Филоненко Иван Емельянович

Иван Емельянович Филоненко (1934 йыл) — рус яҙыусыһы, прозаик, публицист.

Филоненко Иван Емельянович
Тыуған көнө:

1934({{padleft:1934|4|0}})

Тыуған урыны:

БАССР, Стәрлетамаҡ районы, Константиноградовка ауыл

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус

Биографияһы

үҙгәртергә
  • 1934 йылда Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районындағы Константиноградовка исемле украин ауылында тыуған. Бала сағы Өршәк йылғаһы буйҙарында үтә.
  • Агромелиоратив техникумды тамамлай.
  • Тыуған яғында урмансы булып эшләй.
  • Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.
  • Мәскәү янындағы урман-тәжрибә хужалығында эшләй.
  • М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.
  • Артабан журналист булып эшләй.

Иван Емельянович Филоненко А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлағандан һуң, журналист һөнәрен һайлай. Шул ерлектә ул яҙыусы-публицист булып таныла.

Тәүге повестары: «Болон өҫтөндәге болоттар» (1968), «Ағастар үҫкәнсе» (1973) автобиографик характерҙа. Артабанғы китаптары: «Ҡалҡыулыҡтарҙа, Рәсәй уртаһында» (1980) художество-документаль китабы, «Ҡыҙыл ҡарағай урманында» (1979), «Ер хаҡындағы хәстәрлектәребеҙ» (1983) китаптары хәҙерге заман урман һәм ауыл эшсәндәре тормошона ҡағылышлы проблемар өҫтөндә уйланыуҙарының һөҙөмтәһе булараҡ донъяға тыуҙы.

80-се йылдарҙа Курган өлкәһендә йәшәүсе һәүәҫкәр агроном, халыҡ академигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Терентий Семенович Мальцев тураһындағы «Игенсе» (1984)повесы уға киң танылыу килтерҙе.

Иван Филоненконың автобиографик әҫәрҙәрендә яҡташтарының — ауыл хужалығы эшсәндәренең тормошо асыҡ сағылыш таба. Күп кенә ауыл хужалығына бәйле публицистик әҫәрҙәрендә үткән быуттың икенсе яртыһындағы, Рәсәйҙең күп өлкәләре менән бер рәттән, Башҡортостан колхоз, совхоздарының да социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре ентекле анализлана.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Облака под лугом. М., 1968;
  • Пока вырастут деревья. М., 1973;
  • Сотвори красоту. М., 1977;
  • На холмах, посреди России. М., 1980;
  • В сосновом красном бору. М., 1979;
  • Земные наши заботы. М., 1983;
  • Хлебопащец. М., 1984.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә