Фекерләшеү:Светофор
Һуңғы хәбәр: «"""» темаһында 9 лет назад элек Азат Хәлилов яҙҙы
Төрлө телдәрҙә үҙгәртергә
Инглиз - Traffic lights, Төрөк - trafik ışıkları, Әзербайджан - trafik işıqları, Һуңғар (Венгр) - Közlekedési lámpák, Монгол - Замын гэрэл. Уйымса, башҡорт телендә лә алмаш табыу урынлы. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:27, 13 октябрь 2014 (UTC)
әлбиттә үҙгәртергә
Яҡтылыҡ форы, яҡтылыҡ ишеге, тағы ниндәй варианттар мөмкин? --Кинйә (әңгәмә) 16:33, 13 октябрь 2014 (UTC)
ә бәлки, үҙгәртергә
ә бәлки емелдәк ишектәр, емелдәкле үткәүелдәр
--Кинйә (әңгәмә) 16:36, 13 октябрь 2014 (UTC)
- Мин ҡаршы. Ғәҙәткә инеп киткән һүҙҙәрҙе алыштырарға ярамай. Саманан тыш пуризм менән мауығыу радикаль күренеш. --Саган (әңгәмә) 16:41, 13 октябрь 2014 (UTC)
- Самаһын нимә һәм кем билдәләй. Урыҫ милләтле төркиәтсе ғалим тәүбашлап яҙып биргән ҡағиҙәләрме? Әлбиттә, бөгөн үк мәҡәлә исемен алышытырыу килешмәҫ. Әммә, киләсәктә ҡулланышҡа яңы һүҙ индереү яҡлымын.--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:06, 13 октябрь 2014 (UTC)
""" үҙгәртергә
Ниндәй пуризм тураһында һүҙ булыуы мөмкин. Бөтә һүҙҙәр калькаларҙа ҡулланыла башланы бит. Ниңә башҡорт теленә генә хас һүҙҙәр булмаҫҡа тейешме әллә???? --Кинйә (әңгәмә) 17:14, 13 октябрь 2014 (UTC)