Фазылов Хәтип Сәрүәр улы

башҡорт рәссамы
(Фазылов Хатип Сәрүәр улы битенән йүнәлтелде)

Фазылов Хәтип Сәрүәр улы (25 апрель 1960 йыл) — рәссам, йәмәғәтсе. 2004 йылдан «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Сәнғәт академияһының почётлы ағзаһы (2019). Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған рәссамы, төрлө кимәлдәге ижади конкурс һәм күргәҙмәләр лауреаты.

Фазылов Хәтип Сәрүәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 апрель 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Жанр пейзаж[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәтип Сәрүәр улы Фазылов[1] 1960 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Яңауыл ауылында тыуа. 1979 йылда Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлексәһен тамамлай.

Рәсәй рәссамдарының ижади төркөмө составында Илья Репин исемендәге Академик дачала (Вышний Волочек, Тверь өлкәһе), шулай уҡ «Төрксой» фонды төрки телле рәссамдарҙың ижади лабораторияһында (Төркиә) ижад итә.

1980 йылдан — республика, төбәк, зона, бөтә Рәсәй, бөтә Союз, халыҡ-ара һәм төркөм күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы. 1990 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы.

1995 йылда рәссамдарҙың «Артыш» ижади берекмәһе етәксеһе була. 2001 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, 2005 йылдың октябренән — идара рәйесе.

Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001, 2012). Өфөлә йәшәй.

1995 йылдан «Артыш» ижади берекмәһе етәксеһе.

Фазыловтың әҫәрҙәре Башҡортостан Республикаһының М. В. Нестеров исемендәге Дәүләт художество музейында (Өфө), Магнитогорск картина галереяһында (Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе), Когалым ҡалаһының Күргәҙмәләр залында (Рәсәй Федерацияһының Төмән өлкәһе), «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында (Өфө), Туймазы тарих-тыуған яҡ музейында (Башҡортостан Республикаһының Туймазы ҡалаһы) һаҡлана.

Төп эштәре

үҙгәртергә

«Башҡорт легендаһы (Ете ҡыҙ)», «Иҫке мейес», «Тормош ағасы. Шәжәрә», «Мөғәллим. Халыҡ уҡытыусыһы», «Сәсән», «Төш», «Тау фонында һыбайлы», «Автопортрет. Дәүерҙәр аша», «Тауҙар йыры», «Рогервик маршы», «Сыңғырлаҡ көн», 2008.

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

1980 йылдан — республика, төбәк, зона, бөтә Рәсәй, бөтә Союз, халыҡ-ара һәм төркөм күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы.

Маҡтаулы исемдәр һәм башҡа бүләктәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә