Филиппов Александр Иванович
Филиппов Александр Иванович (20 ноябрь 1949 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында теоретик физика кафедраһы мөдире, 1999—2011 йылдарҙа — директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000), СССР ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1985).
Филиппов Александр Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 ноябрь 1949 (74 йәш) |
Тыуған урыны | Надеждин, Иван-Ҡыуалат ауыл советы[d], Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, ғалим |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d], физика-математика фәндәре кандидаты[d] һәм профессор[d] |
Әүҙемлек урыны | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФилиппов Александр Иванович Башҡорт АССР‑ының Йылайыр районы Надеждин утарында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инә һәм 1972 йылда дипломлы белгес булып, шунда уҡ эшкә ҡала.
1990 йылдан — теоретик физика кафедраһы мөдире; 1992 йылдан — БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының теоретик физика кафедраһы мөдире, 1999—2011 йылдарҙа — фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1996 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Ғәмәли тикшеренеүҙәр институты лабораторияһы мөдире, 1997—2009 йылдарҙа — ғилми секретары.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни тикшеренеүҙәре геофизикаға, шыйыҡлыҡ һәм газдар механикаһына, молекуляр физика, термодинамика һәм йылылыҡ физикаһына, теоретик физикаға арналған. Александр Филиппов тарафынан ҡатламдарҙағы баротермик һәм радиогеохимик эффекттарҙың законлыҡтары асылған һәм өйрәнелгән, йылылыҡ физикаһының һыҙыҡлы булмаған мәсьәләләрен сисеүҙең асимптотик ысулы үҫтерелгән, трансцилляторлы күсереү теорияһы, термометрик үлсәү аппараттары, һыуҙың колоннанан һуңғы хәрәкәтенең интервалдарын билдәләү ысулдары һ.б. эшләнгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу, 7 монография авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙәткәре (2000)
- СССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1985)
- Америка физиктар йәмғиәте ағзаһы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Баротермический эффект в жидкостях. Уфа: Гилем, 2006. 186 с.
- О диффузии под воздействием звука // Акустический журнал. 1999. Т. 45, № 3. С. 414—417 (в соавт.).
- Основная задача термокаротажа // Теплофиз. высоких температур. 2006. Т. 44, № 5. С. 447—455 (в соавт.).
- Скважинная термометрия переходных процессов. Саратов, 1990;
- Термодинамика фильтрационных нефтегазовых потоков. Стерлитамак, 2002.