Фекерләшеү:Организм

Һуңғы хәбәр: «!!!!!!» темаһында 9 лет назад элек Азат Хәлилов яҙҙы

Клетка (Күҙәнәк) Wikipedia:Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләр исемлегенә керә. Бәлки айырым мәҡәлә итергәлер? --Саган 15:00, 17 Ғинуар (Һыуығай) 2011 (UTC)

Берәй икенсе кеше айрым яҙһа була. Был мәҡәләлдәге бер һөйлөмде лә юймаҫҡа! Тешләрмен!!!--Roustammr 15:10, 17 Ғинуар (Һыуығай) 2011 (UTC)

Мәҡәләгә афарин. Википедияла тешләшергә ярамай. Һәр кем мәҡәләңде төҙәтә ала. Тик дөрөҫ булырға тейеш. --Рөстәм Нурыев 12:46, 18 Ғинуар (Һыуығай) 2011 (UTC)

PS Был мәҡәлә әле яҙылып бөтмәгән--Roustammr 15:13, 17 Ғинуар (Һыуығай) 2011 (UTC)

Бындай кимәлдеге мәҡәлә күптән булғаны юҡ! Ҡайһы бер грам.хаталарын төҙәттем, тешләшмәһәгеҙ.

Тик башҡорт телендә күплек һаны йыш ҡулланылмай шикелле. Мәҫәлән: "кешеләр киләләр" түгел, "кешеләр килә".

  • Махсуслашҡан күҙәнәктәр төркөмөнөң туҡыма күҙәнәктәре дүрт башлынғыс типтарҙан (типтан?) тора
  • бөтә күҙәнәктәр әлеге ваҡытта булған күҙәнәктәрҙән (күҙәнәктән?) барлыҡа киләләр (килә?).

Тел белгестәре нисек уйлай? --Саган 07:28, 18 Ғинуар (Һыуығай) 2011 (UTC)

Тешләмәйем, ҡайһы ҡулланыусылар мин тырышып яҙғанды юйғас асыуым килгәйне. Яҙылып киткән бөтә төҙәтеүҙәргә мин ризамым:) Үҙем хәҙер хәҙер текста бер хатаны ла таба алмайым "*бөтә күҙәнәктәр әлеге ваҡытта булған күҙәнәктәрҙән (күҙәнәктән?) барлыҡа киләләр (килә?)." Һөймәмендәге мәғәнәне йткереп яҙа алманым. "әлеге ваҡытта булған күҙәнәктәрҙән (күҙәнәктән?) " - из существующих клеток --Roustammr 07:54, 18 Ғинуар (Һыуығай) 2011 (UTC)

Мәҡәлә иғтибар үҙәгендә саҡта мин дә үҙ фекеремде яҙып ҡалам — мәҡәлә шәп, бик йөкмәткеле. Әйтелгән һөйләмдең мәғәнәһе аңлайышлы яҙылған, минең уйымса (тағы ла аныҡлар өсөн "бөтә яңы күҙәнәктәр әлеге ваҡытта булған күҙәнәктәрҙән барлыҡҡа килә" тиергә мөмкин, әммә былай ҙа бик аңлашыла. Ваҡ хаталары бар - барлыҡҡа ике ҡ хәрефе менән яҙыла. барлыҡҡа килә тигәндә киләләр тиергә лә мөмкин, тик ғәҙәттә килә тип кенә әйтелә. Ә бына "Прокариот ике айырым төрҙәрҙән тора" тигәнде "Прокариот ике айырым төрҙән тора" тиергә кәрәк, бында ҡағиҙәһе яҙылған. Тағы ла —роли һүҙе башҡортса ролдәр тип яҙыла, рольдар түгел
Шунан исемлектәрҙә тамғалар ҡулланғас, улар артынса һандар яҙыу артыҡ. Йә тамғалы ғына, йә һанлы ғына исемлектәр булһын.
Артабан, Schleiden урыҫсаға Шлейден тип тәржемә ителгән, Шелдонн дөрөҫ түгел, буғай.
Мәҡәләнең төҙөлөшө буйынса бер-нисә һорау — инглиз мәҡәләһендә "Макромолекулалар" өлөшө "Химия" эсендә урынлашҡан, "Күҙәнәктәр" Структура эсендә урынлашҡан. Шулай дөрөҫөрәк булмаймы? Шунан, "Структура" тигән исемде "Төҙөлөшө" тип тәржемә итеү мөмкинлеге юҡмы?
Булды, шикелле. Грамматик хаталары, урыҫ/башҡорт хәрефтәрендә яңлышлыҡтар бар барлыҡҡа, әммә әлегә уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырҙым. Әкренләп үҙегеҙ төҙәтерһегеҙ, тип уйлайым :)
Assele 06:01, 19 Ғинуар (Һыуығай) 2011 (UTC)

Иҫкәртмәләрҙе < ref></ref > билдәлере эсенә яҙырға кәрәк, текст эсендә. Мәҫәлән: < ref name=cavaliersmith1987>T.Cavalier-Smith (1987) The origin of eukaryote and archaebacterial cells, Annals of the New York Academy of Sciences 503, 17–54</ref >

Мәҡәләнең аҫтына < references/> тамғаһы ҡуйырға. Re: "Макромолекулалар" өлөшө "Химия" эсендә урынлашырға, "Күҙәнәктәр" Структура эсендә урынлашға тейеш. Нисек инглизса яҙылған, шулай булырға тейеш тип уйлайым.

Мин ҡарап саҡҡанда 4 хата таптым, үҙгәртергә ялҡау килде. Хаталарҙы төҙәтһәгеҙ бик шәп булыр ине (төҙөлөштө лә инглиз мәҡәләһенә яҡыныраҡ булһа һәйбәт булыр ине).

Мин әле икенсе мәҡәләне эш итеп (ятам). Ҡалған бер-нисә өлөштәрҙе бер-нисә кеше тәржемә итеп яҙһа - шат булыр инем.--Roustammr 09:02, 19 Ғинуар (Һыуығай) 2011 (UTC)

Был тәҡдим урынһыҙ! Өмә иғлан иткәнебеҙ бар, тик ҡатнашырға теләүселәр юҡ.--Саган 09:33, 19 Ғинуар (Һыуығай) 2011 (UTC)

Был теманы Ай проектына ҡуйһаҡ ни була? Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşırbıđmı? 12:08, 19 Ғинуар (Һыуығай) 2011 (UTC)

Re: Ҡуяһығыҙ килһә ҡуйығыҙ. Ай проекты нимә ул?--Roustammr 12:15, 19 Ғинуар (Һыуығай) 2011 (UTC)

!!!!!!

үҙгәртергә

Башҡортса атамаһы ағза халыҡ телендә бар бит.

--Кинйә (әңгәмә) 02:29, 2 апрель 2015 (UTC)Яуап бирергә

ағза орган булмаймы. Оганизм организм була.--Саган (әңгәмә) 03:24, 2 апрель 2015 (UTC)Яуап бирергә

Башҡортса тәржемә итһәк кенә, шулай була. Былай организм йөрөй. Башҡа төрки телдәр нисек алғандыр. Әллә ниндәй телгә бәйһеҙ һүҙҙәр уйлап сығарыу урынһыҙҙыр тип уйлайым! --Кинйә (әңгәмә) 05:30, 2 апрель 2015 (UTC)Яуап бирергә

«Организм» битенә кире ҡайтырға.