Фидаил
Фидаил — башҡорт ир-ат исеме.
Фидаил |
Этимологияһы
үҙгәртергәФидаил исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша нелдлгизм булып ингән, — фиҙәҡәр, тырыш тигән мәғәнәгә эйә[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәШамун Фидаи Ҡасим Мөхәммәтйән улы Шакирйәнов (15 июнь 1902 йыл — 1920 йыл) — башҡорт революционер-шағиры. 1920 йылда комсомолдың III Бөтә Россия съезына делегат итеп һайлана. Ләкин ул съезға китер алдынан кулактар тарафынан үлтерелә.
Фидаи Салауат Фидай улы (27 ноябрь 1972 йыл) — Рәсәй рәссамы, скульптор-миниатюрисы.
Билалов Фидаил Шәйхислам улы (15 июль 1925 йыл — 22 март 2018 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, парашют спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1958). Башҡортостан ауыл хужалығы иститутын тамамлаған (1966). Рәсәй ДОСААФ-ының авиация-спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. РСФСР-ҙың зона беренселеге ярыштарында шәхси һәм команда зачёты буйынса көмөш призёр (1957). 1000 метр бейеклектән төндә төркөм менән һикергәндә ергә теүәл төшөү буйынса донъя рекордсмены (1960). I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
Атаһының исеме
үҙгәртергәМөхәмәтшин Руслан Фидаил улы — Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Башҡортостан Республикаһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлегенең Ауырғазы районы буйынса бүлексә етәксеһе.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |