Ер-һыу аллаһы

(Ут-һыу аллаһы битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент юҡ

Ер-һыу аллаһы — Урта донъяның юғары илаһы.

Был илаһ бөтә тәбиғәттә таралған һәм уның бөтә өлкәләрендә сағылыш тапҡан: һыуҙа, ерҙә, урманда, хайуандарҙа, таштарҙа, кешеләрҙә һәм башҡаларҙа, шулай уҡ хөрмәткә лайыҡ Тыуған ил төшөнсәһе. Тикшеренеүселәр билдәләүенсә, Ер-Һыу «ер һәм һыу рухтары» конгломератынан (В. Томсен, И. В. Стеблева, М. А. Сейидов һ.б.), тыуған ил тураһында абстракт төшөнсәнән (С. Е. Малов, А. П. Потапов, В. В. Рад­лов һ.б.) ғибәрәт.

Ер-Һыу образы боронғо төрки Орхон-Йәнәсәй руник ҡомартҡыларында, ғәрәп миссионеры Әхмәт ибн Фаҙлан китабында һәм уның 921—922 йылдарҙа Волга буйы болғарҙары батшаһына сәйәхәтендә һ.б. телгә алына. Башҡорттарҙың һамағында Ер-әсәнең боронғолоғо, тупраҡ төҫөнә тап килтереп, ҡыҙыл һаҡаллы итеп һүрәтләнә. Мәҫәлән, «Ер-әсә — ҡыҙыл һаҡал! Быны эс, ошоно аша!». Ошоға оҡшаш мотивтар «Толбуйҙар» башҡорт легендаһында теркәлгән.

Ғ. Ф. Вилданов тарафынан яҙып алынған шифа һамаҡтарында Ер Әсәһе, Һыу Әсәһе, Күк Әсәһе һәм уларҙың төҫ үҙенсәлектәре билдәләнгән:
Ер инәһе — ерән һаҡал,
Һыу инәһе — көрән һаҡал,
Күк инәһе — күк һаҡал,
Ер кендеге бер юл.
Ергэ — яулык, Миңә — һаулыҡ,
Тот­ҡан булһаң, ебәр,
Ергә һалмайым, еңгә һалам!
Тфу, тфу, тфу!

«Уралға маҡтау» ҡобайырында тыуған төйәк — ата-бабаларыбыҙҙың изге ере данлана:

Эй изге ер, изге ер!
Атам кейәү булган ер,
Әсәм килен булған ер,
Кендегемде киҫкән ер…

«Уҙаҡ менән Туҙаҡ-балабәшнәк ярсығы» эпосында[1][2][3] Ер-Һыу һәм кеше тәненең ҡан яҡынлығы һәм берҙәмлеге идеяһы сағыу фольклорлаштырылған:

Ер-һыу — йөрәк тибешем,
Ер-һыу — минең йоп ишем,
Атайымдың төҫө ул,
Беләгемдең көсө ул,
Йөрәгемдең хисе ул,
Зиһенемдең көсө ул.
Тик шулай ҙа эҙләгәнем —
Үҙем ише кеше ул.
Ер-һыу менән әҙәм йәне —
Мин Уҙаҡтың ише ул.

Ер-Һыуҙы илаһлау кешенең тупраҡтан барлыҡҡа килеүе тураһындағы боронғо инаныуҙарына барып тоташа. Изге Ватан, уның тәбиғәте башҡорт халыҡ йырҙарында данланған.

Ер-Һыуҙы илаһлау төрки халыҡтарҙа киң таралған була[4][5].

Мифологияла ер-һыу рухтары

үҙгәртергә

Күп халыҡтар мифологияһында ер һәм һыу илаһтары, эйәләре йәки рухтары бар.

Герман мифологияһында, боронғо грек мифологияһындағы сирена кеүек, алтын сәстәрен тарап ултырыусы һәм йыры менән караптарҙы ҡаяларға татҡан нимфа — Лорелея. Йәки Норвегияла нёкки (Nøkken) иблистәр менән бәйле ҡурҡыныс һәм яуыз заттар тип һынландырыла. Никстарҙы донъяны ендәр менән бәйле ҡурҡыныс, яуыз йән эйәләре итеп һүрәтләйҙәр. Улар һәр ваҡыт һыу янында тора, һәм кешеләрҙе, хайуандарҙы һыуға йәлеп итергә тырыша[6].

Тағы уҡығыҙ: Йыһат Солтанов «Һарттар», 2-се, 3-сө бүлектәр (5 — 9-сы биттәр) [1]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Уҙаҡ менән Туҙаҡ-балабәшнәк ярсығы
  2. [Уҙаҡ менән Туҙаҡ-балабәшнәк ярсығы // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).]
  3. «Уҙаҡ менән Туҙаҡ-балабәшнәк ярсығы» эпосы
  4. Религия 2023 йыл 19 февраль архивланған.
  5. С.Г. Кляшторный, Древнетюркские племенные союзы и государства Великой Степи
  6. Никсы

Һылтанмалар

үҙгәртергә