Флорес диңгеҙе

Тымыҡ океан диңгеҙе

Флорес диңгеҙе (ингл. Flores) — Тымыҡ океан диңгеҙе.

Флорес диңгеҙе
Майҙаны115 мең км²
Иң ҙур тәрәнлек5234 м
Уртаса тәрәнлек1522 м
Флорес диңгеҙенең урынлашыуы
Флорес диңгеҙенең урынлашыуы
 Флорес диңгеҙе Викимилектә

География

үҙгәртергә

Төньяҡтан Сулавеси утрауы, ә көньяҡтан Кабиа, Сумбава һәм Флорес утрауҙары менән сикләнгән. Майҙаны 115 мең км². Уртаса тәрәнлеге 1522 м, максималь тәрәнлеге 5234 м. Һыу температураһы 26 °С-тан (август, сентябрь) 28,8 °С-ҡа (ноябрь) ҡәҙәр үҙгәрә. Тоҙлолоғо 32,0-34,6 , ямғырҙар осоронда 32-33 .

Ағымдар көньяҡҡа йәки көнбайышҡа йүнәлгән. Дөрөҫ булмаған ярым тәүлекле һыу артымдарының бейеклеге 2,3 метрға барып етә. Диңгеҙҙең көнбайышында мәрйен рифтары менән һыу аҫты платоһы урынлашҡан. Әүҙем сейсмик район. Сангеанг утрауында Апи-Слау — Индонезияның иң әүҙем янар вулкандарҙың береһе урынлашҡан, уның бейеклеге 1949 м.

Диңгеҙҙә балыҡ тотоу үҫешкән. Төп порттары: Бонтайн (Сулавеси утрауы), Сумбава (Сумбава утрауы).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә