, синтаксик һәм морфологик төҙөлөшөн һәм башҡаларҙы тикшерә.
Башҡорт теле фразеологияһын өйрәнеү
Башҡорт фразеологияһын өйрәнә башлау лексикографияның үҫеше менән бәйле.
С. Н. Моратовтың “Төрки телдәрҙә нығынған һүҙбәйләнештәр” (“Устойчивые словосочетания в тюркских языках”; 1961) тигән хеҙмәте башҡорт һәм татар теленең фразеологияһын сағыштырма өйрәнеү буйынса беренсе монография булып иҫәпләнә [1] 2020 йыл 22 октябрь архивланған..
Х. Ғ. Йосоповтың “Башҡорт теленең фразеологияһы” (“Фразеология башкирского языка”; 1963) хеҙмәте Һ. Л. Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы материалы буйынса яҙыла. Ул художестволы әҫәрҙәге фразеологизмдарҙың стилистик функцияһы тикшерә.
Ж. Ғ. Кейекбаев “Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы” (1966) тигән китабында фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәүи һәм грамматик классификацияһын бирә, уларҙың түбәндәге төп типтарын билдәләй:
- ябай фразеологик бәйләнештәр,
- идиоматик әйтемдәр,
- мәҡәлдәр
- тапҡыр һүҙҙәр.
Башҡорт теленең фразеологияһы теорияһына З. Ғ. Ураҡсин ҙур өлөш индерә, ул “Башҡорт теленең фразеологияһы” (“Фразеология башкирского языка”; 1975) хеҙмәтендә фразеологияны системалы тасуирлай, семантик, грамматик һәм синтагматик анализ яһай, парадигматик һәм трансформацион үҙенсәлектәрен, килеп сығышын асыҡлай[2] 2020 йыл 22 октябрь архивланған..
Шулай уҡ Ғ. Ғ. Ҡаһарманов, З. М. Рәйемғужина, Р. Х. Хәйруллина, М. Х. Әхтәмов һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре башҡорт теленең фразеологияһын өйрәнеүгә арналған.
Килеп сығышы буйынса фразеологизмдар башҡорт телендә электән булған һәм үҙләштерелгән төрҙәргә бүленә. Башҡорт фразеологизмдарының күп өлөшө тамырҙары менән дөйөм төрки ҡатламға барып тоташа. Йәнле һөйләү телмәре һәм фольклор төрлө милли телдәрҙең, шулай уҡ иҫке башҡорт теленең, фразеологияһы барлыҡҡа килеүенең төп сығанағы булып тора. Күпселек фразеологизмдарҙың барлыҡҡа килеүе мифологик һәм дини ҡараштар — “айыу майы һөртөү” (урлау, сәлдереү); социаль-тарихи факттар — “Әндрәй ҡаҙнаһы” (бөтмәҫ муллыҡ сығанағы); яҙма традициялар — “ләм‑мим һүҙ әйтмәү” [бер һүҙ ҙә әйтмәү, ауыҙға һыу уртлау; (ғәрәп хәрефтәре исемдәренән)]; тышҡы ҡиәфәтте йәнлектәрҙең ҡылыҡ‑ғәҙәттәре аша һүрәтләү — “эт менән бесәй кеүек йәшәү” — менән бәйле.
Фольклор традициялары нигеҙендә башҡорт фразеологизмдары барлыҡҡа килгән: “бер бите ай, бер бите ҡояш” (бик матур, үтә сибәр). Сит тел элементтары башҡорт фразеологизмдарының лексик составында, шулай уҡ күпселек рус теленән ингән калькаланған бәйләнештәр рәүешендә барлыҡҡа килә: “аҡҡош йыры”, “беренсе ҡарлуғас”, “һыуҙан ҡоро сығыу”.
З. Ғ. Ураҡсин, Ф. А. Нәҙершина һәм Х. Ғ. Йосоповтың “Башҡортса‑русса фразеологик һүҙлек” (1973), З. Ғ. Ураҡсиндың “Урыҫса-башҡортса фразеологик һүҙлек” (“Русско‑башкирский фразеологический словарь”; 1989), “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге” (1996; 2006) һүҙлектәрендә башҡорт теленең фразеологизмдары системалаштырылған[3] 2020 йыл 22 октябрь архивланған..
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Фразеология // Большая российская энциклопедия. — М., 2017. — Т. 33. — С. 527—528.
- Фразеология|[4] 2020 йыл 22 октябрь архивланған.Фразеология // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.