Фекерләшеү:Башҡортостан флагтары
Флаг - Әләм. Шулай ҡулланһаҡ нисек була? --Рөстәм Нурыев (фекер алышыу) 18:33, 9 Март (Буранай) 2012 (UTC)
- Әләмме, байраҡмы? --Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşayıq! 07:43, 10 Март (Буранай) 2012 (UTC)
Флаг тип яҙырға кәрәк. Был турала фекер алышыу булды бында һәм ошондай (Ҡоролтай архивында):
Тел тураһында килешәйек
үҙгәртергәЙәмғиәт, Аурупа һәм йөмһүриәт кеүек яҙылыштан баш тартырға тәҡдим итәм. Белеп-күреп торам, татар туғандарыбыҙ ошолай яҙа, тик хәҙерге башҡорт теле өсөн бындай һүҙ ҡулланыу минеңсә яһалма, ғәҙәти тел ғәмәленә тура килмәй. Йөмһүриәт һүҙен һүҙлек иҫке тип билдәләй; Аурупа яҙылышы башҡортса бөтөнләй күренмәй (М. Ғафуриҙан башҡа - быныһы йәиһә бер быуат элек булған хәл).
Пуризм, йәғни телде яһалма рәүештә сит тел һүҙҙәренән таҙартыу, менән артыҡ шөғөлләнмәйек. Телебеҙ үҙе тиҫтә йылдар буйы яйын-тәртибен тапҡан, уны боҙмайыҡ. Фекерегеҙ ни булыр? Borovi4ok 10:10, 2 Март (Буранай) 2011 (UTC)(Ҡоролтай архивы)
Флагмы, әләмме, әллә инде байраҡмы?
үҙгәртергәБыл турала бер-ике мәртәбә һүҙ ҡуҙғатылып алдыҡ та , шул килеш ҡалды. Тел яйлап үҫешә бара, ҡайһы бер һүҙҙәр төшөп ҡалып, архаизмдарға әйләнә, моғайын, әләм һүҙе лә архаизмға кереп киткәндер ул. Мин уҡытыусы булараҡ шуны әйтәм: әйҙәгеҙ, флаг(байраҡ) вариантына туҡталайыҡ. Газета-журналдар, телевидение, радио, нәшриәт баҫмалары, әлбиттә флаг менән бергә байраҡ һүҙен дә ҡуллана. Тик мин ошоғаса әләм тигән терминды, яңы әҫәрҙәрҙә(тарихи әҫәрҙәрҙән башҡа) ишеткәнемюҡ. Мәжит Ғафуриҙың бер шиғыры бар:"Ҡыҙыл байраҡ" тигән. Унда байраҡ менән бергә әләм дә ҡулланылып киткән(поэтик синтаксис булараҡ инде). Бына шул минең фекер. --Кинйә (фекер алышыу) 12:20, 10 Март (Буранай) 2012 (UTC)
- Государственный флаг — дәүләт флагы
- Знамя Победы — Еңеү байрағы. Шул тәртиптә төҙәтәбеҙ.--Саган (әңгәмә) 20:01, 5 февраль 2016 (UTC)