Уҡытыусыға һәйкәл (Дондағы Ростов)

Уҡытыусыға һәйкәл Дондағы Ростовта Красноармейская урамында, 78-се мәктәп эргәһендә 2012 йылдың 1 сентябрендә — Белем көнөндә ҡуйылған бронза монумент. Проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусы скульпторҙарҙың береһе — Сергей Олешня[1].

Һәйкәл
Уҡытыусыға һәйкәл (Дондағы Ростов)
Уҡытыусыға һәйкәл
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Скульптор Сергей Олешня
Бейеклеге 3,5 метр
Материал бронза

2012 йылдың 1 сентябрендә Дондағы Ростовта һәр кемдең тормошонда айырым урын алып торған кешегә — беренсе уҡытыусыға бронза скульптура ҡуйыла[2]. Скульпторҙарҙың уйы буйынса мөғәллимә яңғыҙ түгел, ә беренсе синыф уҡыусылары менән бергә һүрәтләнгән. Малай һәм ҡыҙсыҡ үҙҙәренең беренсе дәресенә ашыға.

Уларҙың баш өҫтөндә арка урынлашҡан. Ул педагогтарҙың тормошондағы мөһим ролде символлаштыра — улар мәктәптә балаларҙы беренсе булып ҡаршылай, ә һуңынан иңдәренә яуаплы миссия һалына — ошо сабыйҙарҙы мәктәп диуарҙарынан ситтә булған үҙ аллы тормошҡа әҙерләү. Һәйкәлде эшләү ярты йылға һуҙыла, скульптура авторҙарының береһе — Рәсәй сәнғәт академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы Сергей Олешня[3]. Уның иҫәбендә Дондағы Ростовта ҡуйылған бик күп заманса скульптуралар бар, шул иҫәптән — батшабикә Елизавета Петровна һәм Һыу торбаһына һәйкәл.

Уҡытыусы һәйкәленең бейеклеге 3,5 метр тәшкил итә. Уны асыу тантанаһында Ростов өлкәһе губернаторы Сергей Горбань менән ҡала мэры Михаил Чернышев шәхсән ҡатнаша.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә