Уҡытыусы (хикәйә)
Уҡытыусы — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1886 йылдың 12 июлендә «Новое время» гәзитенең 3723-се һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
Уҡытыусы | |
Нигеҙләү датаһы | 1886 |
---|---|
Атамаһы | Учитель |
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 12 (24) июль 1886 |
Баҫылған | Новое время[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Баҫмалар
үҙгәртергәА. П. Чеховтың «Уҡытыусы» хикәйәһе 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1886 йылдың 12 июлендә «Новое время» гәзитенең 3723-се һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Был хикәйә шулай уҡ А. Ф. Маркс нәшер иткән яҙыусының әҫәрҙәр йыйылмаһында ла баҫыла.
Чехов тере саҡта хикәйә болгар, венгр һәм серб-хорват телдәренә тәржемәләнә.
Тәнҡит
үҙгәртергәХикәйәне тәнҡит иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Драматург Виктор Викторович Билибин 1886 йылда Чеховҡа: "Уҡытыусы тураһындағы хикәйә «Новое время» гәзитендәге нәфислеге яғынан ҡарағанда бик шәп әҫәр, тик уның йоғонтоһо ғына артыҡ ауыр, " -тип әйтә.
С. Ашевский «Уҡытыусы» хикәйәһендә Чехов үҙенең ғәҙәттәге «түбәнһетелгән халыҡ уҡытыусыһы образынан … ситләшкән». Уҡытыусы Сысоев …бар кешенең дә хөрмәте менән ҡаҙана. Тик был хөрмәтте һәм материаль яҡтан яҡшы тормошон Сысоев бик күп көс түгеп алған. Уның мәктәбе губернала беренсе урынды яулай, ләкин «уҡытыусы үҙе ун дүрт йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте барышында ифрат күп көсөн түккән һәм ул хәҙерге көндә үпкә ауырыуынан үлеп китеү ҡурҡынысы аҫтында»,- тип әйтә[1] ().
Персонаждар
үҙгәртергә- Федор Сысоев, фабрика мәктәбе уҡытыусыһы.
- Адольф Андреич Бруни, немец, фабрика директоры.
Сюжет
үҙгәртергә«Мануфактура Куликина сыновья» фабрикаһы мәктәбенең уҡытыусыһы Федор Сысоев йыл һайын уҙғарыла торған банкетҡа барырға әҙерләнә. Уны мода буйынса кейендерергә тырышып ҡатыны хәлдән тая. Банкет мәктәптә имтихандар бөткән уңайҙан үткәрелә. Сысоевтың был ун дүртенсе банкеты. Быйыл үткән имтихандар һөҙөмтәһе менән ул үҙе ҡәнәғәт түгел, сөнки уның ҡайһы бер уҡыусылары етерлек дәрәжәлә белемдәрен күрһәтә алмай. Мәҫәлән, Бабкин диктантта өс хата яһай; Сергеев 17-не 13-кә ҡабатлау юлын онота; ә күрше мәктәптән килеп диктант яҙҙырыусы уҡытыусы Ляпунов диктант тексын бик аңлайышһыҙ уҡый. Сысоевтың ҡатыны, ире ауырығанлыҡтан, уға банкетҡа бармаҫҡа кәңәш бирә. Ләкин Сысоев уны тыңламай китә. Директор фатиры ишеге алдында ул бик ныҡ йүтәлләй башлай, һәм уҡытыусылар ҙа уға өйөнә ҡайтып китергә кәңәш бирә.
Банкетта Сысоев Ляпуновты диктант тексын насар уҡығаны өсөн битәрләй. Шуға ҡарамаҫтан, банкет бик күңелле бара, уҡытыусылар ашай-эсә, тостар әйтә. Өсөнсө тосты Сысоев тота. Үҙ телмәрендә ул фабрика администрацияһына үҙенә юғары эш хаҡы түләгәндәре, мәктәпте ҡурсалауҙары өсөн рәхмәт әйтә һәм фабрики директоры Адольф Андреич Бруни һаулығы өсөн бокалдарҙы күтәрергә тост әйтә. Директорға уның телмәре ныҡ оҡшай. Яуап һүҙендә директор: "Беҙ кешене хөрмәт итә беләбеҙ… һеҙҙең барлыҡ һүҙҙәрегеҙгә мин бары тик шуны әйтә алам… Федор Лукич ғаиләһе һәр саҡ тәьмин ителәсәк һәм бынан бер ай алдан уҡ уның өсөн банкҡа капитал һалынды ". Сысоев аптырап ҡала, нисек инде уның ғаиләһе исеменә аҡса һалынған, ә уның, Сысоевтың, үҙенә түгел? Директор уның тиҙҙән үләсәген белгәнгә күрә быны эшләгән тип аңлап, Сысоев илап ебәрә. Өйөндә Сысоев тыныслана һәм уҡыусыларҙың дәфтәрен тикшерә башлай, ә был ваҡытта күрше бүлмәлә табип уның ҡатынына иренең бер аҙна ғына йәшәрлек ғүмере ҡалыуы тураһында әйтә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Учитель// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- А. П. Чехов. Учитель 2017 йыл 14 май архивланған.. Оригинальный русский текст.
- Voir Dictionnaire Tchekhov, page 168, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- L’Instituteur, traduit par Madeleine Durand et Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1967, ISBN 978 2 07 0105 49 6.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ С. Ашевский. Ст. «Наши педагоги в изображении Чехова». «Образование», 1904, № 4, отд. II, стр. 32