Учалы йәмиғ мәсете

1994

Мәсет
Учалы йәмиғ мәсете
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала Учалы
Адресы Тыныслыҡ урамы
йүнәлеш, мәктәп сөнниҙәр, хәнәфи мәҙһәб
Диниә назараты, мөхтәсибәт Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты
Төҙөүсе Учалы ҡалаһындағы «Төҙөүсе» тресы
Төҙөлөштө башлаусы Учалылар
Шәфҡәт итеүселәр Учалылар, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты
Төҙөлөш 19931994 йылдар
Последний имам И.А.Мәзитов
Статус ислам мәҙәни-белем биреү үҙәге
Вместимость 100 артыҡ кеше
Манаралар һаны 1
Манара бейеклеге 27
Материал Кирбес, тимербетон
Торошо ғәмәлдә

Учалы йәмиғ мәсете — Учалы ҡалаһында урынлашҡан ислам мәҙәни-белем биреү үҙәге. 1994 йылда асылған. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡарамағында була.

Мәсет 2 ҡатлы, ҡатмарлы планлы. Манараһы (көмбәҙе менән бергә бейеклеге — 27 м) бер яруслы, мәсет бинаһына терәтеп төҙөлгән, уратма балконы бар.

Мәсеттә 2 намаҙ залы; стеналары Ҡөрьән сүрәләре һәм орнаменттар менән биҙәлгән.

Учалы йәмиғ мәсете эргәһендә ғәрәп телен һәм ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса балалар һәм өлкәндәр өсөн курстар эшләй. Мәсет ҡаланың дини үҙәге булып тора, унда мөхтәсибәт ултырыштары, мосолман байрамдары үткәрелә.

Имам‑хатиптары

үҙгәртергә
  1. И. И.Мөхәмәтйәнов (1994 й. алып),
  2. В. Ф. Тажетдинов (1997 й. алып),
  3. Д. Г. Әхмәҙиев (2006 й. алып),
  4. И. А. Мәзитов (2010 й. алып).

Учалыла шулай уҡ Зәйнулла Рәсүлев мәсете бар.