Физик химия

(Физическая химия битенән йүнәлтелде)

Физи́к хи́мия (ҡыҫҡаса — физхимия) — химик матдәләрҙең әүерелеше, төҙөлөшө тураһындағы фән, химияның бүлеге. Физиканың теоретик һәм эксперименталь ысулдары менән химик күренештәрҙе өйрәнә. Химияның иң ҙур бүлектәренең береһе.

«Физик химияға инеш». М. В. Ломоносов ҡулъяҙмаһы (1936)

Физик химия тарихы

үҙгәртергә

Физик химияға XVIII быуатта нигеҙ һалына. Хәҙерге фән методологияһындағы һәм танып-белеү теорияһы мәсьәләләрендәге «Физик химия»ны беренсе мәртәбә М. В. Ломоносов ҡуллана, ул 1752 йылда Петербург университеты студенттарына "Физик химия курсы"н уҡый. Ул үҙенең лекцияларында «Физик химия — ҡатмарлы есемдәрҙә барған химик операцияларҙы физик алымдар менән аңлатып бирә торған фән» тигән төшөнсә бирә. Ғалим үҙенең йылылыҡтың корпускуляр-кинетик теорияһы тигән хеҙмәтендә өҫтә ҡуйылған барлыҡ һорауҙарға тулы яуап бирә.

Концепцияның айырым гипотезаларын дәлилләүсе эксперименталь алымдар ошо ҡылыҡһырламала үткәрелә.

М. В. Ломоносов тикшеренеүҙәренең күп йүнәлешендә ошо принцептарға таяна: үҙе уйлап тапҡан "быяла тураһында фән"дә; масса һаҡланыу законын раҫлаусы төрлө тәжрибәләрҙә; эретмәләр тураһында тәғлимәттә — ул асҡан физика һәм химия феноменын өйрәнеү программаһы бөгөнгө көнгә тиклем үҫеш юлында.

Һуңынан был өлкәлә йөҙ йылға яҡын тәнәфес була, Рәсәйҙә беренселәрҙән булып физик һәм химик тикшеренеүҙәрҙе 1850 йылда Д. И. Менделеев дауам итә.

1865 йылда Харьков университетында Н. Н. Бекетов физик химия курсы буйынса лекцияларҙы дауам итә.

Рәсәйҙә беренсе физик химия кафедраһы 1914 йылда Санкт-Петербург университетында асыла, көҙөн Д. П. Коноваловтың уҡыусыһы М. С. Вревский мотлаҡ курсты уҡытыу һәм физик химиянан практик күнекмәләрҙе башлай.

Физик химия мәҡәләләрен нәшер итеүсе беренсе журналға 1887 йылда В. Оствальдом һәм Я. Вант-Гофф нигеҙ һала.

Физик химияның өйрәнеү даирәһе

үҙгәртергә

Физик химия хәҙерге химияның төп теоретик нигеҙе булып тора, ул квант механикаһы, статистик физика, термодинамика, һыҙыҡһыҙ динамика, ҡыр теорияһы кеүек физиканың мөһим бүлектәренәдәге алымдарға таяна. Молекулалар төҙөлөшө, химик термодинамика, химик кинетика һәм катализ тәғлимәтен дә үҙ эсенә ала.

Физхимия электрохимия, фотохимия, өҫкө тартылыу көстәренең физик химияһы (шул иҫәптән адсорбция), радиацион химия, металдар коррозияһы, юғары молекулалы ҡушылмалар физик химияһы, полимерҙар физикаһы) кеүек айырым бүлектәргә бүленә. Физхимияға бик яҡын коллоид химия, физик-химик анализ һәм квант химияһы үҙ аллы фән булып тора. Физик химияның күпселек бүлектәренең тикшереү ысулдары һәм методологик алымдары буйынса башҡа бүлектәрҙән айырылып торған сиктәре бар.

Физик химия һәм химик физика араһында айырма

үҙгәртергә

Был фәндәрҙең икеһе лә химия һәм физика араһындағы сиктә тора, ҡайһы берҙә химик физика физик химияға инә. Был фәндәр араһында аныҡ ҡына һыҙат үткәреү мөмкин түгел. Әммә аныҡ ҡына итеп был айырманы түбәндәгесә билдәләнергә мөмкин:

  • физик химия бер үк ваҡытта күп киҫәксәләр ҡатнашлығында барған процестарҙы өйрәнә;
  • Химик физика айырым киҫәксәләрҙе һәм улар араһындағы үҙ-ара тәьҫир итешеүҙе, йәғни үҙенсәлекле атомдарҙы һәм молекулаларҙы ҡарай (шулай итеп, физик химияла киң ҡулланылған «идеаль газ» төшөнсәһенә урын юҡ)[1].

Физик химия бүлектәре

үҙгәртергә

Коллоид химия

үҙгәртергә

Колло́ид хи́мия (бор.-грек. κόλλα — елем) — фаза бүленешендә барлыҡҡа килгән дисперслы система һәм өҫкө күренештәр тураһындағы фән. Адгезия, адсорбция, сылатыу, коагуляцию, электрофорез кеүек күренештәрҙе өйрәнә һәм төҙөлөш материалдары, быраулау эштәре технологияларын камиллаштыра. Хәҙерге коллоидаль химия — химия, физика, биология киҫелешендә торған фән.

Хәҙерге коллоидаль химияның төп йүнәлештәре:

  • Өҫлөк күренештәренең термодинамикаһы.
  • ПАВ адсорбцияһын өйрәнеү.
  • Дисперслы системаларҙың барлыҡҡа килеүен һәм тотороҡлолоғон, уларҙың молекуляр-кинетик, оптик һәм электр үҙенсәлектәрен өйрәнеү.
  • Дисперслы структураларҙың физик-химик механикаһы.
  • Дисперслы системаларҙа ПАВ, электр зарядтары, механик тәьҫир итеү һ. б. йоғонтоһонда барған процестарҙың теорияһын һәм молекуляр механизмдарын эшләү.

Кристаллохимия

үҙгәртергә

Кристаллохи́мия — кристалдар төҙөлөшөн һәм уларҙың матдә тәбиғәте менән бәйләнешен өйрәнә. Химияның бүлеге булараҡ, кристалохимия кристалография фәне менән бәйләнгән.[2] Химия бүлеге булараҡ, кристаллохимия кристаллография менән тығыҙ бәйләнгән һәм кристаллдарҙағы атомдарҙың арауыҡтағы урынлашыуын һәм химик бәйләнешен, шулай уҡ кристалл матдәләрҙең физик һәм химик үҙенсәлектәренең уларҙың төҙөлөшөнә бәйлелеген өйрәнә. Рентгеноструктура анализы, структур электронография һәм нейтронография ярҙамында кристаллохимия атом-ара алыҫлыҡтың абсолют дәүмәлдәрен һәм химик бәйләнештәр һыҙыҡтары араһындағы мөйөштәрҙе (валент мөйөштәрен) билдәләй. Кристаллохимия 425 меңдән ашыу берләшмәнең кристалл структураһы тураһында бай материалға эйә, уларҙың яртыһынан күберәген органик булмаған берләшмәләр тәшкил итә.

Кристаллохимия өйрәнеү өлкәһенә инә:

  • кристалл структуралар системаһы һәм уларҙа күҙәтелгән химик бәйләнеш төрҙәрен тасуирлау;
  • кристалл структураларҙы интерпретациялау (теге йәки был кристалл матдәнең төҙөлөшөн билдәләүсе сәбәптәрҙе асыҡлау) һәм уларҙы алдан күҙаллау;
  • кристалдарҙың физик һәм химик үҙенсәлектәренең уларҙың структураһы һәм химик бәйләнеш характеры менән бәйләнешен өйрәнеү.

Радиохимия

үҙгәртергә

Радиохимия — аҙ миҡдарҙағы матдәләр, шыйығайтылған иретмәләр һәм ион нурланышын өйрәнеүсе фән.ref>Несмеянов А. Н., Радиохимия, М., 1972.</ref> Радиохимия өйрәнгән матдәләрҙең радиоактивлығы уларҙың микроскопик миҡдарын үлсәүҙең юғары һиҙгерлектәге үҙенсәлекле ысулдарын, дистанцион автоматлаштырылған анализ ысулдарын ҡулланырға мөмкинлек бирә һәм талап итә.

Термохимия

үҙгәртергә
 
Гелий атомы һәм уның ядроһын сығыштырыу

Термохи́мия — химик термодинамика бүлеге.

  • реакцияларҙың йылылыҡ эффекттарын билдәләү һәм өйрәнеү,
  • уларҙың төрлө физик-химик параметрҙар менән үҙ-ара бәйләнешен билдәләү
  • матдәләрҙең йылылыҡ һыйҙырышлылығын үлсәү һәм уларҙың фаза күсештәре йылылығын билдәләү.

Термохимияның төп эксперименталь ысулдары булып:

  • калориметрия,
  • дифференциаль термик анализ,
  • дериватография.

Атом төҙөлөшөн өйрәнеү

үҙгәртергә

А́том (бор. грк. ἄτομος — бүленмәй торған) — матдәнең сифатын билдәләүсе иң ваҡ киҫәксәләр. Атом ядронан һәм электрондарҙан тора. Төрлө атомдар берләшеп молекула барлыҡҡа килтерә. Әгәр ядролағы протондар һаны электрондар һаны менән тап килһә, атом дөйөм алғанда электр нейтраль булып сыға. Юғиһә ул ниндәйҙер ыңғай йәки кире зарядҡа эйә һәм ион тип атала. Ҡайһы бер осраҡтарҙа атомдар тип ядро заряды электрондарҙың дөйөм зарядына тиң булған электронейтраль системаларҙы ғына аңлайҙар, шуның менән уларҙы электр заряды булған иондарға ҡаршы ҡуялар. Ядро атом массаһының 99,9% - тан ашыуын тәшкил итә. Ядро ыңғай зарядлы протондарҙан һәм көслө тәьҫир итешеү ярҙамында бер-береһенә бәйләнгән зарядһыҙ нейтрондарҙан тора. Атомдар ядролағы протондар һәм нейтрондар һаны буйынса классификациялана: Z протондары һаны периодик системала атомдың тәртип номерына тап килә һәм уның ниндәй химик элемент булыуын билдәләй, Ә N нейтрондары һаны был элементтың Билдәле изотобы булыуын билдәләй. Z һаны шулай уҡ атом ядроһының дөйөм электоыңғай электр зарядын (Ze) һәм нейтраль атомдағы уның күләмен билдәләүсе электрондар һанын билдәләй. Атомдар атом-ара бәйләнештәр менән бәйле төрлө күләмдәге молекулалар барлыҡҡа килтерә.

 
Тутыҡ иң таралған коррозия төрө.

Металдар коррозияһы тураһында тәғлимәт

үҙгәртергә

Корро́зия (лат. corrosio — ашалыу) — тирә-яҡ мөхит менән химик һәм физик-химик бәйләнеш һөҙөмтәһендә металдарҙың тарҡалыуы.[3] Конструкция материалдарының термодинамик тотороҡһоҙлоғо коррозияға сәбәпсе булып тора. Көндәлек тормошта тимер «тутыҡҡан» тип әйтәләр. Полимерҙарҙың да тутығыуы билдәле. Уларға ҡарата «ҡартайыу» төшөнсәһе бар, ул металдар өсөн «коррозия» терминына оҡшаш. Коррозия тиҙлеге, һәр химик реакция кеүек үк, температураға ныҡ бәйле. Температураның 100 градусҡа күтәрелеүе коррозия тиҙлеген бер нисә тәртипкә арттыра ала.

Иретмәләр тураһында тәғлимәт

үҙгәртергә

Иретмә-эрегән матдә өлөшсәләренән, эреткестәрҙән һәм уларҙың үҙ-ара тәьҫир итешеү продукттарынан торған бер төрлө ҡатнашма. Теге йәки был төр эретмәнең барлыҡҡа килеүе молекула-ара, атом-ара, межион йәки башҡа төр үҙ-ара тәьҫир итешеүҙең интенсивлығы, йәғни теге йәки был агрегат торошоноң барлыҡҡа килеүен билдәләгән көстәр менән бәйле. Айырмалары: эретмәнең барлыҡҡа килеүе төрлө матдәләрҙең өлөшсәләренең үҙ-ара тәьҫир итешеү характерына һәм интенсивлығына бәйле. Эретмәләр газлы, шыйыҡ һәм ҡаты була.

Химик кинетика

үҙгәртергә

Химик кинетика йәки химик реакциялар кинетикаһы — химик реакцияларҙың ваҡыт эсендә үҙгәреү закондарын өйрәнеүсе физик химия бүлеге. Был закон тышҡы шарттар һәм химик әүерелеү механизмы менән бәйле.

Катализ — катализатор тигән матдәләр ҡатнашлығында химик реакцияның үҙгәреү процессы.

Фотохимия

үҙгәртергә
 
Яҡтылыҡ

Фотохимия юғары энергиялар химияһының бер өлөшө, физик химия бүлеге алыҫ ультрафиолеттан инфраҡыҙыл нурланышҡа тиклем яҡтылыҡ тәьҫирендә барған химик әүерелештәрҙе (молекулаларҙың ҡуҙғытылған торошо химияһы, фотохимик реакциялар) өйрәнә. Тирә-яҡ мөхиттә һәм үҙебеҙҙә барған күп кенә мөһим процестар фотохимик тәбиғәткә эйә. Фотосинтез, күреү һәм атмосферала уф-нурланыш тәьҫирендә озон барлыҡҡа килеүе кеүек күренештәрҙе атау ғына етә.

Фотохимия закондары
  • Фотохимик үҙгәрештәр система тарафынан йотолған яҡтылыҡ тәьҫирендә генә була.
  • Һәр йотолған фотон беренсел актта бер генә молекуланы әүҙемләштерә ала.
  • Һәр фотонды молекула йотоу менән иң түбәнге синглет (мультиплетность 1) торошоноң йәки иң түбәнге триплет (мультиплетность 3) торошоноң күсеп ултырыу ихтималлығы бар.
  • Эретмәләрҙә барған органик фотохимик процестарҙың күбеһендә йә беренсе ҡуҙғытылған синглетлы, йә беренсе ҡуҙғытылған триплетлы хәлдәр ҡатнаша.

Химик термодинамика

үҙгәртергә

Хими́к термодина́мика — процесстарҙы химик термодинамика ысулы менән өйрәнеүсе физик химия бүлеге.[4]. Химик термодинамиканың төп йүнәлештәре:

  1. "Классик химик термодинамика", термодинамик тигеҙлекте өйрәнә.
  2. "Термохимия", химик реакцияларҙы оҙатып барыусы йылылыҡ эффекттарын өйрәнә.
  3. Эретмәләр теорияһы, молекуляр төҙөлөш һәм молекула-ара үҙ-ара тәьҫир итешеү тураһындағы мәғлүмәттәрҙән сығып, матдәнең термодинамик үҙенсәлектәрен моделдәштерә.

Химик термодинамика химияның бындай бүлектәренә тығыҙ бәйләнгән:

  • аналитик химия;
  • электрохимия;
  • коллоид химия;
  • адсорбция һәм хроматография.

Физик-химик анализ

үҙгәртергә

Физик-химик анализ — геометрик анализлау өсөн системаның торошо һәм составы-үҙенсәлектәре даграммаларын төҙөп үткәрелгән ысул. Был ысул башҡа анализдар асыҡлай алмағын ҡушылмаларҙы (мәҫәлән, баҡырлы алтын ҡушылмаһын (CuAu)) билдәләргә мөмкинлек бирә. Тәүҙә физик-химик анализ өлкәһендәге тикшеренеүҙәр фазалар күсеше температураһының составҡа бәйле булыуын өйрәнеүгә йүнәлтелә. Әммә Н.С.Курнаков әйтеүенсә, системаның теләһә ниндәй физик үҙенсәлеге состав функцияһы булып тора, ә фаза хәлен өйрәнеү өсөн электр үткәреүсәнлеген, ҡуйылығын, өҫкө йөҙ тартылыуын, йылы һыйҙырышлығын, рефракция коэффициентын, һығылмалылығын һәм башҡа физик үҙенсәлектәрен файҙаланырға мөмкин. [5].

Физик-химик анализ теорияһының нигеҙендә формалаштырылған Н.С.Курнаковтың ярашлылыҡ һәм өҙлөкһөҙлек принциптары ята. Өҙлөкһөҙлөк принцибы буйынса, әгәр системала яңы фазалар барлыҡҡа килмәһә йәки булғандары бөтмәһә, айырым фазаларҙың үҙенсәлектәре һәм дөйөм алғанда системаның үҙенсәлектәре өҙлөкһөҙ үҙгәрә, тип раҫлай. Һәр фаза комплексына состав-үҙенсәлек диаграммаһындағы билдәле бер геометрик образ тап килә, тип раҫлай тап килеү принцибы.

Химик ҡушылмаларҙың реакцион һәләте теорияһы

үҙгәртергә

Химик ҡушылмаларҙың реакцион һәләте теорияһы — химик ракциялар механизмын һәм химик әүерелеш актын өйрәнеүсе фән. Һуңғы йылдарҙағы иҫәп-хисап, квант химияһы өлкәләрендәге һәм физик-химик анализдар ошо фән үҫеше менән бәйле.

Химик ҡушылмаларҙың реакцион һәләте теорияһы - химия фәненең һуңғы тиҫтә йылдарҙа әүҙем үҫешкән сағыштырмаса йәш тармағы, был иҫәпләү һәм квант химияһы, шулай уҡ физик-химик анализ ысулдары өлкәһендәге үҫеш менән бәйле.

Химик ҡушылмаларҙың реакцион һәләте теорияһы эксперименталь ысулдары:

  • Молекуляр шәлкемдәр ысулы
  • Фемтосекунд спектроскопияһы
  • Электрон парамагнит резонансы
  • Ядро магнит резонансы

Юғары энергиялар химияһы

үҙгәртергә

Юғары энергиялар химияһы (Химия высоких энергий ({ХВЭ)) — йылылыҡ тәҫьиренән башҡа матдәлә барған физик һәм химик процесстарҙы өйрәнеүсе фән. Йылылыҡтан башҡа ионлаштырыусы нурланыш, яҡтылыҡ, плазма, ультратауыш, механик бәрелеү ҙә химик процессҡа тәҫьир итә[6].

Юғары энергиялар химияһы (ХВЭ) матдәлә йылылыҡ булмаған энергия тәьҫирендә барған химик реакцияларҙы һәм әүерелеүҙәрҙе өйрәнә. Бындай реакцияларҙың һәм әүерелеүҙәрҙең механизмдарына һәм кинетикаһына йылылыҡ хәрәкәте энергияһына ҡарағанда энергияһы күберәк булған тиҙ, ҡуҙғытылған йәки ионлашҡан өлөшсәләрҙең байтаҡ тигеҙ булмаған концентрациялары һәм ҡайһы бер химик бәйләнеш осраҡтары хас. Матдәгә тәьҫир иткән йылылыҡ булмаған энергия йөрөтөүселәр: тиҙләтелгән электрондар һәм иондар, шәп һәм яй нейтрондар, альфа- һәм бета-өлөштәр, позитрондар, мюондар, пиондар, атомдар һәм молекулалар, электромагнит нурланыш кванттары, шулай уҡ импульслы электр, магнит һәм акустик ҡырҙар.

Юғары энергиялар химияһы процестары ваҡытлыса стадиялары буйынса фемтосекунд ваҡытында барған һәм унан кәмерәк физиктарға бүленә, уның барышында йылылыҡ булмаған энергия мөхиткә тигеҙ бүленмәй һәм «ҡыҙыу тап» барлыҡҡа килә, уның барышында «ҡыҙыу тап»та тигеҙһеҙлек һәм немогенлыҡ сағыла һәм, ниһайәт, дөйөм химия законында химик үҙгәрештәргә буйһона. Һөҙөмтәлә тигеҙләнеш процестары иҫәбенә барлыҡҡа килә алмаған бүлмә температураһында атомдарҙың һәм молекулаларҙың ошондай иондары һәм ҡуҙғытылған торошо барлыҡҡа килә.

Бүлмә температураларында иондар һәм атомдар, молекулаларҙың ҡуҙғытылған торошо (уларҙа был өлөшсәләр тигеҙ процестар иҫәбенә барлыҡҡа килә алмай) ХВЭ-ның тышҡы сағылышы булып тора. Н. Е. Аблесимов тигеҙ булмаған физик-химик системаларҙың үҙенсәлектәре менән идара итеүҙең релаксация принцибын билдәләй. Релаксация ваҡыты физик йоғонто оҙайлылығынан күберәк булған осраҡта, релаксацион процестарҙың физик-химик стадияһындағы (шул иҫәптән эксплуатациялау процесындағы) тигеҙ булмаған конденсирланған системаларҙа релаксация механизмдары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, химик формалар, фазалар һәм матдәләр (материалдар) үҙенсәлектәре менән идара итеү мөмкинлеге бар.

Юғары энергиялар химияһының төп бүлектәре:

  • Фотохимия
  • Лазер химияһы
  • Радиационная химия
  • Плазмохимия (газовой һәм конденсат фазаһында)
  • Механохимия
  • Криохимия
  • Ядеро химияһф

һәм башҡалар

Лазер химияһы

үҙгәртергә

Лазер химияһы — лазер нурланышында барған химик процесстарҙы өйрәнеүсе физик химияның бүлеге. Был фән химик процесстарға лазер нуры тәҫьирен өйрәнә[7]. Лазер тәьҫирендә йылылыҡ һәм фотохимик процессатар үтә. Лазер химияһы офтальмологияла, микрохирургия ҡулланыла.

Лазер нурланышының монохроматлығы селектив рәүештә бер төр молекулаларҙы ҡуҙғытырға мөмкинлек бирә, шул уҡ ваҡытта башҡа төр молекулалары ҡуҙғытылмай ҡала. Был процеста ҡуҙғытыу механизмы матдә һеңдереү спектрында һыҙаттарҙы ябыу дәрәжәһе менән генә сикләнгән. Шул рәүешле ҡуҙғытыу йышлығын һайлап, молекулаларҙың һайлау әүҙемлеген арттырып ҡына ҡалмай, ә нурланыштың реакция зонаһына үтеп инеү тәрәнлеген дә үҙгәртә алабыҙ.

Лазер нурланышы фокустикаһы мөмкинлеге энергияны тәьҫир итеүсе ҡатнашма менән шөғөлләнгән күләмдең билдәле бер өлкәһенә локаль рәүештә индерергә мөмкинлек бирә. Химик реакцияларға лаборатор тәьҫир итеү йылылыҡ һәм фотохимик булыуы мөмкин. Лазер офтальмологияһы һәм микрохирургия, шул уҡ лазер химияһымедицина маҡсатында ҡулланыла.

Радиация химияһы

үҙгәртергә

Радиация химияһы — матдәгә ионлаштырыусы нурланыш тәьҫирендә барған юғары энергиялар химияһының өлөшө, физик химияның бүлеге[8].

Электронагнит нурланыш, рентген нурланышы, гамма-нурҙар, синхротрон нурланыш, тиҙләтергән элементар киҫәксәләр ағымы (электрондар, протондар, нейтрондар, альфа-киҫәксәләр) ионлаштырау һәләтенә эйә.

Радиация химияһы тарихы

Радиация химияһы 1895 йылда Вильгельм Рентген х-нурланышын асҡас һәм 1896 йылда Антуан Анри Беккерем радиоактив тарҡалыш барлығын асҡас барлыҡҡа килә.

1899—1903 йылдарҙа ирле-ҡатынлы М.Кюри һәм П. Кюри радиоактивлыҡ буйынса беренсе тәжрибәләр үткәрә.

Ядро химияһы

үҙгәртергә

Ядро химияһы — юғары энергиялы химияның бер өлөшө, физик химия тармағы, ул ядро реакцияларын һәм уның менән берләшкән физик-химия процестарын өйрәнә, матдәнең физик-химия һәм ядро үҙенсәлектәре араһындағы бәйләнеште өйрәнә[9]. Ядро химияһы йыш ҡына радиохимияны (ҡайһы берҙә уның киҫәге булараҡ) һәм нур химияһын өйрәнеү өлкәләренә ҡарай. Был төрлө фәндәр, әммә ядро химияһы уларҙың теоретик нигеҙе булып тора. Тәүҙә атом ядроның трансформацияһын ядро физикаһы өлкәһе өйрәнгән, шуға ядро химияһы термины хәҙер ҙә ҡабул ителмәй, ә химия, билдәләүенсә, атомдар йәҙрәһе үҙгәрешһеҙ ҡалған химик реакцияларҙы ғына өйрәнә. Ядро химияһы радиохимия, химик физика һәм ядро физикаһы киҫелешендә барлыҡҡа килгән.

Ядро химияһының төн йүнәлештәре:

  • ядро реакцияларын һәм уға бәйле физик-химия процестарын өйрәнеү;
  • «яңы атомдар» химияһы;
  • реактор ысулы менән яңы элементтарҙы һәм радионуклидтарҙы эҙләү һәм синтезлау;
  • радиоактив тарҡалыуҙың яңы төрҙәрен эҙләү.

Электрохимия

үҙгәртергә

Электрохимия — электр тогы үткәндә системаларҙы һәм фаза сиген өйрәнә торған химия бүлеге, кондукторҙарҙа, электродтарҙа (металдарҙан йәки ярымүткәргестәрҙән, шул иҫәптән графиттан) һәм ионлы кондукторҙарҙа (электролиттар) барған процестарҙы өйрәнеүсе фән. Электрохимия арауыҡта айырылған электродтарҙа окисланыу һәм ҡайтарылыу процестарын, иондарҙың һәм электрондарҙың күсеүен өйрәнә. Электрохимияла заряд молекуланан молекулаға туранан-тура күсереү өйрәнмәй.

Ғәҙәттә электрохимия теоретик һәм ғәмәли бүлектәргә бүленә.

Теоретик электрохимия
  • Электролиттар теорияһы
    Электролитик диссоциация
    Иретмәләр термодинамикаһы
    Дебай-Хюккел теорияһы
    Диффузия
    Иондар миграцияһы
    Иретмәләр электрүткәреүсәнлеге (Электропроводность растворов)
    Иретмәләр (Расплавы)
    Ҡаты электролиттар (Твердые электролиты)
  • Гетероген системалар электролиттары (Электрохимия гетерогенных систем)
    Электорхимик термодинамика (Электрохимическая термодинамика)
    Ике электр ҡатламы (Двойной электрический слой)
    Адсорбция
    Электорохимик кинетаика (Электрохимическая кинетика)
Ғәмәли электорохимия (Прикладная электрохимия)
  • Электр тогының химик сығанаҡтары (Химические источники тока (ХИТ))
  • Гальванотехника, Гальванопластика
  • Электрохимик етештереү (Электрохимические производства)
  • Мисәт платалары технологиялары (Технология печатных плат)
  • Химическая энциклопедия НИ «Большая российская энциклопедия», М., 1998;
  • Некрасов, В. В. «Основы общей химии» в 2-х т., том 1, М.: «Химия», 1973. — 656 c.
  • Вайс Е. Ф., Буйкр Е. В., Салмина А. Б. «Физическая химия» 2008

Сонохимия

үҙгәртергә

Тауыш химияһы (сонохимия) - химияның көслө акустик тулҡындарҙың үҙ-ара тәьҫир итешеүен һәм бер ваҡытта барлыҡҡа килгән химик һәм физик-химик эффекттарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Тауыш химияһы тауыш ҡыры күләмендә барған тауыш-химик реакцияларҙың кинетикаһын һәм механизмын тикшерә. Тауыш химияһы өлкәһенә шулай уҡ тауыш ҡырындағы ҡайһы бер физик-химик процестар ҡарай: сонолюминесценция, тауыш тәьҫирендә матдәнең диспергирланыуы, эмульгирлау һәм башҡа коллоид-химик процестар.

Сонохимия акустик тирбәлеүҙәр тәьҫирендә барлыҡҡа килгән химик реакцияларҙы - тауыш-химик реакцияларҙы тикшереүгә ҙур иғтибар бирә. Ғәҙәттә, тауыш-химик процестарҙы ультратауыш диапазонында тикшерәләр (20 ГГц-тан алып бер нисә ГГц-ҡа тиклем). Килогерц диапазонында һәм инфратауыш диапазонында тауыш тирбәлеүҙәре һирәгерәк өйрәнелә. Тауыш химияһы кавитация процестарын өйрәнә.

Тауыш химик реакцияларҙы өйрәнеү өсөн түбәндәге ысулдар ҡулланыла:

  • Шыйыҡсала юғары йышлыҡлы тауыш тирбәлеүҙәрен барлыҡҡа килтереү өсөн кире пьезоэлектрик эффект һәм магнитострикция эффекты;
  • Тауыш химияһы реакцияларының продукттарын тикшереү өсөн аналитик химия.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Химическая физика на пороге XXI века. К 100-летию Н. Н.Семёнова. — М.: Наука, 1996. — 218 с. — ISBN 5-02-001876-7. Архивная копия от 18 сентябрь 2020 на Wayback Machine
  2. Бокий Г. Б. Кристаллохимия. М.: Изд-во МГУ, 1960. — 357 с.
  3. Бриккер Ю., Меньшиков Ю. Коррозия металлов, способы защиты от неё. Учебный фильм для ВУЗов. Центрнаучфильм (1980). Дата обращения: 18 март 2013. Архивировано 7 октябрь 2014 года.
  4. Пригожин И., Дефей Р. Химическая термодинамика. Новосибирск: Наука, 1966. 510 с.
  5. Курнаков Н. С. Введение в физико-химический анализ / Под ред. В. Я. Аносова и М. А. Клочко. — 4-е изд. доп. — М.-Л.: Издательство АН СССР, 1940. — 562 с. Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine
  6. Бугаенко Л. Т., Кузьмин М. Г., Полак Л. С. Химия высоких энергий. Химия, 1988. — 368 с.
  7. Башкин А. С. Химические лазеры / А. С. Башкин, В. И. Игошин, А. Н. Ораевский, В. А. Щеглов — М.: Наука, 1982.
  8. Пикаев А. К. Современная радиационная химия: Основные положения: Экспериментальная техника и методы. М.: Наука, 1985. 375 с.
  9. Чоппин Г., Ридберг Я., Ядерная химия. Основы теории и применения, пер. с англ., М., 1984;