Фикрет Муалла
Фикрет Муалла Сайғы (төр. Fikret Muallâ Saygı; 1903, Кадыкөй, Истанбул, Төркиә — 20 июль 1967 йыл, Рейан, Франция) — ХХ быуаттың төрөк сығышлы авангардсы рәссамы. Эштәрендә экспрессионизм һәм фовизм йоғонтоһо сағыла, Париж урамдары тормошо һүрәтләнә.
Фикрет Муалла | |
төр. Fikret Muallâ Saygı | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркиә |
Тыуған көнө | 1903 |
Тыуған урыны | Ҡадыкөй, Истамбул, Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | 20 июль 1967[2][3] |
Вафат булған урыны | Рейан[d] |
Ерләнгән урыны | кладбище Караджаахмет[d] |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Галатасарайский лицей[d] |
Әүҙемлек урыны | Франция[1] |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Музей искусств Далласа[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Фикрет Муалла Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәФикрет Муалла Истанбулдың Кадыкөй районында тыуа, 1939 йылдан башлап оҙаҡ йылдар Парижда йәшәй һәм рәссам булып эшләй.
Фикрет Муалла әсәһен бик ныҡ ярата. Был мөнәсәбәт тормошонда ҙур роль уйнай. 12 йәшендә футбол уйнағанда, «Фенербахче» футболсыһы булған ҡәрҙәше Хикмәт Топузерға оҡшатырға тырышып, уң аяғын зарарлай. Бынан һуң күп тә үтмәй грипп эпидемияһы ваҡытында әсәһе вафат була. Атаһы йәп-йәш ҡатынға өйләнә, әммә Фикрет үгәй әсәне ҡабул итмәй[4].
Европала
үҙгәртергәМәктәпте тамамлағас, атаһы уны Цюрихҡа (Швейцария) инженерлыҡҡа уҡырға ебәрә. Фикрет Муалла тиҙҙән Швейцариянан китә һәм Берлинға (Германия) килеп төйәкләнә. Бала сағындағы ҡазаланыуҙан ҡалған ғәриплеге өлкәнәйгән Муалланың шәхесен тотороҡлолоҡтан мәхрүм итә һәм психикаһы боҙолоуға килтерә. Бер нисә тапҡыр дауаханала ятып, алкоголгә бойондороҡлолоҡтан һәм көслө паранойянан дауалана. 1928 йылда Берлинда һаташыу арҡаһында дауаханаға эләгә. Унан һуң сәнғәттәр баш ҡалаһы булған Парижға килә, уның өсөн ҡала сикһеҙ ирек үҙәге була. Әммә атаһы башҡа аҡса ебәрмәгәнгә Муалла өйөнә ҡайтырға мәжбүр була[4].
Төркиәлә
үҙгәртергәИстанбулда Муалла Баҡыркөй психиатрия дауаханаһында өс көн ятҡандан һуң психик яҡтан сәләмәт тип табыла. Фикрет Муалла Айвалыҡтағы урта мәктәпкә рәсем уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Әммә был эште ташлап, Истанбулдың Бейоғлу районына күсә. Бер ни тиклем ваҡыт көсөн әҙәбиәттә һәм һүрәт төшөрөүҙә һынап ҡарай. Сопрано Семиха Берксой, яҙыусы Назым Хикмәт һәм рәссам Абидин Дино менән дуҫлаша. Тәүге күргәҙмәһе 1934 йылда була, унда рәсемдәре, акварелдәре һәм дизайн проекттары ҡуйыла, ләкин күргәҙмә лайыҡлы иғтибар тапмай. 1936 йылда ул ике тапҡыр дауаханаға һалына. Дауахананан сыҡҡас, Муалла Төркиәнән китергә була, сөнки бында уны аңламайҙар тип иҫәпләй. 1939 йылда Парижға киткәнгә тиклем, яҡын дуҫы Абидин Диноның үтенесен тыңлап, Нью-Йорктағы Бөтә донъя күргәҙмәһенең Төркиә павильоны өсөн майлы буяуҙар менән 30-лап картина яҙа[5].
Францияла
үҙгәртергәПариждағы тормошо алкоголгә бәйлелек, аҡылдан яҙыу һәм когнитив диссонанс менән оҙатыла. Ул төрөк рәссамы Хәлә Асафҡа ғашиҡ була, ләкин ҡатын уның хистәренә яуап бирмәй. Муалла тағы ике айға дауаханаға һалына, дауаланып ятҡанда ла һүрәт төшөрөүҙән туҡтамай. Француз моделе Дина Верни уны депортацияланыуҙан ҡотҡарып алып ҡала. 1954 йылда Фикрет Муалла Парижда беренсе күргәҙмәһен ойоштора. Күп билдәле рәссамдар, шул иҫәптән Пабло Пикассо менән дуҫлаша. Һуңынаныраҡ ул Пикассо ҡултамғаһы һалынған фотографияны бер шешә шарапҡа алмаштыра. Икенсе күргәҙмәһенән һуң тағы дауаханаға эләгә.
Муалла эскесе һәм тиле булараҡ билдәлелек ала, әммә танылған рәссам да булып китә. Уны коллекционер мадам Англе үҙ ҡанаты аҫтына ала, уның ярҙамында Муалле, һүрәт төшөрөп һәм һатып, йәшәү өсөн аҡса эшләү мөмкинлеген ала. Ләкин 1962 йылда бисара рәссамды фалиж һуға. Ул цирроз арҡаһында Францияның көньяҡ-көнсығышындағы Рейан тигән ауылға күсә. 1967 йылдың майында, нервы боҙоҡлоғо өйәнәге көсәйеп, клиникаға һалына. 20 июлдең таңында Фикрет Муалла түшәгендә үле көйө табыла. Васыятына ярашлы, кәүҙәһе Төркиәгә ҡайтарыла һәм Истанбулдағы Ҡараджаәхмәт зыяратына ерләнә[4].
Фикрет Муалла, Абидин Дино менән бер рәттән, ХХ быуаттағы төрөк сәнғәтенең иң сағыу вәкилдәренең береһе һанала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 RKDartists (нидерл.)
- ↑ Fikret Mualla Saygı // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Fikret Mualla // Mualla, Fikret (ингл.) // Grove Art Online / J. Turner — [Oxford, England], Houndmills, Basingstoke, England, New York: OUP, 2017. — doi:10.1093/GAO/9781884446054.ARTICLE.T060122
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Fikret Mualla (1903—1967)
- ↑ Fikret Muallâ 2016 йыл 27 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Fikret Muallâ Saygı на biyografi.info