Елизавета Петровна һәйкәле (Дондағы Ростов)

Елизавета Петровна һәйкәлеДондағы Ростов ҡалаһындағы монументтарҙың береһе. Урыҫ император ҡатынға һәм ҡалаға нигеҙ һалыусыға арналған. Покровский скверында урынлашҡан, 2007 йылда Сергей Олешня проекты буйынса эшләнгән.

Һәйкәл
Урыҫ император ҡатын Елизавета Петровна һәйкәле
Урыҫ император ҡатын Елизавета Петровна һәйкәле
Урыҫ император ҡатын Елизавета Петровна һәйкәле
Ил Рәсәй
Урыны Дондағы Ростов, Покровский сквер
Проект авторы скульптор Сергей Олешня һәм Анатолий Дементьев, архитектор Владимир Фоменко
Төҙөлөшө 2006 йылдың 20 июне—2007 йылдың 27 июне йылдар

Тышҡы рәсемдәр
Елизавета Петровна һәйкәле

Төҙөлөү тарихы

үҙгәртергә

Дондағы Ростов ҡалаһына нигеҙ һалынған көн тип 1749 йылдың 15 декабрен, император Елизавета Петровна Ростов территорияһында беренсе даими ултыраҡ — Темерницкая таможняны төҙөргә указ биргән көндө һанарға мөмкин. XVIII быуат уртаһына Темерницкая таможня һәм тиҙҙән уның артынса барлыҡҡа килгән порт, Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығышының иҡтисади тормошонда мөһим роль уйнай башлай. Был Рәсәй Аҙау, Ҡара һәм Урта диңгеҙ порттары менән сауҙа алып бара алған берҙән бер пункт була. Был икенсе «Европаға тәҙрә» була. 1761 йылда Изге Димитрий Ростовский ҡәлғәһе төҙөлә башлай. Һуңғараҡ, йәғни 1811 йылда, ҡәлғә ҡала статусын ала, ә 1835 йылда нығытма төҙөлөп бөтөрөлә. Элекке Бөйөк Ростов менән бутамаҫ өсөн, ҡала Дондағы Ростов тип атала.

2006 йылда Елизавета Петровна һәйкәле проектын эшләү өсөн конкурс иғлан ителә. Тәҡдим ителгән проекттарҙы тикшереү ярты йылға һуҙыла. К. Маркс исемендәге Дон халыҡ өсөн асыҡ китапханаға барлығы 6 эш тәҡдим ителә.

Бер нисә ай дауамында ростовлылар, Ростовтың тарихи үҙәген ниндәй һәйкәл биҙәп торорға тейеш икәнен белдереп, үҙҙәренең теләктәрен һәм баһаламаларын ҡалдыралар. 2006 йылдың 20 июнендә махсус комиссия конкурсҡа йомғаҡ яһай. Еңеүсене ҡаланы төҙөү советы һайлай. Билдәле Дон рәссамы — монументалист Олешня Сергей Николаевич проекты еңеүсе була. Уның яһаған һындары һәм мемориаль комплекстары Рәсәйҙең күп ҡалаларында ҡуйылған. Был эше өсөн һынсы Рәсәй сәнғәт академияһының Алтын миҙалына лайыҡ була[1].

Елизавета һәйкәлен скульпторҙар Сергей Олешня һәм Анатолий Дементьев архитектор Владимир Фоменко менән бергәләп эшләйҙәр. 2007 йылдың 27 июнендә тантаналы рәүештә һәйкәл асыла.

Императорҙың бронза һыны ҡала уртаһында, Иҫке Покровский сиркәүе алдында, бынан 70 йыл элек С. М. Киров һәйкәле торған урында ҡуйыла. Һәйкәлде ҡуйыу урынының был варианты тарихи күҙлектән ҡарағанда иң уңышлыһы тип билдәләнә, сөнки тап ошонда XVIII быуатта Димитрий Ростовский ҡәлғәһенең хәрби нығытмалары һалына.

Һәйкәл, әүәләү, ҡалыпҡа һалыу һәм ҡойоу эштәрен дә индереп, барлығы биш ай эсендә эшләнә. Һәйкәлде эшләүҙә 70 кеше ҡатнаша[2].

Скульпторҙар, императорҙың ҡиәфәтен мөмкин тиклем теүәлерәк биреү өсөн, императорҙың йөҙләгән портретын, шул осорҙоң модаһын һәм биҙәнгестәр стилен иғтибар менән өйрәнәләр. Шулай төҙөлөш барған ваҡытта, авторҙар билдәле Дон ювелиры Александр Ордынскийгә императорҙың алҡаларын һәм тажын эшләргә заказ бирергә ҡарар итәләр. Александр Ордынский абруйлы «Во славу Фаберже» күргәҙмәләренең береһендә тамашасылар һөйөүе призы ала. Ул Елизавета үҙе тағып йөрөткән биҙәүестәрҙең теүәл күсермәһен эшләй. Биҙәүестәрҙең күсермәһе тәүҙә пластилиндан эшләнә, ә аҙаҡ бронзанан ҡойола[2].

Был һәйкәлде төҙөү Темерницкая таможня һәм изге Димитрий Ростовский ҡәлғәһе тарихын мәңгеләштереүгә арналған ҙур проектҡа башланғыс һалды[2].

Һәйкәлдең тышҡы күренеше

үҙгәртергә

Елизавета Петровна бер ҡулы менән нығытма буласаҡ урынға күрһәтеп тора, ә икенсе ҡулында уны төҙөү тураһында указ яҙылған ҡағыҙ төргәге. Һәйкәл фигуралы горельефтар менән биҙәлгән, уларҙа Изге Димитрий Ростовский ҡәлғәһен төҙөүгә фатиха биргән Воронеж һәм Елец архиепискобы Арсений, Дон Ғәскәре атаманы Данила Ефремович Ефремов, ҡәлғә проекты авторы инженер А. И. Ригельман һәм ҡәлғәнең беренсе коменданты генерал-майор Сомов һүрәтләнгән[2].

Һәйкәлдең бейеклеге 7 метрҙан артығыраҡ (скульптура ― 3,5 метр, постамент ― 3,7 метр). Елизавета һыны, горельефтар, указ бронзанан ҡойолған һәм яҡынса 3 тонна тәшкил итә, гранит постаменттың ауырлығы ― яҡынса 50 тонна.[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Биографический словарь. О.... Олешня ​Сергей Николаевич, скульптор  (рус.), Ростовөлкәһе.РФ. 18 февраль 2017 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Елизавета Петровна һәйкәле. www.rodb-v.ru. Дата обращения: 18 февраль 2017.
  3. Дондағы Ростовта император ҡатын Елизавета Петровнаға һәйкәл ҡуйылған, РИА Новости. 10 ғинуар 2017 тикшерелгән.