Фекерләшеү:Европа берлеге

(Фекерләшеү:Евросоюз битенән йүнәлтелде)
Һуңғы хәбәр: «Башын үҙгәртегеҙ әле» темаһында 6 лет назад элек Ryanag яҙҙы
Евросоюз башҡорт һүҙе түгел бит! Исемде Европа Берләшмәһенә үҙгәртергә кәрәк. Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşırbıđmı? 14:58, 13 Февраль (Шаҡай) 2011 (UTC)

Башҡорт матбуғаты күберәк Евросоюз тип бирә. Был икенсе исеме. --Саган 15:03, 13 Февраль (Шаҡай) 2011 (UTC)

Европа Берләшмәһе тип яҙған берәй рәсми матбуғат бармы? Барлыҡ матбуғат саралары Евросоюз һүҙен ҡуллана. Мәҫәлән "Йәшлек" гәзите [1]. Башҡорттарҙа аңламаған телдә яҙырға кәрәке? --Саган 14:39, 22 Февраль (Шаҡай) 2011 (UTC)

Урыҫса мәҡәлә Европейский союз тип атала, "Евросоюз" исеменән йүнәлтеү генә бар. Русскоязычный, читающий "Европейский союз" понимает, что́ это такое, хотя в речи и публицистике употребляется чаще Евросоюз. Был исем аңлашылмаған булмаҫ. Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşırbıđmı? 14:52, 22 Февраль (Шаҡай) 2011 (UTC)

Точно так же башкироязычный чтатель понимает, что такое Евросоюз, а Европа Берләшмәһә вводит в раздумья. Не даром пресса применяет Евросоюз. Хоть одно применение "Европа Берлеге" сможешь привести в башкирской прессе? --Саган 16:12, 22 Февраль (Шаҡай) 2011 (UTC)

Гәзиттәрҙә һәм ТВла нисек атайҙар шулай атарға кәрәк. Унда Европа Союзы тип атайҙар шикелде--Roustammr 17:28, 22 Февраль (Шаҡай) 2011 (UTC),
http://www.bashinform.ru/bash/270841/

Бындай бәхәсле һорауҙарҙа Yuldashbaeff, Азат Хәлилов һымаҡ башҡорт теле белгестәре менән кәңәш иткәндә шәп булыр ине (дөрөҫөн әйткәндә, Башҡорт Википедияһында төрлө атамаларҙың бәхәсле тәржемәләре бихисап). Миңә килгәндә, Европа Берлеге тигән тәржемә лә оҡшай, тик, ысынлап та, рәсми баҫмалар Европа Союзы тип яҙа бит. Assele 05:59, 24 Февраль (Шаҡай) 2011 (UTC)

Фекер алышыу оҡшау/оҡшамау ҙа түгел. Матбуғатта кабул ителгән телдә яҙырға кәрәк. Шулай булмаһа бер нисә йылдан башҡорт гәзит-журналдарын уҡыусылар башҡорт Википедияһын аңламайасаҡ. Латин теле тарихы ҡабатланасаҡ.--Саган 12:59, 24 Февраль (Шаҡай) 2011 (UTC)

Беҙ, Баш-вики ҡоро, башҡорт теле ғәмәлен, һүҙ ҡулланышын билдәләгән рәсми ойошма түгел. Һүҙлек (Русско-башкирский словарь общественно-политических терминов. Г.К. Кунафина, Т.Д.Ишкина, 2001) атаманы асыҡтан-асыҡ Европа Союзы тип бирә. Ошо тәҡдимгә ҡолаҡ һалайыҡ.
Сәйәси ҡулланышта Союз һүҙе башҡорт теленә Советтар осоронда ныҡлап ингән дә инде. Үрҙәге һүҙлектә тел белгестәре тел нормаһын билдәләгән, беҙ иһә телде ҡайтанан уйлап сығармайыҡ.
Минеңсә, берләшмә һүҙен мәҡәләнең преамбулаһында тасуирлама рәүешендә ҡулланырға була. Күргәнемсә, был һүҙ Европа Союзының нигеҙ-булмышын яҡшы сағылдыра. Рәсми рәүештә уны ҡулланмайыҡ, тип тәҡдим итәм. Borovi4ok 18:52, 8 Март (Буранай) 2011 (UTC)

Берлек, берләшмә?

үҙгәртергә
  • Бында ла һөйләшеү булған икән. Евразия берләшмәһе тигән мәҡәләнең фекер алышыу битенә яҙғанымды бында ла күсерәм:

«Евразийский союз, Евразийский экономический союз, Евразийское экономическое сообщество тигән мәҡәләләр бар. Евразийский союзды Евразия берләшмәһе тип алдым, сөнки Европа союзы Европа берләшмәһе тиелгән — шуға эйәрҙем. Хәҙер баяғы икәүҙе тәржемә итәм тиһәм, аптырап ҡалдым. Союзды ла, сообществоны ла берләшмә тиһәк, был ике ойошманың атамаһы башҡортса бер иш була ла ҡуя. Башҡалар нисек ала ошо һүҙҙәрҙе? Ижади союздарҙы берлек тибеҙ бит хәҙер, шул миҫалға эйәреп, союзды - берлек, ә сообществоны берлешмә тип алам. Советты совет тип ҡалдырабыҙҙыр инде». Өҫтәге һөйләшеүгә килгәндә, мин Европа Союзы һәм Европа Советы тип алыу яҡлы. Әммә күпселек тәржемә итәйек тиһә, буталып ултырмаҫ өсөн тәҡдимем: союз - берлек, сообщество - берләшмә, совет - совет булһын. Alfiya55 (әңгәмә) 17:46, 20 ноябрь 2018 (UTC)Яуап бирергә

Башын үҙгәртегеҙ әле

үҙгәртергә

Бының башын Европа берлеге тиергә кәрәк ине. Минән үҙгәрттермәй. Alfiya55 (әңгәмә) 03:46, 23 ноябрь 2018 (UTC)Яуап бирергә

«Европа берлеге» битенә кире ҡайтырға.