Ҡаҙаҡбаев Филүз Хәсән улы

(Филүз Ҡаҙаҡбаев битенән йүнәлтелде)

Ҡаҙаҡбаев Филүз Хәсән улы (31 июль 1971 йыл) — бейеүсе, балетмейстер. 2013 йылдан — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе һәм 2014 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2008) һәм атҡаҙанған (2000) артисы.

Ҡаҙаҡбаев Филүз Хәсән улы
Тыуған ваҡыты:

31 июль 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (53 йәш)

Тыуған урыны:

БАССР Ейәнсура районы Түбәнге Бикбирҙе ауылы.

Һөнәре:

балет артисы, балетмейстер

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008)

Биографияһы

үҙгәртергә

Филүз Хәсән улы Ҡаҙаҡбаев 1971 йылдың 31 июлендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Түбәнге Бикбирҙе ауылында тыуған.

Ғаиләлә сәнғәткә иғтибар көслө була, атаһы — йыр уҡытыусыһы, гармунда уйнай, йырлай, йыш ҡына төрлө концерттарҙа, смотрҙарҙа ҡатнаша. Филүзде лә үҙе менән йөрөтә. Ауылға һәләтле балалар менән эшләргә Таһир Тайсин тигән уҡытыусыны саҡыртып алалар. Тәүге тапҡыр Филүзде сәхнәгә баҫтырған кеше ул була: уны күмәк бейеүҙәрҙә лә ҡатнаштыра, яңғыҙ бейеү ҙә ҡуя — "Перовский"ҙы. Бынан һуң инде Филүз бары тик сәхнә, Ғәскәров ансамбле тураһында хыяллана.

1990 йылда балет артисы һөнәре буйынса Башҡорт хореография училищеһын (педагогы М.Ә.Кәримов), 2010 йылда — Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын (педагогы Е.С.Понькина) «ижтимағи -мәҙәни эшмәкәрлек менеджеры» квалификацияһы алып тамамлай.

1990-1992 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә.

1992 йылдан 2011 йылға тиклем Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия ха­лыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 2011-2012 йылдарҙа — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының постановка бүлеге мөдире булып эшләй.

2013 йылдан башлап Филүз Хәсән улы — Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе һәм 2014 йылдан — директоры.

Лирик һәм гротесклы бейеүҙәрҙе башҡарыусы Ҡаҙаҡбаев Филүз Хәсән улы сәнғәтенә музыкаллек, аныҡ һәм нескә техника хас. Бейеүсе актерлыҡ һәләтенә, тәбиғи оҫталыҡҡа эйә. «Бесәнселәр», «Гөлнәзирә», «Кейәү егете», «Уйна, гармун», «Өс таған», «Шаян ҡыҙҙар», «Яҙғы ташҡын» һәм башҡа бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Кремль һарайы сәхнәһендә, П.И.Чайковский исемендәге, «Рәсәй» (бөтәһе лә-Мәскәү), «Октябрьский» (С-Петербург) һәм башҡа концерт залдарында сығыш яһай. Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (1997), Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә (2001), Төркиәлә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (Истанбул ҡалаһы, 2006), «рус ҡышы» («Русская зима») фестивалендә (Лондон, 2006) һ.б. ҡатнаша. Рәсәй буйлап һәм донъяның 20 илендә гастролдәрҙә була.

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы ағзаһы.

Тормош юлдашы — билдәле шәхес, Башҡортостандың халыҡ артисы Сара Буранбаева менән бер ул тәрбиәләйҙәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000)

Һылтанмалар

үҙгәртергә