Федотова Гликерия Николаевна

Федотова Гликерия Николаевна Федотова (22 май 1846 йыл27 февраль 1925 йыл) — рус артисы, Император театрҙарының атҡаҙанған артисы, Республиканың халыҡ артисы (1924)[1]. Хеҙмәт Геройы (1924).

Гликерия Федотова
Исеме:

Гликерия Николаевна Позднякова

Тыуған ваҡыты:

22 май 1846({{padleft:1846|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Орёл ҡалаһы

Вафат ваҡыты:

27 февраль 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (78 йәш)

Вафат урыны:

СССР, РСФСР, Мәскәү ҡалаһы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Наградалары:
Файл:Geroy Truda Znak.jpg
Герой Труда

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Г. Федотова, 1868 йыл

Гликерия Николаевна Федотова (ҡыҙ фамилияһы Позднякова) 1846 йылдың 22 майында Орел ҡалаһында тыуа. Иртә етем ҡала, олатаһы һәм уны ҡыҙлыҡҡа алған алыҫ туғаны Позднякова тәрбиәһендә үҫә 1856 йылда Мәскәү император театр училищеһына уҡырға инә һәм уны 1862 йылда тамамлай. Унда өс йыл балетҡа уҡый, ә аҙаҡ И. В. Самариндың драма класына күсә. Беренсе ҙур булмаған ролдәрен артист Бәләкәй театрҙа 1858 йылда, театр мәктәбе уҡыусыһы булған сағында уҡ башҡара. 1862 йылда И. В. Самарин уға П. Д. Боборыкиндың «Бала» драмаһында Верочка ролен йөкмәтә, ул уны үҙенең бенефисы өсөн һайлаған була. 1862 йылдың 10 майында, 16 йәше тулған көндә, Позднякова Бәләкәй театр труппаһына ҡабул ителә. 1863 йылдың апрель айында 22 йәшлек Бәләкәй театр актёры А. Ф. Федотовҡа кейәүгә сыға һәм уның фамилияһы аҫтында сығыш яһай башлай. Бер йылдан һуң улы Александр, киләсәктә Бәләкәй театр актёры һәм режиссёры тыуа.

 
Валентин Серов эшләгән портретта

1860 -сы йылдар аҙағында Гликерия Федотова театрҙың төп ролдәрҙе башҡарыусы артисы булып китә, амплуаһы — йәш героинялар. Төп иғтибарҙы сәхнәлә уйнау техникаһына йүнәлтә. Ул трагик, комик, мелодрама һәм романтик ролдәрҙе бер үк кимәлдә башҡара ала. Ул Островский театрының иң яҡшы артистарының береһе һанала, уның пьесаларында 29 роль башҡара, шуларҙың ҡайһы берҙәрен (Снегурочка, Василиса Мелентьева һ. б.) шул уҡ исемле пьесаларҙа драматург үҙе уға тип тәғәйенләй. Уның пьесаларында беренсе ролде — Федотовтың «Гроза» пьесаһында Катеринаны 1863 йылда уҡ башҡара һәм уны 35 йыл дауамында уйнай. 1880-се йылдарҙа артист әбейҙәр, әсәйҙәр, оло йәштәге ҡатындар ролен уйнауға күсә, был ролдәргә ярашлы актёр техникаһын үҙләштереү өсөн ике йыллыҡ ял ала. Шул уҡ ваҡытта К. С. Станиславский саҡырыуы буйынса «Әҙәбиәт һәм сәнғәт ойошмаһында» актёрлыҡ оҫталығын уҡыта башлай.

1905 йылда аяҡтарының ҡаты ауырыуы арҡаһында Федотоваға сәхнәне ҡалдырырға тура килә. Ләкин үлеменә тиклем артист труппаның почетлы ағзаһы булып иҫәпләнә. Һуңғы тапҡыр Федотова сәхнәгә 1912 йылда, Бәләкәй театрҙа үҙенең сәхнә эшмәкәрлегенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә күтәрелә, ул Островскийҙың «Дмитрий Самозванец һәм Василий Шуйский» пьесаһында батшабикә Марфа ролен башҡара.

В. И. Немирович-Данченко биргән баһа буйынса, Гликерия Федотова, үҙенең ролен башҡарғанда, тотош спектакль барышын да күҙәтеп бара, пьесаның ансамбль булып яңғырауына өлгәшә, партнерҙарына ярҙам итә һәм, дөрөҫөн әйткәндә, икенсе режиссёр була.

Уҡыусылары араһында — Александра Александровна Яблочкина.

Гликерия Федотова Мәскәүҙә 1925 йылдың 27 февралендә вафат була. Ваганьков зыяратында, Кесе театр артистары — Музиль Н. И., Рыжов И. А., Царев М. И. ҡәберҙәре менән йәнәш ерләнә.

Театрҙа башҡарған ролдәре

үҙгәртергә
 
Федотова, Г. Н. СССР почта маркаһында, 1956 йыл
  • 1862 — «Ребёнок», П. Д. Боборыкин — Верочка
  • 1863 — «Гроза», А. Н. Островский — Катерина
  • 1864 — «Горе от ума», А. С. Грибоедов — Софья
  • 1865 — «Русалка», А. С. Пушкин — Наташа
  • 1865 — «Много шума из ничего», У. Шекспир — Беатриче
  • 1868 — «Василиса Мелентьева» ,А. Н. Островский — Василиса Мелентьева
  • 1869 — «Горячее сердце», А. Н. Островский — Параша
  • 1870 — «Бешеные деньги», А. Н. Островский — Лидия Чебоксарова
  • 1871 — «Каширская старина», Д. В. Аверкиев — Марьица
  • 1871 — «Укрощение строптивой», У. Шекспир — Катарина
  • 1875 — «В осадном положении», В. А. Крылов — Лиза
  • 1877 — «Каменный гость», А. С. Пушкин — Дона Анна
  • 1881 — «Месяц в деревне», И. С. Тургенев — Наталья Петровна
  • 1882 — «Дело», А. С. Сухово-Кобылин — Лидочка
 
Фото Ваганьков зыяратында Федотова Г. Н. ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған ҡәбер ташы
  • 1883 — «Медея» , В. П. Буренин һәм А . С. Суворин — Медея
  • 1884 — «Без вины виноватые», А . Н. Островский — Кручинина
  • 1886 — «Мария Стюарт» , Ф. Шиллер — Елизавета
  • 1887 — «Антоний һәм Клеопатра» , У. Шекспир — Клеопатра
  • 1890 — «Макбет» , У. Шекспир — Леди Макбет
  • 1890 — «Виндзорские проказницы», У. Шекспир — Миссис Форд
  • 1891 — «Цимбелин» , У. Шекспир — Королева
  • 1891 — «Плоды просвещения», Л . Н. Толстой — Звездинцева
  • 1892 — «Кориолан», У. Шекспир — Волумния
  • 1894 — «Волки и овцы», А . Н. Островский — Мурзавецкая
  • 1900 — «Дело» , А . В. Сухово-Кобылкин — Атуева
  • 1912 — «Дмитрий Самозванец һәм Василий Шуйский» , А . Н. Островский — батшабикә Марфа
  • 1956 йылда Орел ҡалаһында бер урам Федотова хөрмәтенә атала.
  • 1960 йылда Мәскәүҙә, Гликерия Николаевна йәшәгән бер урам, артист хөрмәтенә Федотова урамы тип исемләнә. 1993 йылда урамға элекке Малый Николаевский переулок исемен кире ҡайтаралар.
  • Гоян Г. Гликерия Федотова. — М. — Л., 1940.
  • Емельянов В. Г. Улицы города Орла. История названий. — Тула: Приок. кн. изд-во, 1986. — С. 75. — 128 с. — 5000 экз.
  • Зограф Н. Малый театр второй половины XIX века. — М., 1960.
  • Немирович-Данченко В. И. Речь на 50-летнем юбилее Г. Н. Федотовой, 8 января 1912 г.; О Г. Н. Федотовой. Из воспоминаний (1939) // Рождение театра. — М., 1989.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә