Ушаков Сергей Петрович
Ушаков Сергей Петрович (20 ғинуар 1828 йыл — 19 март 1894 йыл) — ғәмәли статский советник, сенатор; Өфө губернаһы (1867—1873) һәм Тула губернаһы (1873—1887) губернаторы .
Ушаков Сергей Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 20 ғинуар 1828 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 19 март 1894 (66 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Атаһы | Пётр Сергеевич Ушаков[d] |
Әсәһе | Мария Антоновна Тарбеева[d] |
Балалары | Анна Сергеевна Ушакова[d] |
Нәҫеле | Ушаковы[d] |
Уҡыу йорто | Паждар корпусы[d] |
Гражданский чин | йәшерен кәңәшсе[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәСығышы менән Тамбов губернаһы дворяндарынан. Борисоглебскийҙа генерал-майор Петр Сергеевич Ушаков (1782—1832) менән Мария Антоновна Тарбеева (1802—1870) ғаиләһендә тыуа. Замандаштары Ушаковты император Николай I никахтан ситтә тыуған улы тип иҫәпләй. Уны Тулала күргән В. В. Вересаев түбәндәгесә хәтерләй[1]:
Вошел губернатор, Сергей Петрович Ушаков, с седыми баками, очень похожий на Александра II. Говорили, будто он — незаконный сын Николая I, и будто он этим, к нашему изумлению и смеху, — очень гордился. |
Пажеский корпусын 1846 йылда тамамлағандан һуң Преображенск лейб-гвардия полкына прапорщик итеп алына. 1847 йылда Венгрияла һуғыш барғанда империяның көнбайыш сигендә походта була. Хәрби хеҙмәтте ҡалдырып, Мәскәү хәрби губернаторы граф А. А. Закревский ҡарамағында махсус йөкләмәләр буйынса чиновник булып хеҙмәт итә[2].
Һуңыраҡ император һарайы буйынса министрлыҡта һәм эске эштәр министрлығында хеҙмәт итә. 1861 йылда Ушаков Һамар вице-губернаторы итеп тәғәйенләнә. Губерна менән идара итеүҙә губернаторҙар А. А. Арцимович, Б. П. Обухов һәм Б. П. Мансуровҡа әүҙем ярҙам итә. Земствоһы органдарын индереү буйынса Ваҡытлыса губерна комитетына инә. 1866 йылдың 27 мартында ғәмәли статский советник чины ала.
1867 йылдың 19 февраленән 1873 йылдың 24 мартына тиклем Өфө губернаторы була. 1867 йылда уның инициативаһы буйынса Өфөлә паркка нигеҙ һалына. Һуңынан уны Ушаков паркы тип атайҙар. Өфө губернаһы крәҫтиәндәренең ер ҡоролошон ойоштора, 1870 йылда ҡала реформаһын үткәрә, матбуғатҡа цензура индерә. Өфө өйәҙендә милеккә 2,5 мең лисәтинә ер ала. 1873 йылдың 24 мартынан Тула губернаторы итеп тәғәйенләнә, 1875 йылдан — тайный советник. Өфө, Тула ҡалаларының почетлы гражданы исеменә лайыҡ. 1886 йылдан — бишенсе департаментта ҡатнашҡан сенатор. Отставкаға киткәндән һуң Петербургта йәшәй, Инглиз клубының әүҙем ағзаһы була[3].
1894 йылдың мартында ҡапыл вафат була һәм Тулала Всехсвят зыяратында ерләнә. Л. Н. Толстой баһалауынса, Ушаков «еңел холоҡло, әммә бик изге кеше» була[4].
Ғаиләһе
үҙгәртергәБеренсе ҡатыны — Мария Александровна NN (11.09.1831—04.04.1878). Тулала һәләк була. Никахтан 4 балаһы була.
Икенсе ҡатыны (16.04.1879 йылдан, Штутгарт) — баронесса Юлия (Фредерика Каролина Ева) Юльевна Деллинсгаузен (04.10.1844—04.12.1879), Тулала Всехсвятй зыяратында ерләнгән.
Наградалары
үҙгәртергә- Аҡ бөркөт ордены (1879)
- Изге Анна ордены: 1-се дәрәжә (1870), 2‑се дәрәжә (1863)
- Изге Станислав ордены: 1-се дәрәжә (1868), 3-сө дәрәжә (1861)
- Өфө ҡалаһының почетлы гражданы
- Тула ҡалаһының почетлы гражданы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В. В. Вересаев. Собрание сочинений в 5 т. Воспоминания. Т. 5. — 1961.— С. 47.
- ↑ О. Р. Фрейман. Пажи за 183 года (1711—1894). Биографии бывших пажей с портретами. Вып. 1, 1894.— С. 416.
- ↑ Л. В. Завьялова. Петербургский Английский клуб, 1770—1918: Очерки истории. — СПб.: Дмитрий Буланин, 2004.
- ↑ Л. Н. Толстой. Полное собрание сочинений. Письма. Т. 62.— М.,1953.— С.409.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ушаков Сергей Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.