Уяр Фёдор Ермилович

Эссэлэмэгэлэйкум уэ рэхмэтуллаhу уэ бэрэкэтуhy Кэзерле мухэрирзэр Афанасьев Федор Ермил улы (сыуаш. Хветĕр Уяр, Хветер Уяр) (19 апрель, 1914, Сухарь Матаҡ, Һамар губернаһы - 9 июль 2000, Чебоксары) - сыуаш яҙыусыһы һәм драматургы. Сыуаш АССРның халыҡ яҙыусыһы.

Биографияһы үҙгәртергә

Федор Афанасьев 1914 йылда Һамар губернаһының Сухарь Матаҡ ауылында (бөгөнгө Һамар өлкәһенең Исаҡлы районына ҡарай) крестьян ғаиләһендә тыуа. Благовещенск һәм педагогия институттарында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1936 йылда сыуаш актрисаһы Елена Шорников менән ғаилә ҡоралар, 64 йыл бергә ғүмер иткән дәүерҙә ике ҡыҙ бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Уның беренсе әҫәрҙәре 1930 йылда баҫыла. Уның хикәйәләре айырым баҫмаға 1941 йылда сыға («Тропа» — «Һуҡмаҡ»). 1943-1947 йылдарҙа уның хикәйәләре, очерктары, фельетондары һәм «Юлдар-йөрөүҙәр» («Сулсем-йĕрсем», 1943), «Сок һыуы йылғаһында» («Суҡ шывĕ хĕррринче») яҙмалары йыйынтыҡтары сыға. Уяр 1842 йылда Әкрәм восстаниеһы һәм быға тиклем булған тарихи ваҡиғалар тураһында «Тенета» тарихи романының авторы.

Типшар йолһына Сыуаш йәш тамашасы театрында ҡуйылған «Типшар» пьесаһын бағышлай.

1998 йылда, яҙыусы үлеменән һуң, Сухарь Матаҡ урта мәктәбендә яҙыусы музейы асыла, уға Хветер Уяр үҙ китапханаһын һәм ҡулъяҙмаларын тапшыра.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Федоров, Г. И. Художественный мир Федора Уяра : проблемы типологии, поэтики и художественной семантики / Г. И. Федоров. — Чебоксары, 1991. — 174 с.
  • Алимасова, Г. Хветĕр Уярăн деталь ăсталăхĕ / Г. Алимасова // Ялав. — 1994. — № 9. — С. 28-29.
  • Смирнова, Н. Ĕçÿ те, яту та халăхра упранĕ / Н. Смирнова // Хыпар. — 2000. — 12 утă.
  • Фомина, Л. Иван Мучипе Хветĕр Уяр / Л. Фомина // Ялав. — 2000. — № 10. — С. 70-71.
  • Артемьев, Ю. М. Зигзаги судьбы мастера // Артемьев, Ю. М. Страсть к полемике / Ю. М. Артемьев. — Чебоксары, 2003. — С. 179—181.
  • Афанасьев, П. Уяр Хведер (Афанасьев Федор Ермилович) // Афанасьев, П. Писатели Чувашии / П. Афанасьев. — Чебоксары, 2006. — С. 454—456.
  • Тимуков, А. Н. Уяр Хвэдер / А. Н. Тимуков // Краткая чувашская энциклопедия. — Чебоксары, 2001. — С. 424.
  • Федоров, Г. И. Уяр (Афанасьев) Федор Ермилович / Г. И. Федоров // Чувашская энциклопедия. — Чебоксары, 2011. — Т. 4 : Си-Я. — С. 337—338.
  • Хузангай, А. Обретенное слово : (памяти народного писателя Чувашии Хведера Уяра) / А. Хузангай // Республика. — 2000. — 28 июля.
  • Ялгир, П. Уяр Хведер (Афанасьев Федор Ермилович) // Ялгир, П. Литературный мир Чувашии / П. Ялгир. — Чебоксары, 2005. — С. 123.