Фекерләшеү:Шайморатова Әсмә Сабир ҡыҙы

Һуңғы хәбәр: 5 лет назад элек Азат Хәлилов яҙған
  • Азат Хәлилов! Ҡәһәрмән кантон исеме менән ул йыр йөрөй, ҡайһыныһы дөрөҫ икәнен иҫбат итергә кәрәк әле: яңы кантон башлығы (әүәлге кантон Буранғолдоң улы) Ҡәһәрмән Ҡыуатовҡа...; шуны Ҡәһәрмән түбәһе тип атайҙар; Более поздние топонимы «Ҡәһәрмән туғайы»; район китапханаһынан Луиза Ҡәһәрмән ҡыҙы; Бикбулат ауылынан Ҡәһәрмән Иҫәнгилдин - ҡаһарманлыҡ өсөн миҙалға лайыҡ булған - бындай миҫалдарҙы арттырып та була.http://cetext.ru/buranbaj-jiri.html?page=73 - бында ла йырҙың исеме Ҡәһәрмән кантон тип бирелгән. Миндә гәзит мәҡәләһе бар, унда ла Ҡәһәрмән кантон тип яҙылған, шуға мин аңлы рәүештә Ҡәһәрмән тип яҙғайным--Тутыйғош (әңгәмә) 07:47, 31 октябрь 2019 (UTC)Яуап бирергә
    • Тутыйғош, минеңсә кеше исеме Ҡәһәрмән була алмай, сөнки ҡәһәр - проклятие тип тәржемә ителә. Ә Ҡаһарман - богатырь, герой. Шуға Ҡаһарман Ҡыуатов тип алдым. Ҡыуандыҡ районы халҡы Ҡеүәтовлар тип тә әйтә, әммә әҙәби телдә ошолай йөрөтөлә. Көньяҡ һөйләштәрҙә "Ә" йыш ҡулланалар Закиров-Зәкиров, Шакиров-Шәкиров һ.б.--Ryanag (әңгәмә) 08:24, 31 октябрь 2019 (UTC)Яуап бирергә
  • Ryanag, мәҡәлә исемен үҙгәртергә уй юҡ минең, БЭ-ла шулай уҡ Ҡаһарман тип яҙылған. Диалектмы ул, юҡмы, Ҡаһарман тип әйтеүе ауыр, ҡаты, шуға, бәлки, йомшаҡ варианты киткәндер. Һәм бик күп ерҙә нәҡ шулай алынған - Ҡәһәрмән тип. Моғайын, кеше ҡәһәр һүҙенән алынған тип уйламайҙыр. Луиза Ҡәһәрмән ҡыҙы - ниндәй рухлы кеше бит ул. Төҙәтер алдынан, бигерәк тә әле генә ҡуйылған мәҡәләнең, ошонда фекерләшеп була. Ғөмүмән, беҙҙә фекерләшеү бигүк киң ҡулланмай. Ә былай...рәхмәт)))--Тутыйғош (әңгәмә) 08:40, 31 октябрь 2019 (UTC)Яуап бирергә
  • Тутыйғош, минең һуңлап мөрәжәғәт итеүемә аптырамағыҙ! Әҙәби телдә шулай йөрөтөлә бит. Шуға төҙәтмә яһаным. Был википедия, хаталар китһә төҙәтергә инде. Ундай дорфа менән мөрәжәғәт итеү кәрәк булдымы икән. Радио-телевидениела бер ҙә Ҡәһәрмән кантон тип әйтелмәй!!!! Иғтибарлыраҡ булайыҡ. Ысынында, бик күп стилистик һәм бына ошондай фактик хаталар ебәрелә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шуға ла мин, ике өс йыл шөғөлләнмәй торғайным, йәнемде көйҙөрмәйем әле, бәлки, алға китеш булыр тигән өмөт менән! --Азат Хәлилов (әңгәмә) 16:19, 1 ноябрь 2019 (UTC)Яуап бирергә
«Шайморатова Әсмә Сабир ҡыҙы» битенә кире ҡайтырға.