Әсхәҙуллин Фидус Фәйез улы

(Фидус Әсхәҙуллин битенән йүнәлтелде)

Фидус Фәйез улы Әсхәҙуллин (12 декабрь 1941 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977), Почётлы ҡотопсо (1977).

Фидус Фәйез улы Әсхәҙуллин
Тыуған көнө

12 декабрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (82 йәш)

Тыуған урыны

Сулпан ауылы,
Яңауыл районы,
Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1977
Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Әсхәҙуллин Фидус Фәйез улы 1941 йылдың 12 декабрендә Башҡорт АССР-ы Яңауыл районының Сулпан ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[1].

Яңауыл урта мәктәбен тамалағандан һуң, 1960—1964 йылдарҙа Төньяҡ флоттың һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәтен үтәп бөткәс, 1964 йылда Мурманск диңгеҙ пароходсылығына барып эшкә урынлаша, «Ленин» атом боҙватҡысы машинисының өйрәнсеге булып хеҙмәт итә башлай[1][2]. Һуңыраҡ «Ленин» атом боҙватҡысының трюм машинисы, атом пар етештереү ҡоролмаһын хеҙмәтләндереү буйынса мастеры итеп үрләтелә, бында барлығы ете йыл дауамында эшләй[3].

1973 йылда ҙур төркөм белгестәр менән бергә Ленинградтағы караптар етештереүсе заводҡа ебәрелә, бында Әсхәҙуллин «Арктика» атом боҙватҡысын ҡороуҙа һәм уны һыуға ебәреү һынауҙарҙа ҡатнаша. 1975 йылда боҙватҡыс сафҡа индерелә, Фидус Әсхәҙуллин атом пар етештереү ҡоролмаһын хеҙмәтләндереү буйынса өлкән мастеры итеп тәғәйенләнә[1].

1977 йылдың 9—23 авгусында «Арктика» атом боҙватҡысының Төньяҡ ҡотопҡа экспедицияһында ҡатнаша — был һыу өҫтө караптары араһында ҡотопҡа донъялағы тәүге походы булып тора. Походҡа әҙерләнгән ваҡытта Әсхәҙуллин караптың энергетика ҡоролмалары системаларын һәм механизмдарын йүнәтә, был экспедиция барышында был ҡоролмаларҙың тотҡарлыҡһыҙ эшләүен тәьмин итә. 17 августта «Арктика» атом боҙватҡысы Төньяҡ ҡотопҡа барып еткәс, уға А. А. Шпринг берлектә почётлы задание ҡушалар — СССР флагы менән флагшток урынлаштырырға бойоралар. Һәм улар был эште уңышлы башҡаралар[1][3].

1977 йылдың 14 сентябрендәге СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы «Арктика» атом боҙватҡысының Төньяҡ ҡотопҡа эксперименталь рейсын әҙерләүҙә һәм атҡарыуҙа күрһәткән оло хеҙмәте, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Фидус Фәйез улы Әсхәҙуллинға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[1].

Артабанда «Арктика» атом боҙватҡысында хеҙмәт итеүен дауам итә, 1982 йылда КПСС-ҡа инә. 1990 йылдан «Таймыр» атом боҙватҡысында өлкән мастер булып эшләй[2].

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977)
  • Почётлы ҡотопсо (1977)
  • Ленин ордены (1977)
  • Миҙалдар
  • Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районы Иҫке Көйөк ауылының бер урамына уның исеме бирелгән[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Каримов Т. Әсхәҙуллин Фидус Фәйез улы. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 20 ноябрь 2015. (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Каримова И. Г. Әсхәҙуллин Фидус Фәйез улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
  3. 3,0 3,1 Узиков Ю. Яңауыл егете Фидус Әсхәҙуллин Төньяҡ полюсында үҙ Ватанының байрағын күтәргән кеше. «Башвестъ» (18 август 2005). Дата обращения: 20 ноябрь 2015. 2016 йыл 5 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Каримов Т. Әсхәҙуллин Фидус Фәйез улы. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 20 ноябрь 2015. (рус.)