«Фельтинс-Арена» (нем.Veltins-Arena), шулай уҡ «Арена АуфШальке» (нем.AufSchalke Arena) — немец Гельзенкирхен ҡалаһында күп функциялы стадион, «Шальке 04» футбол клубының үҙ майҙаны. 2005 йылдың йәйенән стадион немец һыра компанияһы Veltins. исемен йөрөтә. Стадион футбол буйынса (2006 йыл) һәм шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты матчтарын ҡабул итә (2010 йыл).

Фельтинс-Арена
Нигеҙләү датаһы 2001
Рәсем
Изображение интерьера
Спорт төрө футбол
Дәүләт  Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Gelsenkirchen-Nord[d][1]
Урын Гельзенкирхен[d]
Хужаһы Шальке 04[d]
Стоимость 192 000 000 €
Тип покрытия газон[d]
Хеҙмәтләндереүсе Шальке 04[d]
Архитектор HPP Architekten[d]
Рәсми асылыу датаһы 30 май 2001
Төп төҙөлөш ойошмаһы Hellmich (Unternehmen)[d][2] һәм Wayss & Freytag[d]
Обитатель Шальке 04[d]
Һыйым 62 271
Рәсми сайт veltins-arena.de
Категория стадиона УЕФА UEFA stadium category 4[d]
Категория для внешности элемента Category:Exterior of Veltins-Arena[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Veltins-Arena[d]
Карта
 Фельтинс-Арена Викимилектә

Арена майҙаны үҙенсәлектәренең береһе булып шыуҙырмалы яланы тора — дүрт сәғәт эсендә ул көнья-көнбайыш трибуна аҫтынан урам яҡҡа сыға, шулай итеп газон үҫеүгә булышлыҡ итә һәм сатдионда үткән төрлө саралар ваҡытында уның именлеген тәьмин итә.

2002 йылдан был аренала Challenge Team World — биатлондың Раштыуа йондоҙҙары уҙыштары үтә. 2010 йылдың 24 декабрендә ҡар күп яуыу арҡаһында ҡыйыҡты ҡаплаған мембран материалдың 40 фрагментынан өсөһө емерелеп төшә. 30 декабрҙә билдәләнгән уҙыштар тамашасылар һәм спортсылар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 2011 йылдың март аҙағына күсерелә[3][4].

2004 йылда стадион Чемпиондар лигаһының финалын ҡабул итә, унда унда финалда «Монаконы» 3:0 иҫәбе менән еңгән португал «Порту» командаһы еңеүсе була.

2006 йылда стадион футбол буйынса донъя чемпионатының 5 уйынын, шул иҫәптән инглиздәр һәм португалдар араһындағы сирек финалды ҡабул итә. ФИФА ҡағиҙәләренә ярашлы донъя чемпионаты ваҡытында стадион «Донъя чемпионаты ФИФА Гельзенкирхен» (ингл.  World Cup Gelsenkirchen Stadium FIFA) исемен йөрөтә.

2010 йылдың 7 майында АҠШ һәм Германия йыйылмалары араһында шайба менән хоккей буйынса донъя чемпионаты 2010 йыл матчын асыу үтә. Стадиондың трибунаһынан уйынды 77 803 тамашасы ҡарай, шулай итеп уйынды ҡарарға килеүселәр һаны буйынса донъя рекорды ҡуйыла. Футбол яланында хоккей яланын монтажлайҙар, был 60 мең трибуна урынын иҫәпләмәйенсә, 15 меңдән ашыу урын тәьмин итергә мөмкинлек бирә.

2013/14 миҙгеле алдынан стадионды 300 урынға ҙурайталар, шунан һуң ул 61 973 кешене һыйҙыра[5]. 2015 йылдың йәйендә стадиондың һыйҙырышлығы тағы 298 урынға арта.

2006 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты уйындары

үҙгәртергә
Дата Ваҡыты 1-се команда Иҫәбе 2-се команда Стадия Тамашасылар
9 июнь 2006 21:00 Польша 0:2 Эквадор Ә Төркөмдәр 52 000
12 июнь 2006 18:00 АҠШ 0:3 Чехия E Төркөмө 52 000
16 июнь 2006 15:00 Аргентина 6:0   Сербия һәм Черногория C Төркөмө 52 000
21 июнь 2006 16:00 Португалия 2:1 Мексика D Группаһы 52 000
2006 йылдың 1 июле 17:00 Англия 0:0



пен. 1:3
Португалия 1/4 финалы 52 000

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә